Все новости
Йәмғиәт
31 Октября 2017, 17:11

ХАЖ ҠЫЛЫУ — УЛ ҺЫНАУ

Ислам динендә бәлиғ һәм аҡылы бар мосолманға фарыз булған оло ғибәҙәттәрҙең бишенсеһе — ул хаж ҡылыу. Ауырыу, һуҡыр, фәҡир кешеләргә хаж фарыз түгел. Хаж ҡылыу изге ҡала Мәккәгә барып үтәлергә тейеш. Ундағы Әл-Харам мәсете йәки Ҡәғбәтулла ер йөҙөндә Аллаһы Тәғәләгә ғибәҙәт ҡыла торған беренсе йорт.

Ислам динендә бәлиғ һәм аҡылы бар мосолманға фарыз булған оло ғибәҙәттәрҙең бишенсеһе — ул хаж ҡылыу. Ауырыу, һуҡыр, фәҡир кешеләргә хаж фарыз түгел. Хаж ҡылыу изге ҡала Мәккәгә барып үтәлергә тейеш. Ундағы Әл-Харам мәсете йәки Ҡәғбәтулла ер йөҙөндә Аллаһы Тәғәләгә ғибәҙәт ҡыла торған беренсе йорт.

Хәҙис шәрифтәрҙә тасуирланғанса, Ғайса ғәләйһиссәләм ҡыямат көнө алдынан донъяға төшәсәк, 40 йыл йәшәгәндән һуң Мәккәгә барып хаж ҡыласаҡ һәм Мәҙинәгә барып вафат буласаҡ. Пәйғәмбәребеҙ менән Әбү-Бәкер Ситдиҡ араһына күмеләсәк. Рамаҙан айы тамамланғас, кешеләр хаж ҡылырға әҙерләнә башлай. Әлбиттә, бер йылда ғына үҙеңде хаж ҡылырға әҙерләп булмай. Шәхсән мин үҙем өҫтәл календарында «Хажға әҙерләнеү» тип 3 йыл буйына яҙып барҙым, тик 2017 йылда ғына «Хаж ҡылыу» тигән яҙмам пәйҙә булды. Бик күп хаж ғәмәлдәрен ҡылыу тураһында уҡырға, өйрәнергә тура килде, Хажиҙар менән күп аралаштым. Матди яғы ла бар бит әле. Туғандарыма, дуҫтарыма ысын күңелдән хаж һауаптары теләгем килә, төрлөсә ярҙам иттеләр, тормош иптәшем Рәфискә лә ҙур рәхмәтлемен, бер ниндәй ҡаршылыҡһыҙ мине хажға әҙерләште.

Хаж ҡылыуҙың бер нисә йолаһы бар. Беренсенән, Ҡәғбәтулла тирәләй тәүәф (әйләнеп йөрөү) 7 мәртәбә ҡылыу, Сафа менән Мәрүә араһында 7 мәртәбә йөрөү. Был йола Хәжәр анабыҙҙан ҡалған. Ибраһим ғәләйһиссәләм үҙенең улы менән Хәжәрҙе ошо урында ҡалдырып китә, Исмәғил илап һыу һорай башлағас, Хәжәр анабыҙ Сафа менән Мәрүә тауы араһын 7 мәртәбә үтеп һыу эҙләй. Бер ваҡыт Исмәғил ғәләйһиссәләм илауынан туҡтай, шул ваҡыт ер аҫтынан һыу бәреп сыға. Зәм-зәм һыуының ҡиссаһы бына шулайыраҡ. Зәм-зәм һыуы үҙенең сифатын әле лә юғалтмайынса 70 төрлө ауырыуҙан шифа тиҙәр.

Әлбиттә, уның шифа икәненә ышандыҡ, сөнки беҙҙең ауырыуҙар юҡҡа сыҡҡан кеүек булды, үҙебеҙ ҙә шифаландыҡ, туғандарыбыҙға, яҡындарыбыҙға ла һый эләкте.

Беҙҙең тур «Эконом-тур» тип атала ине. Урыҫтар әйтмешләй, бөтә нәмәне лә «пощупать и потрогать» була инде. Яйлап барҙыҡ, әммә юлда күп нәмәләрҙе күреп барҙыҡ. Беҙ Өфө-Мәскәү-Дубайға ҡәҙәр самолет менән остоҡ. Дубайҙан Мәккәгә 2 тәүлектән артыҡ автобустарҙа барҙыҡ. Эмираттар, Ғәрәбстан юлдарынан 5 ваҡыт намаҙға туҡтай-туҡтай, ял итә-итә барҙыҡ. Сүллектәрҙе лә, дөйә көтөүҙәрен дә күрҙек, ә туҡтаған һайын мәсеттәрҙең иҫ киткес матурлығына, тәһрәт алыу бүлмәләрендәге, бәҙрәфтәге таҙалыҡ һәм шул сүллектәге мул һыуға һоҡландыҡ. Бына беҙ Мәккәлә. Кис килеп урынлаштыҡ ҡунаҡханаға. Иртәнге намаҙҙан һуң киттек Әл-Харам-Ҡәғбәтуллаға. Хистәр таша, мин бер ябай ауыл балаһы Мәккәлә, Әл-Харам мәсетендә, бына үҙ күҙҙәрем менән Ҡәғбәтулланы күрәм, пәйғәмбәрҙәр төҙөгән, уларҙың эҙҙәренә баҫып йөрөйөм. Күҙҙәрҙә шатлыҡ, ғорурлыҡ йәштәре.

Халыҡ ағылыуы: Рәсәй, Пакистан, Һиндостан, АҠШ, Австралия, Бангладеш, Ҡырғыҙстан, Үзбәкстан... Һанап та бөтөрөрлөк түгел, ҡыҫҡаһы бөтөн планетанан йыйылған мосолмандар. Ниндәй генә телдә һөйләшмәйҙәр ҙә, ниндәй генә кейем кеймәйҙәр. Улар араһында аҡ тәнлеләр ҙә, ҡара тәнлеләр ҙә бар, әммә һәммәһенең дә уйҙары бер — Аллаһы Тәғәләгә ғибәҙәт ҡылыу.

Бисмилләһир-рахмәниррахим!

Аллаһу Әкбәр, Аллаһу Әкбәр, Аллаһу Әкбәр!

Атай-әсәй, балалар, туғандар, юлға хәйер-саҙаҡа биреп, уңышлы юлдар теләп ҡалыусыларға — ниндәй теләктәре булһа шуларҙы теләп доға ҡылдыҡ. Күмертауҙың «Көнсығыш» мәсетенең имамы Риф хәҙрәт матди ярҙам күрһәтеп, иҫән-һау әйләнеп ҡайтыуыбыҙҙы, ҡалабыҙҙа күркәм мәсет төҙөлөүен һорап доға ҡылыуыбыҙҙы һораны.

Быйыл Хажға Күмертауҙан 4 кеше, Көйөргәҙе районынан 5 кеше барҙы. Беҙҙең унда күргәндәрҙе һөйләп тә, аңлатып та бөтөрлөк түгел. Ул яҡтарҙа ҡатын-ҡыҙҙар эшләмәй. Бар ерҙә лә тик ир-аттар ғына. 55-60 градус эҫе булһа ла, ул эҫелек һиҙелмәй ҙә тиерлек. Бигерәк тә иң яҡшы «әджүә» сортлы хөрмә (финик) үҫкән баҡсалар оҡшаны. Унда һәр бер ағас төбөнә һыу килеп тора. Шундай матур урында булып ҡайтҡаныбыҙ өсөн Аллаһы Тәғәләгә рәхмәт уҡыйбыҙ.

Бына ҡайҙа ул хәҙерге замандың мөғжизәһе: иртәнге сәғәт 7-лә Дубайҙан ҡайтырға сыҡҡайныҡ, шул уҡ көндө киске сәғәт 12-лә Күмертауҙа ғаиләм менән Мәккә күстәнәстәрен тәмләп сәй эсеп тә ултыра инек.

Мин хажға йыйыныусы мосолмандарға түбәндәге кәңәштәрҙе бирер инем. Хаж ҡылыу тураһында алдан ныҡлап өйрәнергә кәрәк. Хәҙер интернет та бар, кәңәш һорарға ҡалабыҙҙа 10-дан ашыу хажи, районда ла хаж ҡылыусылар бар. Ә инде аҡсаң бар, сәләмәтлегең юҡ икән, башҡа берәүҙе ебәреп гөнаһтарыңдан таҙарынырға була. Тик хажға барыусы алдан үҙ исеменән хаж ҡылған булырға тейеш. Хажиларҙың доғаһы — ғаиләбеҙҙә, ҡалабыҙҙа, илебеҙҙә тыныслыҡ, имандарыбыҙҙың нығыуы, тәндәребеҙ сәләмәт, йәндәребеҙ тыныс булып, Ислам динен таратыусы булһаҡ ине. Хаж ҡылырға теләге булғандарға Аллаһы Тәғәлә юлдарын асһын ине.

Исламдың яртыһы ниәт тиҙәр, хәҙис тә бар «Дөрөҫлөктә эштәр ниәт менән генә баһалана». Изге ниәттәрегеҙ ҡабул булһын!


Факиһа ХӘБИБУЛЛИНА
Күмертау ҡалаһы

Читайте нас: