Все новости
Йәмғиәт
27 Октября 2017, 16:23

ҺӨНӘРҘӘРЕ ЕҢЕЛДӘН ТҮГЕЛ

Хәҙерге замандың көндәлек тормошон автотранспортһыҙ күҙ алдына ла килтереп булмай. Водитель һөнәренә эйә булған кешеләр иңенә бик ҙур яуаплылыҡ ята. Айырыуса бөгөнгө көндә, автомобилдәр йылдан-йыл ишәйгән заманда, юл ҡағиҙәләрен ныҡлы белеү һәм үтәү, иғтибарлы булыу талап ителә уларҙан. Үҙҙәренең генә түгел, ә башҡа кешеләр ғүмере өсөн дә яуаплы улар.

Беҙҙең «Искра» хужалығының водителдәр коллективының да төп маҡсаты — хужалыҡтың йәшәйешен өҙлөкһөҙ тәьмин итеү.

Хужалыҡтың автопаркы, республикабыҙҙың агросәнәғәте тармағындағы иң ҙур коллективтарҙың береһе тиһәм, һис тә яҙыҡ булмаҫ, моғайын. Бында барлығы 50 кеше эш менән тәьмин ителгән, улар хужалыҡтың игенен ташыу, баҫыуҙарға ашлама сығарыу, юлдарға ҡырсынташ түшәү, быуаларҙы төҙөкләндереү, янғын һүндереү, ашығыс ярҙам һәм халыҡҡа башҡа төр хеҙмәт күһәтеү кеүек бихисап эштәр башҡара машиналар менән идара итеүселәр. Шундай һөнәр эйәләренең береһе — Яҡшымбәт ауылында ғүмер итеүсе Илшат Ришат улы Түләков. Ул 1979 йылда Яҡшымбәт мәктәбен тамамлағас, ДОСААФ автомәктәбендә дүрт ай водитель һөнәренә уҡый. Совет Армияһы сафтарында хәрби бурысын үтәп ҡайтҡас, 1982 йылдан алып «Искра» хужалығының «Камаз» йөк ташыу машинаһында эшләй башлай беҙҙең геройыбыҙ. Утыҙ биш йыл ғүмерен үҙе һайлаған һөнәргә бағышлай ул. Илшат Ришат улы төрлө наградаларға эйә, районыбыҙ һәм Республикабыҙҙың башлыҡтарынан Рәхмәт хаттары, Почет грамоталары менән бүләкләнгән. Шулай уҡ коллективыбыҙҙың башҡа ағзалары Рафиҡ Абдрахманов, Кәрим һәм Тимербай Бикмаевтар, Руслан Таймасов, Наил Собханғолов, Рәсим менән Йәмил Аҡһаровтар һәм башҡа водителдәр үҙ эштәренә яуаплы ҡарауҙарын иҫбатланылар.

Хужалығыбыҙҙың водителдәрен һөнәри байрамдары менән ихлас күңелдән ҡотлайым. Һәр саҡ һеҙгә хәүефһеҙ һәм һикәлтәһеҙ юлдар насип булһын. Алыҫтарға илткән юлдар һәр ваҡыт һеҙҙе тыуған яҡтарға имен-аман алып ҡайтһын!

Рәүеф АБДУЛЛИН
Яҡшымбәт ауылы
Автор фотоһы

Читайте нас: