Все новости
Йәмғиәт
8 Ноября 2017, 13:47

БУРЫСЫН ҮТӘНЕ

Фәниә Нәғим ҡыҙы Хөснөтдинова ғүмере буйы Көйөргәҙе районының Абдул ауылында математика фәнен уҡытты. Уны ауылда йәшәүсе бөтә халыҡ бик яҡшы белә, хөрмәтләп иҫкә ала. Ул Совет хөкүмәтенең йәштәрҙе ауылда ҡалдырыу маҡсатында, йәш белгес уҡыу йортон тамамлағас, бер урында 3 йыл эшләргә тейеш, тигән сәйәсәтенә ярашлы, 1975 йылда БДПИ-ны тамамлап, йүнәлтмә менән килгәйне.

Үткер аҡыллы, талантлы, хеҙмәт һөйөүсән кешеләр менән яҡшы аралаша белә ине. Уҡыусыларын да бик яратты ул. Коллективта хөрмәт ҡаҙанды. Класс етәксеһе булараҡ, үҙенең тәрбиәләнеүселәрен алға өндәне, дөрөҫ тормош юлын һайларға өйрәтте.

Үҙ предметын яҡшы белеп, балаларға математика нигеҙҙәрен төшөндөрҙө, бирелеп эшләне. Ике йыл директор вазифаһын башҡарып, яңы төҙөлөп килгән мәктәпте асып, көр күңел менән эшкә тотондо.

Ғаиләлә 3 бала тәрбиәләне. Өлкән улы – Айҙар Хөснөтдинов. Ихласлыҡ, тәртиплелек, кешелеклек кеүек сифаттар 2 ҡыҙы: Айгөл һәм Айһылыуҙа сағылыш тапҡан. Уларҙа мин Фәниә апаның үҙен күрәм. Ул миңә йыш шылтырата ла, оҙаҡ ҡына һөйләшә торғайныҡ. Бер ваҡытта ла зарланманы, ауырыуын да йәшермәне. Ләкин ҡапыл вафат булыр тип уйламаныҡ шул.

Их, ғүмер тигәнең. Күп һөйләйһе, эшләйһе бар ине лә бит, ҡаты ауырыу алып китте уны беҙҙең аранан.

7 ноябрҙә 7 йыл тулды уның беҙҙе ташлап китеүенә. Беҙ, хеҙмәттәштәре, һәр ваҡыт хөрмәтләп иҫкә алабыҙ Фәниә Нәғим ҡыҙын.

Уҡытыусы ҡайһы осорҙа, ниндәй шарттарҙа булыуына, алдында ниндәй бурыстар тороуына ҡарамаҫтан, һәр ваҡыт бер маҡсатҡа ынтылырға тейеш –киләсәк быуынды уҡытыу һәм тәрбиәләү. Был – ер йөҙөндәге изге бурыс. Иң мөһиме йәмғиәткә файҙалы кешеләр үҫтереү. Үтәне бурысын уҡытыусы... Уның тәрбиәләнеүселәре төрлө тармаҡтарҙа, төрлө тарафтарҙа тырышып эшләй, донъя көтә, ауылыбыҙҙың киләсәген күтәреп бара.

Хеҙмәттәшемә ҙур ихтирам менән

Зөлфирә УСМАНОВА,
РФ мәғариф алдынғыһы.
Абдул ауылы

Читайте нас: