Халыҡ «Татыу ғаилә - ил күрке» тип юҡҡа ғына әйтмәй. Үткән шәмбе “Йәшлек” мәҙәниәт йортонда районыбыҙҙың күркәм ғаиләләре ҡатнашлығында “Йәш ғаилә” конкурсы үтте. Унда иң дәртле, иң уңған биш ғаилә ҡатнашты. Бахмут ауылынан Светлана, Альберт улдары Руслан, ҡыҙҙары Юлия Темуршоевтар, Айсыуаҡтан Илдар, Екатерина һәм ҡыҙҙары Диана, Мәҙинә, Зарина, Әминә Ниғмәтовтар, Ермолаевонан Фәнүзә, Илнур ҡыҙҙары Илина менән Әминә Ғәниевтар, Яҡуттан Айгөл, Дамир улдары Азамат менән Вилдан Ҡәҙерғоловтар, Ҡотлоюлдан Илүзә, Илфат ҡыҙҙары Гөлгөнә, улдары Илһам менән Боҫҡановтар ғаиләләре үҙҙәрен төрлө конкурстарҙа һынаны. Быйылғы бәйге башҡа йылдарҙағынан айырылып торҙо.
Визитка һәм ижади конкурс тип аталған өлөштә бәйгеселәр баһалама ағзаларын һәм тамашасыларҙы ғаиләләренең барлыҡҡа килеү тарихы менән таныштырҙы, үҙҙәре лә, бәләкәстәре лә нәфис һүҙ һѳйләүҙә, йыр-бейеүҙә, спорт тѳрҙәрендә маһирлыҡтарын асып һалды. Артабан конкурсанттар эргәләге кафела кулинария оҫталығын күрһәтеп, ғаиләләре менән торт биҙәү йәһәтенән ярышты. Урындағы тарих һәм тыуған яҡты ѳйрәнеү музейында кемдәр ҡыҙығыраҡ фотоға төшөү буйынса фотосессия ла үҙенсәлекле булды. Спорт тѳрѳ дартста ла, филологик белем буйынса ла, пазлдар йыйыуҙа ла ярыш кѳсѳргәнешле барҙы. Кемдәрҙер бер конкурста уңышҡа ѳлгәшһә, икенсе тѳрѳндә башҡалар ѳҫтѳнлѳк алды. Һәр ғаилә лә еңеүгә лайыҡ, ләкин бәйге булғас еңеүсеһеҙ булмай. Ярышта дѳйѳм балл йыйыу һѳҙѳмтәһе буйынса Альберт һәм Светлана Темуршоевтарҙың берҙәм ғаиләһе иң юғары күрһәткескә ѳлгәште. Башҡа ғаиләләр тѳрлѳ номинацияларҙа билдәләнде. Еңеүселәргә район хакимиәте тарафынан әҙерләнгән дипломдар һәм ҡиммәтле бүләктәр тапшырылды.
Иң әүҙемдәр – Ҡәҙерғоловтар ғаиләһе;
Иң зирәк – Боҫҡановтар ғаиләһе;
Иң оҫталар – Ғәниевтар ғаиләһе;
Иң берҙәмдәр – Ниғмәтовтар ғаиләһе.