Все новости
Йәмғиәт
10 Ноября 2017, 16:20

ӨФӨНӨ ЛӘ ЯУЛАНЫ УЛ

3-сө БРГИ-ның 10-сы класында уҡыусы Ҡотлоюл һылыуы Розалина Ибраһимова бар ергә лә өлгөрә. Яҡшы уҡыуынан тыш ул телевидениела тапшырыу алып бара, төрлө конкурстарҙа ла ҡатнашырға ваҡыт таба.

3-сө БРГИ-ның 10-сы класында уҡыусы Ҡотлоюл һылыуы Розалина Ибраһимова бар ергә лә өлгөрә. Яҡшы уҡыуынан тыш ул телевидениела тапшырыу алып бара, төрлө конкурстарҙа ла ҡатнашырға ваҡыт таба.

Күптән түгел Өфөлә уҙғарылған «Краса Уфы - 2017» бәйгеһендә ҡатнашып, 14-18 йәшлек ҡыҙҙар араһында Гран-при яулап алып ҡайтты ул. Шуға өҫтәп, иң алсаҡ һәм ысын дуҫ була белгәне өсөн, конкурста ҡатнашыусыларҙың һайлауы буйынса «Краса дружбы» номинацияһына лайыҡ булды.

«Ошоға тиклем Күмертауҙа, районда үткән конкурстарҙа ғына ҡатнаштым. Өфөгә барып ҡайтыуым миңә яңы ҙур тәжрибә бирҙе, үҙемә яңы үрҙәр астым. Бер аҙна буйы әҙерләнеү осоронда бик күп кешеләр менән таныштым, яңы дуҫтар таптым. Улар менән һәр ваҡыт бер-беребеҙгә ярҙам итеп торҙоҡ, әле булһа аралашабыҙ, тәьҫораттарыбыҙ менән бүлешәбеҙ. Еңеүсе булараҡ мине 14 декабрҙә Мәскәүҙә үтәсәк «Юная мисс России - 2017» бәйгеһендә ҡатнашырға саҡырҙылар. Һәр саҡ, һәр яҡлап ярҙам күрһәткән атай-әсәйемә, туғандарыма, дуҫтарыма оло рәхмәт әйткем килә», - тине ул «Юшатыр»ҙарға, үҙенең тәьҫораттары менән бүлешеп.

Беҙ Розалинаны оло еңеүе менән ҡотлайбыҙ һәм алда тағы ла бейегерәк үрҙәр яулауын теләйбеҙ.

А. ХАЛИҠОВА фотоһы

Читайте нас: