Все новости
Йәмғиәт
3 Ноября 2017, 14:06

ТОРМОШОноҢ ТӨП МӘҒӘНӘҺЕ — ХӘЛӘЛ ХЕҘМӘТ

Гөлнара Зинур ҡыҙы Маннанова Әлшәй районы Әбдрәшит ауылында тыуып-үҫкән. Һәр ауыл балаһы кеүек ул кесе йәштән үк ауыл хужалығы хеҙмәтен белеп үҫә

Гөлнара Зинур ҡыҙы Маннанова Әлшәй районы Әбдрәшит ауылында тыуып-үҫкән. Һәр ауыл балаһы кеүек ул кесе йәштән үк ауыл хужалығы хеҙмәтен белеп үҫә. Өфө ҡалаһында китапханасылар техникумын тамамлап, шунда уҡ эшләп йөрөгән ҡыҙ ауыл хужалығы институты студенты — Мораптал егете Илдар Рәдүт улы Маннанов менән танышып, сәстәрен сәскә бәйләй. Йәш ғаилә ауылға ҡайтып эш башлап ебәрә. Бер-бер артлы тыуған балаларын үҫтереп, Гөлнара Зиннур ҡыҙы 1996 йылда Киров исемендәге хужалыҡтың идаралығына сәркәтип булып урынлаша. Үҙ эшен еренә еткереп башҡарғанын күреп, хужалыҡ етәкселеге уны 2002 йылда кадрҙар бүлеге мөдире итеп тәғәйенләй. Был эшендә лә һынатмай ул. Бик үк еңелдән булмаған кадрҙар менән эш итеү хеҙмәте Гөлнара Маннанованың тәжрибәһен тағы ла үҫтерә. Үҙенә йөкмәтелгән һәр бер эште ваҡытында, намыҫ менән тырышып башҡара ул. Киров исемендәге хужалыҡтың ысын патриоты үҙе тураһында һөйләргә яратмай. «Минең тормош девизым — хеҙмәттәштәремә, яҡташтарыма тик игелектәр генә күрһәтеү, ярҙам итеү, олоһона ла, кесеһенә лә яҡшы кәңәштәр биреп, янып эшләү һәм йәшәү. Хужалығыбыҙҙың төп байлығы — уңған, тырыш коллективым. Беҙ әллә ҡасан инде бар күңелебеҙ менән ауыл еренә, үҙебеҙ хеҙмәт иткән хужалығыбыҙға береккән кешеләр инде. Тормошобоҙҙоң, йәшәүебеҙҙең дә төп мәғәнәһе — хәләл хеҙмәт», - ти ул.
Читайте нас: