Все новости
Йәмғиәт
8 Ноября 2017, 14:29

УҢҒАНДАРҘЫҠЫ БЕР ЮЛЫ

Үткән йома районыбыҙҙа Халыҡтар берҙәмлеге көнөнә һәм Ауыл хужалығы хеҙмәткәрҙәре һәм эшкәртеү сәнәғәте эшсәндәренең һөнәри байрамына арналған тантаналы саралар үтте.

Үткән йома районыбыҙҙа Халыҡтар берҙәмлеге көнөнә һәм Ауыл хужалығы хеҙмәткәрҙәре һәм эшкәртеү сәнәғәте эшсәндәренең һөнәри байрамына арналған тантаналы саралар үтте.

Көндөң тәүге яртыһында район хакимиәтендә БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты Рузалия Хисмәтуллина, республиканың архив эштәре идаралығы начальнигы Илфат Ғәлләмов халыҡты ҡабул итте. Уларға булған проблемалары менән ни бары өс-дүрт кенә кешенең килеүе күңелде ҡырһа ла, мәртәбәле ҡунаҡтар барыһын да йылы ҡабул итте, һорауҙарына теүәл яуаптар бирҙе. Рузалия Сафиулла ҡыҙына Бахмут ауылы клубына ремонт кәрәк тип, ярҙам һорап кергән ауыл советы хакимиәте башлығы Нурия Шәрипова ыңғай яуап алып, оло ҡәнәғәтлек менән сыҡты. РФ гражданлығы юллап мөрәжәғәт итеүсе кеше лә булды. Бер яҡташыбыҙ ҡасандыр эҙһеҙ юғалған атаһын табыуҙа ярҙам һорап килде.

Аҙаҡ Ермолаеволағы мәҙәниәт һәм ял паркында урындағы инициативаны яҡлау программаһы буйынса эшләнгән уйын майҙансығын асыу тантанаһы булды. Сараны “Аҡбуҙат” өлгөлө башҡорт фольклор ансамбле (етәксеһе Й. Рамаҙанова) һәм “Тополек” балалар баҡсаһы тәрбиәләнеүселәренең шиғырҙары, йырҙары һәм бейеүҙәре биҙәне.

- Мин кескәйҙәр өсөн ҡыуаныслы булған ошондай матур сарала ҡатнашыуыма бик шатмын. Был майҙансыҡ барыһына ла файҙа килтерһен. Бер ваҡытта ла буш булмаһын, һәр саҡ малай-ҡыҙҙар тауыштары яңғырап торһон, - тине Рузалия Сафиулла ҡыҙы.

Шулай уҡ был көндө Яңы Морапталда күп функциялы спорт майҙансығы ла асылды (был турала “Юшатыр” гәзите яҙып сыҡҡайны инде). Ауылдың спортсылары эште оҙаҡҡа һуҙмай, шунда уҡ яңы майҙансыҡты һынап ҡарарға ла форсат тапты: яҡташтарыбыҙ күрше Ырымбур өлкәһенең Аллабирҙе ауылы командаһы менән мини-футбол буйынса көс һынашты. Көрәш бик ҡыҙыу барҙы. Һөҙөмтәлә Аллабирҙе командаһы морапталдарҙы отоп ҡуйҙы. Яҡташтарыбыҙ еңелһә лә, танауҙарын төшөрмәне, сөнки улар киләһе уйында еңерҙәренә ышана. Ни тиһәң дә, хәҙер бит уларҙың күнекмәләр өсөн өп-өр яңы спорт майҙансығы бар.

Яңы Морапталда майҙансыҡ асылған бер мәлдә район мәҙәниәт йортонда Бауырһаҡ байрамы ойошторолдо. Бында һәр ауыл советтары ауылдарынан килгән оҫта ҡуллы хужабикәләр һәм район ҡулланыусылар йәмғиәте баурыһаҡ бешереүселәре көс һынашты. Тәмле ризыҡтар күргәҙмәһендә бауырһаҡтың, сәк-сәктең ниндәй генә төрө юҡ та, нисек кенә биҙәмәгәндәр! Жюри ағзалары ҡатнашыусыларҙың барыһын да төрлө номинациялар менән билдәләп, иҫтәлеккә бүләктәр тапшырҙы.

Ике байрам уңайынан әҙерләнгән тантана мәҙәниәт йортоноң тамаша залында дауам итте. Район хакимиәте башлығы Әхәт Ҡотлоәхмәтов барыһын да байрам менән ҡотлап үҙенең йылы тәбрикләү һүҙҙәрен еткерҙе.

- Бөгөн Халыҡтар берҙәмлеге көнөн һәм Ауыл хужалығы хеҙмәткәрҙәре һәм эшкәртеү сәнәғәте эшсәндәренең һөнәри байрамын билдәләйбеҙ. Йола буйынса үҫтерелгән уңыш йыйып алынғас, ауыл хужалығы хеҙмәткәрҙәре үҙҙәренең еңел булмаған эштәренә байҡау яһай, матур байрам үткәрә. Районыбыҙҙың ауыл хужалығы тармағына “Искра” (етәксеһе Рәмил Мостафин), Киров исемендәге (етәксеһе Рәмил Туҡаев) хужалыҡтар, Әнүәр Усманов, Илшат Мәзитов, Дамир Хәйбуллин, Аҡылбек Алмашев кеүек фермерҙар тос өлөш индерҙе. Һауа торошоноң ҡырыҫ булыуына ҡарамаҫтан, быйыл ауыл эшсәндәре 119 мең тоннанан артыҡ бойҙай йыйҙы. 16 мең тоннанан артыҡ көнбағыш, 20 мең 800 тонна татлы тамыр йыйып алынды. Ауыл хужалығы предприятиеларында техника яңыртылды. 30 млн һумға 25 берәмек техника һәм инвентарь алдыҡ. Рәсәй һәм БР Хөкүмәтенән күрһәтелгән ярҙам да тармаҡтағы эштәрҙең ыңғай барыуына булышлыҡ итте. Ағымдағы йылдың 10 айында республика һәм федераль бюджеттан 40 млн һумлыҡ ярҙам күрһәтелде.

Барығыҙҙы ла байрам менән ҡотлайым. Һәммәгеҙгә лә тырыш хеҙмәтегеҙ өсөн ҙур рәхмәт! Иҫәнлек-һаулыҡ теләйем, – тине Әхәт Йәүҙәт улы.

Көйөргәҙеләрҙе Рузалия Хисмәтуллина, БР ауыл хужалығы министры урынбаҫары Ләлә Дәүләтбаева, Көйөргәҙе районының муниципаль районы Советы рәйесе Леонид Богатырев та байрам менән ихлас ҡотланы. Бер төркөм хеҙмәт алдынғыларына Маҡтау грамоталары һәм бүләктәр ҙә тапшырылды.

Күркәм байрам һәүәҫкәр артистарҙың концерты менән тамамланды.


Автор фотолары



Байрам көндө Мораптал ауыл советы хакимиәте башлығы Асҡар Исат улы Кинжалиев БР Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтайының Рәхмәт хаты менән бүләкләнде.

Район үҙәгенең «Йәшлек» мәҙәниәт һарайында үткән «Бауырһаҡ байрамы» кеше фантазияһына кәртә юҡлығын тағы ла бер тапҡыр иҫбат итте.

Аҡһары ауылы ағинәйҙәренең «Хазина» ойошмаһы ла был саранан ситтә ҡалманы. Үҙҙәренә генә хас ентекле ҡараш менән бар һәләттәрен һалып әҙерләнгән улар. Өҫтәлдәрендә баллы бауырһаҡтан «Шоңҡар тауы»ла урын алғайны. Ҡамырҙан бешерелгән кәрзин эсендәге ҡыҙыл, йәшел төҫтәге сәскәле баурыһаҡтар һәр кемдең иғтибарын үҙенә йәлеп иткәндер. Был — ойошманың иң оло ағзаһы Гөлсөм Сәлихова инәйҙең ижады. Нурия Собханғолова инәйҙең уңған, күпереп бешкән икмәге ауыл хужалығы хеҙмәткәрҙәренә булған рәхмәтте белдереп тора.

Ауыл ерендәге тауыҡ сүпләһә лә бөтмәҫлек мәшәҡәттәренән, яуаплы эштәренән арынып, физик көс кенә түгел, ә күңел көсө лә табып, үҙҙәренә генә хас ихласлыҡ менән кешеләргә, ауыл тормошона йәм өҫтәүсе ойошма ағзалары: Земфира Ишмөхәмәтоваға һәм Резеда Ҡунаҡбаева, Луиза Собханғолова, Минзиә Уразаева, Ғәлиә Мифтахова, Рәүзиә Хәмитова, Рәйфә Сәғәҙиева, Әлфиә Шәрипова, Гөлбикә Биктәнова апайҙарға ысын күңелдән һоҡланыуымды һәм рәхмәтемде белдерәм.

Жюри ағзаларын бик күңелле кәйеф менән ҡаршы алдылар улар. Дәртле йырға Рим Сәлиховтың ҡурай моңдары, Рәүеф Әбйәлилов һәм Айҙар Ишмөхәмәтовтарҙың баян көйҙәре ҡушылды. «Традицион бауырһаҡ» номинацияһына лайыҡ булып, бүләк алып, бауырһаҡтарын һатып, үҙҙәренең сығымдарын ҡаплағас, шат йөҙ менән таралыштылар.

Гөлнара ӘЛИЕВА

Аҡһары ауылы

Читайте нас: