Все новости
Йәмғиәт
8 Ноября 2017, 14:22

ЯҢЫРТЫЛҒАН ҺАРАЙ АСЫЛДЫ

Халыҡтар берҙәмлеге көнөнә Күмертауҙа бер нисә сара үтте. Уларҙың тәүгеһе — Еңеү паркында 4 постаменттың тантаналы асылыуы. Бында 3 пушка һәм «Град» установкаһы ҡуйылды. Икенсе йылға асыҡ һауалағы техника музейын тағы ла тулыландырмаҡсылар.

Халыҡтар берҙәмлеге көнөнә Күмертауҙа бер нисә сара үтте. Уларҙың тәүгеһе — Еңеү паркында 4 постаменттың тантаналы асылыуы. Бында 3 пушка һәм «Град» установкаһы ҡуйылды. Икенсе йылға асыҡ һауалағы техника музейын тағы ла тулыландырмаҡсылар.

Байрамдың төп ваҡиғаһы — концерт һәм тантаналы бүләкләү капиталь ремонттан һуң яңы төҫ алған Күмерселәр һарайында дауам итте. Ҡала башлығы Борис Беляев күмертауҙарҙы ҙур байрам менән ҡотлап, барлыҡ мәҙәни сараларҙы ойоштороп йөрөүселәрҙе тәбрикләне.

Ҡаланың «Дуҫлыҡ» мәҙәниәт һарайына ремонт эштәре башланыуы, республика ҡарамағынан ҡаланыҡына күсеп, исеме киренән Күмерселәр һарайына үҙгәртеләсәге хаҡында бер йыл тирәһе элек яҙғайныҡ. Республика Башлығы Рөстәм Хәмитов та Күмертауға килгән сағында бында һуғылып, акустиканың насар булыуын һәм башҡа етешһеҙлектәрҙе үҙе күреп киткәйне. 33,5 млн. һумға эшләнгән капиталь ремонт майҙа уҡ тамамланырға тейеш булһа ла, ул әле саҡ тамамланды. Шулай уҡ мәҙәниәт һарайының тышҡы алғы яғына ла ремонт талап ителә. Ошо көндәрҙә яңыртылған Күмерселәр һарайын БР-ҙың торлаҡ-коммуналь хужалығы министры Сергей Афонин да килеп күреп китте. Сергей Иванович, ҡаланың элекке башлығы булараҡ, беҙҙең проблемаларҙы яҡшы белә һәм яҡташтарын онотмай, һәр саҡ төрлө яҡлап ярҙам итеп тора. Был юлы ла Күмерселәр һарайының тышҡы йөҙөн тәртипкә килтереүгә ярҙам итер, тип өмөтләнәбеҙ.

Фото ҡала хакимиәте сайтынан

Читайте нас: