Все новости
Йәмғиәт
3 Ноября 2017, 13:59

БҮТӘН ШКАФ БАШЫНА МЕНМӘҪҺЕҢ

Райондың күп кенә ауылдарында кәрәҙле телефон бәйләнеше бөтөнләй юҡ йә бик насар тота. Был турала беҙ «Юшатыр» биттәрендә лә бер нисә рәт яҙып сыҡҡайныҡ.

Райондың күп кенә ауылдарында кәрәҙле телефон бәйләнеше бөтөнләй юҡ йә бик насар тота. Был турала беҙ «Юшатыр» биттәрендә лә бер нисә рәт яҙып сыҡҡайныҡ.

Бахмут, Покровка, Красный Восток, Горный Ключ, Яманһары, Ялсыҡай, Молокан, Ҡунаҡбай, Павловка, Кинйәбәй, Арыҫлан-Әмәкәс, Бальза, Иҫке Отрада, Яңы Отрада, Тимербай, Яҙлау, Абдул, Шәбағыш. Һанай китһәң, бындай ауылдар иҫәбе арыу ғына. Уларҙың ҡайһы берҙәрендә бөтөнләйе менән элемтә булмаһа, ҡайһыларында телефоныңды тотоп йә ҡыйыҡ башына, йә шкаф башына, йә тау башына үрмәләргә, элемтәле урын эҙләргә тура килә. Бөтә донъя халҡы кәрәҙле телефон аша ғына аралашып, уның аша ғына интернетҡа инеп рәхәтләнгәндә, был ауылдар халҡы шундай мөмкинлектәрҙән мәхрүм ҡала килә.

Район хакимиәте лә, силсәүит башлыҡтары ла был проблема менән бер нисә йыл рәттән шөғөлләнә, әлбиттә. Әммә ошоға тиклем шатланырлыҡ һөҙөмтәләр булманы. Бер заман Билайнға үҙебеҙ сығып та һөйләшеп ҡарағайныҡ: «Планда юҡ. 2017 йылғы планға мотлаҡ кертәсәкбеҙ», - тигәйнеләр улар.

Әлеге ваҡытта яҡшы яҡҡа үҙгәреш көтөлөргә уйлап тора. Район Советы секретары Әхәт Исламғолов аңлатыуынса, ошо көндәрҙә силсәүит башлыҡтары үҙҙәренең биләмәһендә кәрәҙле бәйләнеш вышкаһын урынлаштырыу өсөн иң юғары нөктәне билдәләргә тейеш. Шул уҡ ваҡытта ул урындан алыҫ түгел генә 6-10 кВт электр энергияһы булыуы зарур.

Район хакимиәте башлығының төҙөлөш, архитектура һәм йәшәйеште тәьмин итеү һорауҙары буйынса урынбаҫары Ринат Килдебаев: «Силсәүиттәр иң кәрәкле урынды билдәләгәс тә, беҙ был турала «Асыҡ Республика» комитетына хәбәр итәбеҙ. Аҙаҡ мобиль селтәр вәкилдәре килеп, урындарҙы ҡарап, ҡулланыусылар күпме, бында вышка урынлаштырыу үҙҙәре өсөн табышлы буласаҡмы икәнен билдәләп, вышка ҡуйырғамы-ҡуймаҫҡамы хәл итәсәктәр. Әле ул элемтә Блайнмы, Мегафонмы, МТС-мы икәнен әйтә алмайбыҙ», - тип, тиҙҙән башҡарыласаҡ эштәргә анализ яһаны.

Шулай итеп, юғарыла күрһәтелгән ауылдарҙа йәшәүселәргә яҡшы яҡҡа үҙгәрештәргә өмөт итергә генә ҡала.

Розалия НАЗАРОВА
Читайте нас: