Минән олораҡ ауылда тик бер генә әбей ҡалды, 95 йәш уға, ти инәй. Биш бала үҫтергән ул, ире өс һуғышта ҡатнашҡан, гүр эйәһе инде. Был аҙна бүләге – матур сәйнүк эләкте уға. Беҙ Мәйсәрә инәйҙе ҡотланыҡ, оҙаҡ йылдар ошо сәйнүктән тәмле сәйҙәр эсеп, иҫәнлектә-һаулыҡта йәшәүен теләнек. Яңы сәйнүк менән һыйларға әхирәттәремде саҡырам, тине ул, аулаҡ өй яһайбыҙ, ти. Беҙҙең – арттан аяттарын уҡып ҡалды, рәхмәт, инәй, йәшлегеңдә тағы ла оҙағыраҡ ҡал.