Все новости
Йәмғиәт
8 Ноября 2017, 14:26

«5» БИЛДӘҺЕНӘ ТЫРЫШАСАҠБЫҘ

Район хакимиәтендә хәрби әҙерлек буйынса кәңәшмә булды.

Район хакимиәтендә хәрби әҙерлек буйынса кәңәшмә булды.

Булмаҫ та ине, бәлки, февраль баштарында беҙҙе тикшерергә комиссия килә. 5 йылға бер тикшерәләр. Бында йәштәрҙең хеҙмәткә яраҡлығы буйынса нимәләр эшләнә бар йәһәттән ҡарала: спорт, патриотик саралар үткәреү, һаулыҡ һаҡлау яғынан егеттәрҙең хәле нисек, мәктәптәрҙә ОБЖ уҡытыу ҡалай, хәрби иҫәп нисек алып барыла... Был йүнәлештәге эштә силсәүиттәр ҙә, мәктәптәр ҙә, хакимиәт тә ситтә ҡалмай. Бынан биш йыл элек үткән тикшереүҙә беҙ 4 билдәһе алғайныҡ. Военком Рәмил Хайрутдинов, барыһы ла нишауа ла, бына һаулыҡ һаҡлау йәһәтенән хәлдәр шәп түгел, тине. Военкоматта комиссия үткәнендә шуныһы асыҡлана: егетттәрҙең 60-70%-ы һаулығы яғынан сикләнгән була. Был уларҙың барыһын да армияға алырға ярамай тигәнде аңлатмай, бәғзеләре китеп тә бара, әммә табиптарға ныҡлы уйларға кәрәк был йәһәттән. Аңлатыуҙарынса, ауырыу барлығы беленгәс, малайҙарҙы йүнәлтмә менән дауаханаға ебәрәләр, тик тегеләре ниндәйҙер сәбәп арҡаһында тейешле дауаланыу курсын алмай. Ошолар һәм башҡа кәнсәләр темалар хаҡында тәфсирләп аңлатылды залда ултырған мәктәп директорҙары, ОБЖ уҡытыусылары һәм башҡаларға. Тикшереү килеүгә ваҡыт күп, ошо арала етешһеҙлектәр бөтөрөлөр, моғайын. Һәм быныһында «5» билдәһе лә алырбыҙ, бәлки. Тик 60-70% бик һау булмаған малайҙар менән нишләргә? Ике-өс айҙа ғына төҙәтә торған проблема түгел бит был.

А. ХАЛИҠОВА фотоһы

Читайте нас: