Все новости
Йәмғиәт
3 Ноября 2017, 13:56

БӘХЕТЕ ЙӨҘӨНӘ СЫҠҠАН

Уҡытыусылар һөнәренә, уҡытыусы асылына ғүмере буйына тоғро ҡалған кешеләр була. Ҡайҙа ғына йөрөмәһен, ниндәй шарттарҙа эшләмәһен, улар һәр саҡ юғары мәҙәниле, яуаплы, намыҫсан булып ҡала. Шундай кешеләрҙең береһе –Башҡортостандың мәғариф алдынғыһы, Рәсәй Федерацияһының маҡтаулы мәғариф хеҙмәткәре Гөлсирә Рәшит ҡыҙы Ишкилдина (Сарбаева).

Уҡытыусылар һөнәренә, уҡытыусы асылына ғүмере буйына тоғро ҡалған кешеләр була. Ҡайҙа ғына йөрөмәһен, ниндәй шарттарҙа эшләмәһен, улар һәр саҡ юғары мәҙәниле, яуаплы, намыҫсан булып ҡала. Шундай кешеләрҙең береһе –Башҡортостандың мәғариф алдынғыһы, Рәсәй Федерацияһының маҡтаулы мәғариф хеҙмәткәре Гөлсирә Рәшит ҡыҙы Ишкилдина (Сарбаева).

Хаҡлы ялда булыуына ҡарамаҫтан, яратҡан эшенән айырылмай, хеҙмәт итеүен дауам итә, тормоштан кинәнес табып йәшәй Көйөргәҙе районының Ялсыҡай ауылы ҡыҙы. Таймаҫ урта мәктәбен тамамлағандан һуң үҙен педагогика өлкәһендә һынап ҡарарға уйлап, Абдул урта мәктәбендә уҡыта башлай. Тырышып эшләгән, әүҙем тормош менән ҡайнап йәшәгән ҡыҙ өс йыл үтеп киткәнен һиҙмәй ҙә ҡала. Башҡорт дәүләт педагогия университетының тәбиғи география факультетына уҡырға инә. Тормош тәжрибәһе туплаған Гөлсирәгә уҡыуы ауырға тура килмәй. Һәр саҡ уҡытыусы булырға хыялланған ҡыҙ үҙен тырыш, һәләтле студент итеп күрһәтә, биш йыл буйы төркөм старостаһы булып, институттың комсомол комитетында ҡатнашып, идеология бүлеген етәкләй. Шулай уҡ студенттарҙың төҙөлөш отрядында өс йыл рәттән командир була. Шул ваҡыттарҙа, Башҡортостан менән генә сикләнмәйенсә, Себер тарафтарына ла барып етә үҙе етәкләгән отряды менән.

Ҡулына диплом алғас та тыуған ауылына ашҡына ул. Шәбағыш урта мәктәбендә эш башлап ебәрә. Оҫта ойоштороусы уңған ҡыҙҙы Күмертау ҡала комсомол комитетына эшкә саҡыралар. Мәктәптәр менән эшләү бүлеген етәкләргә тәҡдим иткәс, ул ризалаша һәм яуаплы эшкә дәртләнеп, ең һыҙғанып тотона.

Тап ошо йылдарҙа Гөлсирә йәне-тәне менән бирелеп, арымай-талмай эшләй. Комсомол уның үҙен дә эшкә өйрәтә, ҡанаттарын нығыта.

Яҙмыш елдәре уны Күгәрсен яҡтарына алып китә. Сөнки Гөлсирә һөйгәне Ишбулды исемле баһадир, көрәшсе егеткә кейәүгә сыға һәм ғаиләһе менән Мораҡта төпләнә. Аталары кеүек мыҡты кәүҙәле өс улға әсәй ҙә булып китә, уларҙы аяҡҡа баҫтырғас, тағы яратҡан эшенә ҡайта. Район мәғариф бүлегендә методист булып эшләгәндән һуң, ул Мораҡтағы 2-се һанлы урта мәктәптә оҙаҡ йылдар уҡыу-уҡытыу буйынса директор урынбаҫары вазифаһын башҡара.

Тормош иптәшенә Өфөгә эш тәҡдим иткәс, Гөлсирә Рәшит ҡыҙына ла баш ҡалаға күсергә тура килә. Рәми Ғарипов исемендәге 1- се Башҡорт республика гимназия-интернатына эшкә урынлаша.

Эшен яратып башҡара, балаларға төплө белем бирергә тырыша, уларҙы төрлө кимәлдәге олимпиадаларға әҙерләй.

Тырыш хеҙмәт емештәрен оҙаҡ көттөрмәй: Гөлсирә Рәшит ҡыҙының уҡыусылары Өфө ҡалаһы буйынса ғына түгел, республика күләмендә лә география фәне буйынса еңеү яулай. Шул уҡ ваҡытта уға яуаплы ла, үҙенә таныш булған вазифаны ышанып та тапшыралар. Уҡыу-уҡытыу буйынса директор урынбаҫары булып 10 йыл рәттән, хаҡлы ялға киткәнсе эшләй.

Эшен гел намыҫ менән башҡарғаны өсөн хеҙмәттәштәре уға һәр саҡ ихтирам менән ҡарай. Ата-әсәләр, педагогик коллектив уның тура һүҙле, сабыр, талапсан икәнен белә, хөрмәт итә. Гөлсирә Рәшит ҡыҙы өсөн был һыҙаттар йәшәйеш ҡанундарына тиң. Уҡытыусы эшенә бөтә кеше лә тотона алмай. Сөнки был хеҙмәттә белем дә, уны башҡаларға бирерлек һәләт тә кәрәк. Ләкин балаларға йәрәгеңде биреп, уларҙы яратып эшләү – үҙе бер оло бәхет. Уҡыусыларҙың эскерһеҙ мөхәббәте кешене йәмләй, дәрт бирә.

Киң эрудициялы, аҡыллы, киң танылыу яулаған Гөлсирә Рәшит ҡыҙының маҡтау ҡағыҙҙары, грамоталары бихисап. Уның исеме Бөтә Рәсәй уҡытыусыларының Почет таҡтаһына индерелгән.

Әлеге көндә ул яҙмышынан бик ҡәнәғәт: ғаиләһе матур, хеҙмәте емешле. Ул яғымлы әсәй, яҡшы ҡәйнә, ярҙамсыл өләсәй. Өс улдары ла итәғәтле, инсафлы булып үҫкән, һәр береһе юғары белем алып, хеҙмәт итә. Улдары – талантлы егеттәр, айырыуса Эльвир Ишкилдиндың һандуғас тауышын республика тамашасылары бик яҡшы белә.

Гөлсирә Рәшит ҡыҙының әсәһе – Гөлбоҫтан апай ҙа иҫән. Балаларының, ейән-ейәнсәрҙәренең изгелеген күреп, мәрхәмәтлелеген тойоп йәшәй. Яратҡан ҡыҙына шул йылдарҙа киң таралған Гөлсирә исемен ҡуша, исеме есеменә тап килгән балаһына шатланып, риза булып ултыра, шатлығын уртаҡлаша.

Гөлсирә Рәшит ҡыҙынан, бәхетлеһегеҙме, тип һорап та торорға кәрәкмәй. Янып торған күҙҙәренә, балҡып торған йөҙөнә ҡарап бөтәһен дә күрергә була. Тормошто яратҡанға, риза була белгәнгә ул шулай. Бәхет төшөнсәһен һәр кем үҙенсә аңлай, әлбиттә. Ә Гөлсирә Рәшит ҡыҙы өсөн ул йөрәк ҡушыуы буйынса йәшәү, үҙеңә тәғәйен юлды табып, унан тайпылмай халҡыңа, илеңә тоғро хеҙмәт итеү.

Фирҙәүес ҠОТЛОГИЛДИНА,
Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыhы
Өфө ҡалаһы
Фото ғаилә архивынан

Читайте нас: