Все новости
Йәмғиәт
27 Октября 2017, 16:14

«ЯУСЫЛАР ҘА, ДИМСЕЛӘР ҘӘ БУЛАЙЫҠ»

Шаршамбыла район хакимиәтендә Көйөргәҙе районы башҡорт ҡатын-ҡыҙҙар ойошмаһы йыйылышы үтте.

Шаршамбыла район хакимиәтендә Көйөргәҙе районы башҡорт ҡатын-ҡыҙҙар ойошмаһы йыйылышы үтте.

Иң тәүге һүҙ район хакимиәте башлығы Әхәт Ҡотлоәхмәтовҡа бирелде. Ул сығышында район тормошоноң яҡшы яҡтарын барланы, етешһеҙлектәрен тәнҡитләне. Райондың 500-ләгән мәктәп уҡыусыһын 25 автобус 40 маршрут буйынса уҡырға йөрөтөүен, ҡарлы-ямғырлы ваҡыттарҙа юлдарҙың хәүефле булыуын да күҙ уңынан ысҡындырманы ул. Теләһә ниндәй имеш-мимештәргә ышанып, митинг-фәләндәргә сығып йөрөүҙең дә кәрәк түгеллеген әйтеп үтте. «Ауыл халҡы һәр саҡ татыу булһын. Бының өсөн төрлө йола байрамдарын, Шәжәрә байрамы, «Һаумыһығыҙ, ауылдаштар» кеүек сараларҙы йышыраҡ үткәреп торорға кәрәк», - тине ул. Шулай уҡ ауылда йәшәүсе халыҡтың ҡайһы берҙәренең картуф сәсеп ашарға ла эшкинмәүенә, ялҡау булыуына көйөнөп: «Эшләгән кеше бер ҡасан да юғалып ҡалмай ул», - тине. Ҡытай юлы төҙөлһә, заправкалар, кафелар күбәйеп, беҙгә файҙа килтерәсәге хаҡында ла әйтте. Залдан Аҡһары ауылынан Гөлсөм Сәлихованың: «Муллабыҙ ҙа уҡып ҡайтты, беҙҙә ҡасан мәсет булыр икән?» - тигән һорауына: «Мәсет төҙөп ҡуйыу менәнме ни, унда йөрөүсеһе булмаһа. Бына Ермолаевола 1 меңдән ашыу мосолман халҡы йәшәй, ә мәсеткә 15-ләп кеше йөрөймө-юҡмы? Морапталдар, мәсет эшләмәй, ти. Биш тапҡыр намаҙҙы өйҙә лә уҡырға була. Һәр намаҙ уҡыуға мулла мәсетте аса алмай бит. Йома намаҙын мәсеттә уҡыһалар, булған. Мәсетте хөкүмәт төҙөмәй. Халыҡ үҙе төҙөй. Яйлап аҡса йыя, ерен рәсмиләштерә башлай тороғоҙ», - тип яуапланы.

Район ағинәйҙәр ойошмаһы рәйесе Тамара Малбаева ойошманың 1 йыллыҡ эшенә байҡау яһаны: «Районыбыҙ ағинәйҙәренең әүҙем эшләүселәре лә, һүлпәнерәктәре лә бар. Беҙгә ниндәйҙер бер конкрет йүнәлеш алып эшләй башларға кәрәк», - тип Хәйбулла, Ейәнсура райондарында күреп ҡайтҡан яҡшы күренештәрҙе бәйән итте. «Беҙҙә ағинәйҙәр йыйыны булһа, аҡһаҡалдар ҙа, ҡоролтай ҙа, ветерандар ҙа ситтә тороп ҡала. Унда ир-аттар ҡаршы алып, ярҙам итеп йүгереп йөрөй. Беҙ ҙә улар кеүек булдыра алабыҙ бит. Үткәрелгән күп саралар тураһында белмәй ҙә ҡалабыҙ ҡай саҡ. Сара үткәрәһегеҙ икән, гәзиткә яҙығыҙ. Яҙырға ваҡытығыҙ булмаһа, «Юшатыр» гәзите хәбәрселәренә телефон аша әйтһәгеҙ ҙә, улар шунда уҡ яҙып ҡуя. Имен булмаған ғаиләләрҙе күҙ уңынан ысҡындырмайыҡ. Эскән кеше барыбер намыҫын эсеп бөтмәй бит. Силсәүит әйтеүе бер нәмә, ә 5-6 ҡатын-ҡыҙҙың уларҙың йортона барып һөйләшеүе - икенсе нәмә. Демография, тиҙәр. 40-ҡа етеп кейәүгә сыҡмай йә өйләнмәй ятҡандар булған саҡта, ниндәй демография арттырыу ти ул. Элек ундай күренеш булмаған бит. Яусылар ҙа, димселәр ҙә булайыҡ әйҙә.

Башҡорт теле проблемаһына килгәндә, сабыйҙарыбыҙ үҙ телендә һөйләшһә, телебеҙ бөтмәҫ. Бына бит, беҙ, башҡорт-татарҙар бер-беребеҙҙе аңлайбыҙ, рәхәтләнеп һөйләшәбеҙ. Бында телде уҡытыу кәрәкме, тигән һорау торорға ла тейеш түгел. Халыҡ әкиәттәрен сәхнәләштерәйек күберәк. Туған тел ғаиләбеҙҙең дәүләт теленә әйләнһен», - тине ул.

Ошо ваҡыт залдан Таймаҫ ауылынан Рәйлә Мәһәҙиева: «Башҡорт балаһына үҙ телен уҡытыу өсөн ғариза яҙҙырыуҙы ғәрлек, тип һанайым. Башҡа ерҙә улай түгел бит», - тине. Залдан тағы берәү: «Күптәр рус теленән ЕГЭ-ны яҡшы бирер өсөн, туған тел уҡыуҙан баш тарта. 3 сәғәт башҡорт телен өйрәнеп ултырыусылар, 3 сәғәт рус теленән мәхрүм ҡала, ә имтиханды тегеләр менән бер үк кимәлдә бирә. Бына минең ейәнем дә миңә «бабка» ти», тип әйтеп һалды. Тамара Рәшит ҡыҙы уларға: «Нишләп шундай фекерҙәрегеҙҙе гәзиткә яҙмайһығыҙ?» - тип һорауға һорау менән яуап бирҙе. Аҡһарынан Гөлсөм Сәлихова: «Беҙҙең балалар баҡсаһында 2 рус балаһы өсөн барыһы ла русса һөйләшә», - тигән ризаһыҙлығын белдергәс, залдан: «Ағинәйҙәр эшләргә тейеш был юҫыҡта», - тигән яуап килде.

Район башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты рәйесе Юлай Ишмөхәмәтов сығышын туған тел проблемаларына арнаны. «Телде яҡлап сығыусылар юҡ, барыһы ла үҙҙәренең урыны өсөн ҡурҡа, өндәшмәй. Кемдәр китап яҙыр, кемдәр уҡыр, кемдәр ҡурай уйнар? Көсләп булһа ла, башҡортса йәнһүрәттәр ҡаратырға кәрәк балаға. «Юшатыр» гәзите һәр йортта булырға тейеш. Балалар уның хәрефен күреп булһа ла үҫергә тейеш. Редакция хеҙмәткәрҙәре телде һаҡлап ҡалыу, гәзиттең бәҫен төшөрмәҫ өсөн күп көс һала. Туған телдең ролен коллегаларығыҙға, туғандарығыҙға, дуҫтарығыҙға аңлатығыҙ», - тине.

Артабан Мораптал ауыл советы хакимиәтенең эштәр идарасыһы Рәғиҙә Нафиҡова ауыл биләмәһе ағинәйҙәре эше хаҡында һөйләне.

Бәлиғ булмағандар һәм уларҙың хоҡуҡтарын яҡлау комиссияһының яуаплы сәркәтибе Гөлдәр Алсынбаеваның сығышынан күренеүенсә, быйылғы йылда комиссия иҫәбендә административ хоҡуҡ боҙоусы 22 балиғ булмаған граждан, 49 ғаилә тора. Был ғаиләләрҙә генә 120 бала тәрбиәләнә. 2017 йылда Көйөргәҙе районы биләмәһендә социаль реабилитация төркөмөндә 22 бала ярҙам алған: Ермолаево ауыл советынан 12, Морапталдан – 4, Бахмуттан – 1, Шәбағыштан – 1. Алты бала приютта тәрбиәләнә. Ул имен булмаған ғаиләләр менән эшләүҙә ағинәйҙәрҙең дә ярҙам ҡулы һуҙыуын, кәңәштәр менән ярҙам итеп тороуын һораны.

Шулай итеп, ошондай йәнле аралашыу формаһында районыбыҙ ағинәйҙәренең быйылғы эшенә йомғаҡ яһалды.


Автор фотолары


ҠОТЛАЯСАҠТАР

3 ноябрҙә баш ҡалабыҙҙың Конгресс-холл бинаһында республикабыҙҙың иң мәртәбәле “Башҡортостан” гәзите үҙенең 100 йыллыҡ оло юбилейын билдәләй. Уларҙы ҡотларға районыбыҙ ағинәйҙәре лә бара, шулай уҡ сарала “Йәнтөйәк” халыҡ фольклор коллективы ла сығыш яһайясаҡ.

Т. МАЛБАЕВА,

районыбыҙ ағинәйҙәр ойошмаһы рәйесе

Был йыйылышта 4 декабрҙә Өфөлә үтәсәк IV Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары съезына делегаттар итеп район ағинәйҙәре ойошмаһы рәйесе Тамара Малбаева һәм Яҡут ауылы ағинәйҙәре рәйесе Хәмдиә Рәшитова һайланды.


Эльза ВАСИЛЬЕВА, Керәүле-Илюшкин ауылы:

- Башҡортса һөйләгәндәрҙең барыһын да аңлап ултырам. Ул хәтлем яҡшы уҡ булмаһа ла, башҡорт телендә һөйләшә лә беләм. Бына ҡатын-ҡыҙҙар йыйылышында Хәйбулла һәм Ейәнсура райондарында үткән матур байрамдар тураһында һөйләнеләр. Ундай сараларға саҡырһалар, мин дә бик теләп үҙемдең ауылдаштарым менән бергәләшеп барып күреп, тәжрибәләре менән уртаҡлашып ҡайтыр инем.
Читайте нас: