Все новости
Йәмғиәт
8 Ноября 2017, 14:24

ОНОТОРҒА ТЕЙЕШ ТҮГЕЛБЕҘ

Шишәмбе көнө Ермолаевола Бөйөк Октябрь социалистик революцияһының 100 йыллығына арналған сара үтте. Унда ҡатнашыусылар Граждандар һуғышында һәләк булғандар иҫтәлегенә ҡуйылған һәйкәлгә сәскәләр һалды, митинг та булды. Тантанала ике тиҫтәнән ашыу кеше ҡатнашты.

Шишәмбе көнө Ермолаевола Бөйөк Октябрь социалистик революцияһының 100 йыллығына арналған сара үтте. Унда ҡатнашыусылар Граждандар һуғышында һәләк булғандар иҫтәлегенә ҡуйылған һәйкәлгә сәскәләр һалды, митинг та булды. Тантанала ике тиҫтәнән ашыу кеше ҡатнашты.

Сараны асып, КПРФ-тың Көйөргәҙе районы ойошмаһы етәксеһе Николай Варнавский:

- Советтар осоронда күп заводтар төҙөлдө, колхоздар ойошторолдо. Революция халыҡҡа бушлай уҡыу, дауаланыу мөмкинлектәре бирҙе. Уның әһәмиәте ҙур. Шуға күрә беҙ уны оноторға тейеш түгелбеҙ, - тине. Район Советы секретары Әхәт Исламғолов та, беҙ барыбыҙ ҙа совет иле балалары тип, йыйылыусыларҙы район хакимиәте һәм Советы исеменән ҡотланы.

- Октябрь революцияһы - мөһим тарихи ваҡиға, - тине ул. – Ул беҙҙең илебеҙгә генә түгел, ә барлыҡ донъя илдәренең тарихына ҙур йоғонто яһаны.

Сараға райондың элекке хакимиәт башлығы Раил Әбдрәшитов та килгәйне.

– Беҙҙең быуын кешеләрен байрам менән ҡотлайым. Совет заманында төҙөлгән күп нәмәләрҙе хәҙер юҡҡа сығаралар, емерәләр. Беҙ сит ил әйберҙәрен һатып алабыҙ, уларҙың машиналарында йөрөйбөҙ. Завод-фабрикалар ябыла, кешеләр эшһеҙлектән Себергә китә. Колхоз, совхоздар тарҡалды. Беҙҙең ата-бабайҙар алйот булғанмы ни колхоз төҙөгәндә? Улар бит ошолай йәшәү яҡшыраҡ икәнен белеп эшләгән. Мин киткәндә районда 7 колхоз, 5 совхоз бар ине, әле шуларҙың икәүһе генә ҡалды, - тине ул.

Районыбыҙҙың ветерандар советы рәйесес Алексей Тарасов та телмәр тотто. Унан һуң да һөйләүселәр табылды. Барыһының да фекере бер булды был көндө – революция йәшәй һәм йәшәйәсәк!

Автор фотоһы

Читайте нас: