Все новости
Йәмғиәт
3 Ноября 2017, 14:40

КӨҘГӨЛӘГЕ КЕҮЕК САҒЫЛА

Юлия Карл исемле ҡатын был. Көн дә редакцияға килә – ҡыҙы инглиз теле дәрестәренә йөрөй (беҙҙең янда Шекспир телен өйрәтеү буйынса кабинет астылар – заманаһы шулай, аренда менән аҡса эшләгеҙ, тиҙәр).

Юлия Карл исемле ҡатын был. Көн дә редакцияға килә – ҡыҙы инглиз теле дәрестәренә йөрөй (беҙҙең янда Шекспир телен өйрәтеү буйынса кабинет астылар – заманаһы шулай, аренда менән аҡса эшләгеҙ, тиҙәр).

Юлия – эстон ҡатыш немец ҡыҙы, ире лә – немец. Үҙҙәре Ҡаҙағстандан. Шуға күрә төрки телдәрҙе лә арыу ғына һупалай был гүзәл затыбыҙ. Беҙ үҙ-ара аралашҡанда ҡайһы саҡ, ҡыҙыҡ ерен тотоп алып, көлөп тә ебәрә. Үҙе православие динендә булһа ла, мәсеткә йөрөйөм, ти. Милләттәр һәм диндәр дуҫлығы, теләктәшлеге бына кемдә көҙгөләге кеүек сағыла. Юғиһә, беҙ толерантлыҡҡа миҫалдар эҙләп, китаптар аҡтарабыҙ, ә ул кеше беҙҙең янда ғына йөрөгән.

Ҡайһы мәл бергә сәй эскеләйбеҙ, һеҙ ҡунаҡсыл халыҡ икән, тип маҡтай, шулай тиһә, беҙ, саҡ торған халыҡ, ирей ҙә китәбеҙ, барлы-юҡлы ризыҡты өҫтәлгә теҙәбеҙ. Күрәһең, беҙҙең ниндәй икәнде, Германияғамы, Эстонияғамы барһа, һөйләп йөрөр.

Автор фотоһы

Читайте нас: