Все новости
Йәмғиәт
10 Ноября 2017, 16:49

РУХИ ЯҠТАН ҺЫНМАҒАНДАР ҺӨНӘРЕ

РФ Эске эштәр органдары хеҙмәткәрҙәре көнө уңайынан беҙ Күмертау ҡалаһының элекке полиция начальнигы, ғүмеренең 31 йылдан артығын эске эштәр органдарына бағышлаған Рәсил Рәжәп улы Ҡотломбәтов менән әңгәмәләштек.

РФ Эске эштәр органдары хеҙмәткәрҙәре көнө уңайынан беҙ Күмертау ҡалаһының элекке полиция начальнигы, ғүмеренең 31 йылдан артығын эске эштәр органдарына бағышлаған Рәсил Рәжәп улы Ҡотломбәтов менән әңгәмәләштек.

Малик Ильясов:

-Һеҙ, Рәсил Рәжәп улы, белеүебеҙсә, элек район ҡулланыусылар йәмғиәтендә, ер аҫты газ һаҡлау станцияһында эшләгәнһегеҙ. Милиция һөнәренә күсергә нимә этәрҙе? Форма ҡыҙыҡһындырҙымы, абруй артһын, тинегеҙме?

Рәсил Ҡотломбәтов:

-Осраҡлы булды ул. Милицияға эшкә барырға уйламағайным да. Атайым бер танышына, улымды милицияға алығыҙ әле, тип әйткән дә, шунан мине саҡырып алып, медицина комиссияһы үтергә ҡуштылар. Сәләмәтлегемде тикшергәс, эшкә саҡырҙылар. Хеҙмәт юлымды тәьмин итеү хеҙмәтендә водитель булып башланым.

Малик Ильясов:

-Начальник вазифаһына тиклем нисек күтәрелдегеҙ? Кем әйтмешләй, насар һалдат ҡына генерал булырға хыялланмай, тинегеҙме?

Рәсил Ҡотломбәтов:

-1993 йылда Эске эштәр министрлығының махсус мәктәбенә уҡырға индем. “Ҡустым, һинең кеүек егеттәр аҙ, һин башҡаларҙан айырылып тораһың”, - тип, уҡырға ул саҡтағы милиция начальнигының урынбаҫары йүнәлтмә биреп ебәргәйне. Шунда 6 йыл уҡып сыҡтым. Артабан төрлө вазифаларҙа эшләргә насип булды.

Малик Ильясов:

-1986 йылда милицияға килгәнһегеҙ. Илдә Горбачев иғлан иткән “ҡоро закон” ваҡыты. Ҡатмарлы заман булғандыр, моғайын?

Рәсил Ҡотломбәтов:

-Ул заманда кеше милицияға эләгергә тырышманы. Тәртип боҙһаң, эшһеҙ ҡалаһың, фатирға сираттан төшөрөп ҡалдыралар, хеҙмәт коллективтарында тикшерәләр, иптәштәр судына саҡыралар, премия ла түләмәйҙәр. Айнытҡыстар эшләй ине. Унда башлыса эшләмәй йөрөгәндәр эләкте. Бер һүҙ менән әйткәндә, тәртип боҙоп йөрөгәндәр ғаиләһен дә, үҙен дә артҡа һөйрәне. Кешеләр шуны аңлайҙар ине. Ул саҡта халыҡ та тыңлаусан ине бит. Хәҙер хоҡуҡ һаҡлау органдарында эшләгәндәргә күпкә ҡыйыныраҡ.

Малик Ильясов:

-Уҙған быуаттың туҡһанынсы йылдарында, илдә ығы-зығылар башланғас, ойошҡан енәйәти төркөмдәр барлыҡҡа килгәс, хәл ҡатмарлашҡандыр?

Рәсил Ҡотломбәтов:

- Әлбиттә, ул ваҡыттарҙы тыныс ҡына иҫкә төшөрөп булмай. Иҫләһәгеҙ, ҡала бер нисә участкаға бүленгәйне: “Квадрат”, “Пятачок”, “Вокзальный”, “Зона” өлөштәренә. “Дуҫлыҡ” мәҙәниәт йорто янында ҙур төркөмдәрҙең араһында һуғыш булғаны иҫтә ныҡ ҡалған. Халыҡ та быны һаман һөйләй. Туҡһанынсы йылдарҙа енәйәт ныҡ артты, халыҡ та төндәрен урамда йөрөргә ҡурҡа торғайны.

Малик Ильясов:

- Милиция хеҙмәткәрҙәре ҡурҡманымы? Сөнки уларға ла янауҙар булғандыр бит.

Рәсил Ҡотломбәтов:

- Булды инде. Егеттәрҙең күбеһе түҙмәйенсәме, ҡурҡыпмы, эштән киттеләр. Минең менән бер йылда килгән егеттәрҙән беҙ икәү генә ҡалдыҡ.

Малик Ильясов:

- Ике заманды сағыштырып ҡарағанда, бөгөн хоҡуҡ һаҡлау органдарында эшләүе нисек?

Рәсил Ҡотломбәтов:

- Элек повестка ҡалдырып китһәң, шунда уҡ халыҡ килеп етә торғайны. Хәҙер бит күҙгә ҡарап, нишләп килдең, мин һине саҡырманым, тиҙәр. Ә мин эш башлаған саҡтарҙа төнгө сәғәт 3-тә килеп ишек тоҡолдатһаң да аса торғайнылар.

Малик Ильясов:

- Тимәк, полицияның абруйы төшкән, шулаймы?

Рәсил Ҡотломбәтов:

- Шулайыраҡтыр. Элек профилактик саралар күп булды. Мәҫәлән, бая әйткәнемсә, айнытҡыстар эшләне, эскән кешеләрҙе мәжбүри дауалау профилакторийҙарына ебәрҙеләр. Айнытҡыстарҙы, кеше хоҡуғын боҙоу тип, ябып бөттөләр. Ә бөгөн эскән кеше урамда йығылып, туңып ятһа, тимәк, хоҡуғы боҙолмай була инде.

Малик Ильясов:

- Ысынлап та, нисек кенә ҡурҡыныс яңғырамаһа ла, туңып үлеүселәр ҙә бар бит. Эскән килеш йә ғаилә ағзаларын имгәтәләр, йә үҙ-үҙҙәренә ҡул һалалар. Шундай күңелһеҙ хәлдәр булмаһын өсөн, эскән әҙәмдәрҙе ваҡытлыса ябыу кәрәктер ул.

Рәсил Ҡотломбәтов:

- Мин эшләгәндә, хатта әсәләр үҙҙәре килеп, баламды айнытҡысҡа ябығыҙ инде, кеше булып сыҡһын, тип ғариза яҙа торғайнылар. Был үҙ һөҙөмтәһен бирҙе. Енәйәтселекте кәметеүҙең дә бер алымы ине.

Малик Ильясов:

- Әгәр ғаиләлә тауыш сығып, шылтыратып саҡырһалар ҙа, полиция килмәй бит хәҙер.

Рәсил Ҡотломбәтов:

- Кешенең үҙ ҡулы менән яҙған ғаризаһы булырға тейеш. Ғауға барған ергә лә хужаларҙың ризалығын һорап ҡына керергә тейештәр хәҙер. Хоҡуҡ һаҡсыларын керетергә ҡаршылар икән, улар тупһа аша үтеп инергә тейеш түгел, закон боҙола, йәнәһе. Хәҙер бит барыһының да йорттары, фатирҙары шәхси, элек дәүләттеке ине. Элек, мәҫәлән, дүрт кеше эсеп ултыра икән, барыһын да тейәйһең дә алып китәһең, хәҙер ярамай.

Малик Ильясов:

- Һуңғы ваҡытта полицияның абруйы ярайһы ғына төштө, был бәхәсһеҙ. Медведевтың реформаһын алып ҡараһаҡ та, нимә үҙгәрҙе? Һеҙ профессионал булараҡ, ошоноң менән килешәһегеҙме?

Рәсил Ҡотломбәтов:

- Перестройка ваҡытында кем килһә лә эшкә алдылар. 96-сы йылдарҙа юғары белем һәм мотлаҡ юридик белем талап итеү башланды. Элек милицияла күбеһе ауыл егеттәре эшләне. Ҡала милицияһына ҡаланан алмай торғайнылар сөнки таныш-белештәре күп, яҡлау бар тип уйлағандарҙыр. Икенсе нәмә лә бар: үҙгәрештәр башланғас, кем оҡшамай, ялағайлана белмәй, шуларҙы эштән китергә мәжбүр иттеләр. Әлбиттә, хәҙер юғары белемең булыу ҙа мотлаҡ, ләкин вуз дипломы ғына полицияға эшкә килгән әҙәмдең кешелек сифаттары тураһында һөйләмәй бит әле.

Малик Ильясов:

- Йәнә шул реформаға килгәндә, милицияны полицияға үҙгәртеү өсөн күпме аҡса сарыф ителде, ә ыңғай һөҙөмтәһе булдымы икән?

Рәсил Ҡотломбәтов:

-Исеме үҙгәрҙе, килешәм, ә эш шул уҡ. Шуныһы бар, полиция хәҙер урындағы хакимиәткә буйһонмай, ә туранан-тура РФ Эске эштәр министрлығына ҡарай. Был хоҡуҡ һаҡлау органдарында эшләгәндәрҙе урындағы түрәләр ҡыҫымынан сығарҙы. Үҙгәртеүҙәр һаман дауам итә әле. Бына юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге хеҙмәте менән патруль-пост хеҙмәтен берләштермәкселәр. Идаралыҡтарҙа эшләүсе чиновниктар һанын ҡыҫҡартмаҡсылар.

Малик Ильясов:

-Полиция хеҙмәткәрҙәре, гаишниктар тураһында хәҙер күп кенә кинолар ҙа төшөрәләр. Элекке киноларҙа яҡшы, абруйлы, саф күңелле менттарҙы күрҙек. Хәҙерге киноларҙа яҡшы образлы полиция хеҙмәткәре бармы икән?

Рәсил Ҡотломбәтов:

-Абруйлы, кешеләргә ярҙам күрһәтерҙәй образды аҙыраҡ бөтөрҙөләр шул. Сөнки ундай фильмдар кино ҡараусы өсөн ҡыҙыҡ түгел, йәнәһе. Кинолар аша сер булып ҡалырға тейеш булған серҙәрҙе астылар. Үтә артыҡ шаштырып ебәрҙеләр. Етмәһә, хәҙерге тормошта коррупция күбәйҙе, эске эштәр органындағы ҙур кешеләрҙең был мутлыҡтары ла барлыҡ полиция хеҙмәткәрҙәренең йөҙөн бысрата. Элек атаһы юлынан киткән полиция хеҙмәткәрҙәрен хуплаһалар, хәҙер ярамай тиҙәр, йәнәһе, коррупция.

Малик Ильясов:

-Америка киноларын ҡарайһығыҙҙыр, беҙҙекеләр менән сағыштырғанда, уларҙың полициялары нисек һүрәтләнә?

Рәсил Ҡотломбәтов:

- Америкала полиция буйһонмаған бәндәне ата ла үлтерә, һәм ул хаҡ, ә беҙҙә хатта полиция хеҙмәткәрҙәренә килеп йәбешәләр, ғүмерҙәрен ҡыялар.

Малик Ильясов:

-Әгәр һеҙгә законды үҙгәртеү мөмкинлеге бирһәләр, ошо өлкәлә байтаҡ тәжрибә туплаған кеше булараҡ, ниндәй үҙгәреш керетер инегеҙ?

Рәсил Ҡотломбәтов:

-Закон ҡатыраҡ булған һайын эшләүе лә ауырыраҡ. Кешеләрҙең ҡыҙыҡһыныуы, стимулы булырға тейеш. Беҙ эшләгәндә фатир бирә торғайнылар, ял йорттарына барыу мөмкинлеге булды, былар барыһы ла - эшләгән кешеләр хаҡында хәстәрлек күреү. Етмәһә, статистика йәһәтенән дә ялған факттар бирелә. Был йәһәттән дә эшләү ауыр, мәҫәлән, ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәре былтыр юл ҡағиҙәһен боҙған 1 мең водителде теркәһә, быйыл да ул шулай булырға тейеш.

Малик Ильясов:

-Был бит кеше яҙмышына ла бәйле. Урамда китеп барған бер ғәйепһеҙ кешегә яла яғыу килеп сыға түгелме?

Рәсил Ҡотломбәтов:

-Шулай булыуы ла ихтимал, сөнки статистиканан ситкә тайпылырға ярамай. Мин ундай алым ҡулланып эшләүселәр менән риза түгелмен.

Малик Ильясов:

-Уларға карьера баҫҡысынан юғары күтәрелергә, погондарында йондоҙҙар күбәйтергә кәрәктер?

Рәсил Ҡотломбәтов:

-Һәр ғаиләлә булған кеүек, беҙҙең арала ла ундайҙар булды, барҙар һәм буласаҡ та. Әҙәм балаһынан ала ла тыуа, ҡола ла тыуа, тип юҡҡа әйтмәгәндәр бит.

Малик Ильясов:

-Был өлкәлә 31 йыл көнөн-төнөн эшләү дәүерендә ғаиләгеҙгә лә ауырлыҡ төшкәндер?

Рәсил Ҡотломбәтов:

-Ауыр саҡтар ҙа булды, әлбиттә. Үҙемдең эшемде яратыуым һәм ҡатынымдың һәр ваҡыт мине аңлауы ҙур көс бирҙе. Енәйәтте тикшереү бүлегендә эшләгәндә хатта милициянан китәм тигән саҡтар ҙа булды. Эш күп ине, ҡатмарлы заман, үлтерештәр күп булған саҡ. Шул саҡта ла ҡатынымдың ярҙамын ныҡ тойҙом, уға рәхмәтлемен.

Малик Ильясов:

-Балаларығыҙ икәү бит әле. Улар һеҙҙең юлды һайланымы?

Рәсил Ҡотломбәтов:

-Ҡыҙым Эске эштәр бүлегендә юрист, ә улымдың Өфөлә үҙ эше бар.

Малик Ильясов:

-Оҙаҡ йылдар эшләп хаҡлы ялға сыҡҡанһығыҙ, берәйһе урамда осратып һеҙгә рәхмәт әйткәне бармы?

Рәсил Ҡотломбәтов:

-Урамда бер егеттең туҡтатып рәхмәт әйткәне иҫтән сыҡмай. Мине насар юлдан ваҡытында туҡтатҡанығыҙ өсөн рәхмәт, тине ул. Минең хәҙер ғаиләм, өйөм, машинам бар, тип ҡыуанды. Баҡтиһәң, был егет ултырып сыҡҡан икән. Үҙенең насар ҡылыҡтарын аңлап, дөрөҫ юлға баҫҡан. Ундайҙар бер ул егет кенә түгел. Мин улар өсөн бик шат.

Малик Ильясов:

-Байрам уңайынан әле эшләп йөрөгән полиция хеҙмәткәрҙәренә, яңы эшкә ингән йәш егеттәргә әйтер һүҙегеҙ барҙыр бит?

Рәсил Ҡотломбәтов:

-Һәр замандың үҙ ауырлығы була, шуны еңеп сыға белергә, һынмаҫҡа кәрәк. Ҡыйынлыҡтар үтә ул, иң мөһиме - үҙ эштәрен яратһындар. Мин минлекте ситкә ташлап, кеше менән ябай булыу мөһим. Яҡшы психолог булыу ҙа кәрәк.

Форсаттан файҙаланып, барлыҡ полиция хеҙмәткәрҙәрен, ветерандарҙы һөнәри байрамдары һәм милицияның 100 йыллығы менән ихлас ҡотлайым. Иҫәнлек-һаулыҡ, бәхетле оҙон ғүмер теләйем.

Малик Ильясов:

-Ҡыҙыҡлы әңгәмәгеҙ өсөн ҙур рәхмәт, Рәсил Рәжәп улы.


Автор фотоһы

Читайте нас: