Все новости
Йәмғиәт
3 Ноября 2017, 14:08

ҠУЛЫ БЕЛГӘН БАЛ АШАР

«Ҡулы белгән бал ашар», - ти башҡорт халыҡ мәҡәле. Был һүҙҙәр Ҡотлоюл ауылының һөтсөлөк фермаһында утыҙ өс йыл инде хеҙмәт иткән Рәйфә Мәҡсүт ҡыҙы Арыҫлановаға төбәлә. Мәктәпте тамамлағас, 1984 йылдың йәйендә тыуған ауылында фермаға эшкә килә.

- Әлбиттә, малсылыҡта уңғандар, тырыштар ғына эшләй ала, сөнки был тармаҡ ялҡауҙарҙы яратмай, күңел биреп хеҙмәт иткән осраҡта ғына ниндәйҙер һөҙөмтәгә ирешергә мөмкин. Бөтә уңайлы шарттар, мөмкинлектәр бар, Аллаға шөкөр, заманса һөтсөлөк фермабыҙ уңышлы эшләй, эштән ҡурҡмайбыҙ, эш хаҡын ваҡытында алабыҙ, хужалығыбыҙ рәйесе, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре Рәмил Ғиниәт улы Мостафинға оло рәхмәтлебеҙ, - ти Рәйфә Мәҡсүт ҡыҙы.

Рәйфә Арыҫланова Республикабыҙҙың юғары наградаһы менән бүләкләнә. Ысынлап та, тырышып эшләгәндәргә хужалыҡ етәкселеге тарафынан һәр яҡлап ярҙам һәм социаль яҡтан яҡлау кәрәк, ә беҙ эшләргә булдырабыҙ.

Рәүеф АБДУЛЛИН

Читайте нас: