Все новости
Йәмғиәт
31 Октября 2017, 17:24

ҠЫУАНЫС ОҘАҠҠА БАРМАНЫ

Һаумыһығыҙ «Юшатыр» гәзите хеҙмәткәрҙәре!

Һаумыһығыҙ «Юшатыр» гәзите хеҙмәткәрҙәре!

Һеҙгә Тимербай ауылы халҡы исеменән тағы ла мин яҙам.

Беҙҙең ҡыуаныс бик оҙаҡҡа барманы бит әле: маршрутка бер аҙна йөрөнө лә туҡтаны. Берсә Газель ватылды, берсә шофер эшенән китте, тиҙәр. Ҡыуанып ҡына Газелдә йөрөй башлағайныҡ. Бер булмаһа булмай икән ул. Тағы һеҙҙән ярҙам һорайбыҙ.

Алина КАЗАКБАЕВА
Тимербай ауылы


Сания СӘЙЕТБАТТАЛОВА, Свобода ауыл хакимиәте башлығы:

«Был проблеманы беләбеҙ, шәхси эшҡыуар Альфред Әйүпов үҙе контролдә тота быны (автобус маршруты уныҡы)».

Редакциянан:

Тимербайға йөрөүсе автобус иҫкергән булыу сәбәпле, уны списать иткәндәр. Ошо аҙнанан икенсе, яңыраҡ автобус, буласаҡ һәм маршрут асыласаҡ.

«Юшатыр» хәбәрселәре А. Әйүповҡа ла сыҡты, тик әлегә ул кеҫә телефонын алмай. Шулай ҙа ауыл башлығы әйткәс, тиҙҙән тимербайҙарҙың был проблемаһы ла хәл ителер, тип ышанабыҙ.
Читайте нас: