Все новости
Йәмғиәт
3 Ноября 2017, 14:04

ИКЕ МАШИНАЛА ЭШЛӘЙ

Ауыл кешеһенә малсылыҡта ла, игенселектә лә ямғыр ҙа,ҡар ҙа ҡамасау. Шуға ҡарамаҫтан ауыл хеҙмәтсәндәре тәбиғәт һынауҙарына бирешмәй, үҙ бурыстарын намыҫлы башҡарырға өйрәнгән.

Ауыл кешеһенә малсылыҡта ла, игенселектә лә ямғыр ҙа,ҡар ҙа ҡамасау. Шуға ҡарамаҫтан ауыл хеҙмәтсәндәре тәбиғәт һынауҙарына бирешмәй, үҙ бурыстарын намыҫлы башҡарырға өйрәнгән.

«Искра» ауыл хужалығы эшсәндәре, быйылғы ураҡ эштәрен ваҡытында юғалтмайынса атҡарып сығыу бурысы менән йәшәй. Хужалыҡта эштәр һуңғы гектарҙарҙа ҡалды. Ауыл хужалығына бағышланған байрамды хужалыҡ ағзалары эшлекле кәйеф менән ҡаршылай һәм бер юлы, алға яңы бурыстар ҙа ҡуя.

Хужалығыбыҙҙың ҡаҙаныштарында һәр кемдең өлөшө бар. Шундай эшһөйәр ир-уҙаманыбыҙ Әҡсән Миңләхмәт улы Хәйбуллин. Ул тыумышы менән Ҡотлоюл ауылынан. Мәктәпте тамамлап, ҡулына өлгөргәнлек аттестаты алғас, Күмертауҙағы ДОСААФ автомәктәбендә алты ай уҡый. Совет Армияһына алынғас, ил алдындағы бурысын Германия Демократик Республикаһында үтәй. Ул 1987 йылдан бирле водитель булып эшләй. Утыҙ йыл хеҙмәт стажына эйә. Ул бер түгел ике машинала эшләй. Иртә таңдан автобусы менән ауылдарҙан комбайнсыларҙы йыйнап, баҫыуҙарға комбайндары янына алып барып ҡуя. Шунан йөк ташыусы Зил машинаһын ҡабыҙып, ырҙынға иген ташый башлай.Үтә лә егәрле ул беҙҙең ағайыбыҙ.

Әҡсән Хәйбуллиндың теләге изгелекле — хужалығыбыҙ артабан да нығынып, иртәгәһе тыуыр көндәребеҙгә тыныслыҡ менән именлек, эшләргә эш урыны булыуына ҡәнәғәт булып, яңы үҫештәргә ынтылып йәшәү. Эшендәге яҡшы һөҙөмтәләре өсөн Әҡсән ағайыбыҙ Республикабыҙҙың юғары наградаһына эйә булды.

Рәүеф АБДУЛЛИН

Читайте нас: