Все новости
Йәмғиәт
21 Ноября 2017, 14:20

ЭЛЬФИРАНЫҢ ИЗГЕ ЮЛДАРЫ

Эльфира Вәлиева уҡытыусы һөнәренә урау юлдар менән килә. Шулай булһа ла, уның юлдары гел генә изгелектәрҙән тора.

Эльфира Вәлиева уҡытыусы һөнәренә урау юлдар менән килә. Шулай булһа ла, уның юлдары гел генә изгелектәрҙән тора.

Өфө медицина училищеһын тамамлап, 12 йыл Өфө, Салауат, Күмертау ҡалаларында һөнәре буйынса эшләй. Күмертауҙа балалар баҡсаһында шәфҡәт туташы булып эшләгәндә унда уҡытыусы һөнәрен үҙләштереү теләге уяна. Шул теләк менән БДУ-ның татар теле һәм әҙәбиәте бүлегенә ситтән тороп уҡырға инә. Яңы һөнәре буйынса хеҙмәтен Салауат ҡалаһының 10-сы һанлы мәктәбендә башлай. Бында ул 1-се татар синыфтары аса. Ҙур һынауҙар үтеп, эште яйға һалдым ғына тигәндә, ғаилә мәшәҡәттәре менән күсенеп китергә тура килә. Бер нисә йылдан Эльфира тыуған мәктәбенә эшкә ҡайта. Баязит Бикбай исемендәге Яңы Мораптал урта мәктәбе уҡыусыларының белем дәрәжәһе һәр ваҡыт юғары, уҡырға теләге көслө була. Башта урыҫ һәм татар телдәрен уҡыта. Оҙаҡламый тулыһынса үҙ белгеслеге буйынса эшләй башлай. Балаларҙы бай татар телебеҙҙең бөтөн серҙәренә лә төшөндөрөргә тырыша, уҡытыуҙың яңы алымдарын эҙләй.

Мөғәллимә «Татар теле һәм әҙәбиәте дәрестәрендә балаларҙың ижади һәләтен үҫтереү» темаһы өҫтөндә уңышлы эшләй. Шиғыр, хикәйә, әкиәттәр яҙыу - балаларҙың яратҡан шөғөлө. Дәрестә уларға шиғырҙың беренсе йәки һуңғы юлдары тәҡдим ителә. Балалар уны тулыландырып яҙа. Ғ. Тукай, Б. Бикбай шиғырҙарына эйәреп яҙырға ҡушылғас та, улар юғалып ҡалмай. Балаларҙың күҙҙәрендә осҡондар ҡабынып, дәртләнеп китеп, ярыша-ярыша ижад итеүҙәрен күреү - мөғәллимә өсөн ҙур ҡыуаныс, әлбиттә. Әҙәбиәт дәрестәрендә уҡытыусы балаларҙы әҫәр геройҙарының ыңғай сифаттары үрнәгендә тәрбиәләргә ынтыла. Уҡыусыларҙы айырыуса әҙиптәрҙең тормош юлы ҡыҙыҡһындыра. Уларҙың бала сағы, йәшлек йылдары тураһында күберәк белергә теләйҙәр.

Эльфира Кәрим ҡыҙы мәктәптә үткәрелгән сараларҙа әүҙем ҡатнаша, көсөн дә, ваҡытын да ҡыҙғанмай. Ул – мәктәптең туған телдәр берләшмәһе етәксеһе. Берләшмә «Туған тел дәрестәрендә һәм дәрестән тыш сараларҙа һәләтле балалар менән эшләү» темаһы өҫтөндә уңышлы эш алып бара. Йыл һайын мәктәптә олимпиадалар, туған тел аҙналыҡтары үткәрелә. Шиғыр һөйләүселәр конкурсында балалар әүҙем ҡатнаша. Башҡорт һәм татар әҙиптәренең юбилейҙарына бағышлап, әҙәби-музыкаль кисәләр, «Йәш ижадсылар», «И туған тел, и матур тел...» исемле ижади конкурстар үткәрелә, асыҡ дәрестәр күрһәтелә.

Олимпиадаларға әҙерләнеүгә Эльфира Кәрим ҡыҙы айырыуса яуаплы ҡарай. Балалар менән дәрестәрҙән һуң да ҡалып шөғөлләнә. Шуға ла уның уҡыусылары район олимпиадаларында йыл һайын беренсе урындар яулай. Улар республика олимпиадаларында ла уңыштарға ирешә. 2015 йылда татар теле һәм әҙәбиәте буйынса республика күләмендә уҙған олимпиадала Светлана Хәсәнова I урын яулап, Ҡазан ҡалаһында үткәрелгән Халыҡ-ара олимпиадала ҡатнаша, 2017 йылда Алһыу Нафиҡова республика олимпиадаһында II урынға лайыҡ була.

Эльфира Кәрим ҡыҙы уҡыусылары менән өйҙән-өйгә йөрөп, Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында бала ғына көйөнсә колхоз баҫыуҙарында, фермаларҙа эшләп, Еңеү көнөн яҡынайтҡан оло йәштәге ауылдаштарының иҫтәлектәрен яҙып ала. Тырыш хеҙмәт һөҙөмтәһе булараҡ, “Балалар һәм һуғыш” тигән фәнни-тикшеренеү эше барлыҡҡа килә.

2015 йылдан алып БДУ уҡыусылар араһында «Йәнле һүҙ» Республика ижади конкурсы үткәреп килә. Был бәйгелә Яңы Мораптал мәктәбе уҡыусылары актив ҡатнаша һәм 3 йыл рәттән төрлө номинацияларҙа еңеү яулай. Конкурс еңеүселәрен әҙерләгән өсөн, Эльфира Кәрим ҡыҙы университет, Башҡортостан һәм Татарстан Мәғариф министрлыҡтарының Маҡтау грамоталары менән бүләкләнде.

Күмертауҙың “Семицветик” Балалар әҙәби үҫеш үҙәге үткәргән “Бәхеттең ете төҫө” ижади конкурсы еңеүселәрен, сәнғәтле уҡыусыларҙың “Туҡай моңдары” исемле IV Республика конкурс-фестивале лауреатын әҙерләгәне өсөн дә бүләктәре бар уның.

Яңы төҙөлгән мәктәптә Эльфира Вәлиева татар теле һәм әҙәбиәте кабинетын заманса йыһазландырыуға ҙур көс һалды. Ул райондағы иң яҡшы 10 туған тел кабинеты исемлегенә индерелде.

Эльфира Кәрим ҡыҙы оҙаҡ йылдар синыф етәксеһе вазифаһын еренә еткереп башҡарҙы. Мөғәллимә ата-әсәләрҙең, уҡыусыларҙың ихтирамын тойоп йәшәй. Ул һәр баланы айырым шәхес итеп күрә, дәрестәрендә төплө белем бирүҙән тыш, уҡыусыларында кешелеклек сифаттарын тәрбиәләү буйынса ҙур эш алып бара, улар йөрәгенә асҡыс таба белә. Уҡыусылары араһында уның эшен дауам итеүселәр ҙә бар. Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия академияһында уҡып сыҡҡан Венера Әбделмәнова һәм Гөлназ Бикмөхәммәтова Күмертау мәктәптәрендә татар теле һәм әҙәбиәтен уҡыта.

Башҡортостан Республикаһының мәғариф алдынғыһы Эльфира Вәлиева татар теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларының район методик берекмәһе эшендә лә әүҙем ҡатнаша. Район һәм республика күләмендә үткән семинарҙарҙа асыҡ дәрестәр күрһәтә. “Башҡортостан уҡытыусыһы” журналы аша ла үҙенең эш тәжрибәһе менән уртаҡлаша.

“Кызыл таң” гәзите, “Әллүки” һәм “Толпар” журналдарына яҙылыу барышында Эльфира Кәрим ҡыҙы ҙур эш башҡара. Ата-әсәләр, хеҙмәттәштәре менән айырым-айырым һөйләшә. Бындай эштең һөҙөмтәһе оҙаҡ көттөрмәй: уҡытыусылар “Әллүки”гә ейән-ейәнсәрҙәре өсөн яҙыла, журнал менән атай-әсәйҙәр ҙә, балалар ҙа ҡыҙыҡһына. Яратҡан баҫмаларыбыҙға подписка үткәреүҙә тырыш хеҙмәте өсөн Эльфира Вәлиева “Кызыл таң” гәзитенең Рәхмәт хаты менән бүләкләнде. Мөғәллимә ваҡытлы матбуғатҡа үҙе лә яҙыша, район һәм республика баҫмаларында уҡыусыларының да ижад емештәрен күрергә мөмкин.

Күптән түгел уҡытыусының тырышлығы менән уҡыусыларҙың, уҡытыусыларҙың башҡорт һәм татар телдәрендә әҫәрҙәре тупланған «Урғып аға Юшатыр» исемле китап донъя күрҙе. Уны Яр Саллы ҡалаһында йәшәп ижад итеүсе яҡташ яҙыусыбыҙ Рәкит Әбделмәнов баҫтырып сығарырға ярҙам иткән.

Йәш быуынды уҡытыу һәм тәрбиә эшендәге ҙур уңыштары, күп йыллыҡ намыҫлы хеҙмәте өсөн, Эльфира Кәрим ҡыҙы быйыл Рәсәй Федерацияһы Мәғариф һәм фән министрлығының Маҡтау грамотаһы менән бүләкләнде.

Эльфира Вәлиева үҙ эшенә етди ҡараусы шәхес кенә түгел, ире Илгиз менән күптәргә үрнәк булырлыҡ татыу ғаилә усағын һаҡлаусы булараҡ та ихтирамға лайыҡ.
Читайте нас: