Бер нисә көн элек йәш егетте ерләнеләр райондың бер ауылында. Утыҙы ла тулмаған, өйләнмәгән дә үҙе. Беҙҙең милләттең күп ирҙәре кеүек ситтә йөрөгән аҡса эшләйем тип, ниндәйҙер бинаны ремонтлағанда өҫтән ҡолаған, ти.
Был инде Себерҙә, Мәскәүҙә эштә йөрөгән ирҙәребеҙҙең алып ҡайтылған әллә нисәнсе мәйете. Яҙмыш тиҙәр, әжәлдең һине ҡайҙа һағалап торғанын береһе лә белмәй, тиҙәр. Шулай ҙа тыуған ерендә генә йөрөһә, бәлки, иҫән дә булыр ине, өйләнер, балалар тәрбиәләр инее, тигән уй килә. Үлгән хәлдә лә, исмаһам, әсәй ҡуйынында йән бирер ине...
Бынау быҫҡаҡ көн шикелле, күңелгә ауыр. Ямғыры ла хәс улын ерләгән әсә, ире булып та ирһеҙ көн иткән ҡатын, атай, тип әйтер кешеһе ҡалмаған бала, тыуырға тейеш булып та ҡарында яралмаған сабый күҙ йәшен хәтерләтә.
Тамара ҒӘНИЕВА, Өфө ҡалаһы:
- Беҙҙең Кинйәбай ауылы егете. Хәлит исемле. Оҙон буйлы матур егет ине. Нәҫелебеҙ. Ир-егеттәр ҡырыла. Ауылда эш юҡ бит, ситтә йөрөмәй нишләһен һуң? Я Рабби...
«Сибиряк» ҡатындары исеменән
- Китәм, - тиһең. Юҡ, оҙаҡҡа түгел,
Юҡ, тиҙгә лә түгел. Ай үтер.
Һин юҡ саҡта яҙым япраҡ ярыр,
Һинһеҙ генә йылы йәй етер...
Һинһеҙ генә атыр күпме таңдар!
Күпме һыуҙар ағыр. Ел иҫер...
Көтөп үтер ғүмер. Әйтсе миңә:
Быға риза булғас, кем иҫәр?
Һинһеҙлеккә күнгән мин ғәйепле!
Китмәҫ инең, риза булмаһам!
Матди етешлекте яңғыҙлыҡтан,
Һағыныуҙан өҫтөн ҡуймаһам...
Ай тораһың өйҙә, ай – ситтәһең,
Ярты ғүмер яңғыҙ теп-теүәл!
Минһеҙ үткән һинең айҙарың йәл,
Һинһеҙ үткән минең көндәр йәл...
Атай һағынып үҫә балаларың,
- Атай, атай! – күҙ йәштәрем аша
Көләм, йыуатырға маташып...
Беҙ түҙербеҙ инде. Ҡатындар беҙ!
Беҙҙең яҙмыш – сабыр итергә,
Бар донъяны үҙ елкәңдә һөйрәп,
Һинең ҡайтҡаныңды көтөргә.
Йонсоп, сикәләрең һаҡал баҫып,
Ҡайтырһың һин, беләм, ай үткәс,
Яҙҙан яҙып ҡалдым. Онотолор!
Ҡосағыңа алып, бер үпкәс.
Шулай өмөтләнеп көткән булам,
Түҙәм. Беләм: булыр ҡәҙерем!
Сәләмәт бул берүк. Имен йөрө!
Тиҙерәк ҡайт инде, ҡәҙерлем!!!
Көтәм, сабыр итеп, һағына-һағына,
Һин ҡайт ҡына! Минең етер хәл!
Тик шулай ҙа минһеҙ айҙарың йәл,
Һинһеҙ үткән минең көндәр йәл...
Яңғыҙ үткән һалҡын төндәр йәл...