Все новости
Йәмғиәт
31 Октября 2017, 17:14

БЕРГӘ ЯТЫП ЙОҠЛА ИКӘН

Крәҫтиән билен бөгә-бөгә тырыша, иген дә үҫтерә, мал да ҡарай. Беҙ алдан яҙғанса, ҡай саҡ ул үҫтергәненең ҡәҙерен генә күрмәй – харам яратҡандар хәләлгә ҡул һона.

Крәҫтиән билен бөгә-бөгә тырыша, иген дә үҫтерә, мал да ҡарай. Беҙ алдан яҙғанса, ҡай саҡ ул үҫтергәненең ҡәҙерен генә күрмәй – харам яратҡандар хәләлгә ҡул һона.

Аҡһарыла бына тағы ла мал урлағандар. Быныһы Аҡһарынан урланған 4-cе баш инде. Тағы ла тегеләрендәге кеүек береһе лә бер ни күрмәгән. Полиция, эҙләйбеҙ, ти, яланда йөрөп май туплаған был үгеҙ ҙә береһенең ауыҙына ҡалъя булып кереп китерме инде? Наводчик бар, тип тә уйланылар ауылда, тик уныһын да береһе лә белмәй.

Мал аҫыраһаң хәҙер, артынан бер тотам ҡалмай йөрө һәм һарайҙа һалам өҫтөндә һыйырыңды ҡосаҡлап бергә ятып йоҡла икән.
Читайте нас: