Тик әсә наҙын, әсә һөйөүен татыған бала күңеле генә бөтөн була. Шуға ла ғаиләлә әсәнең роле бик ҙур. Атай кешенең абруйы, рухы, һүҙе, өлгөһө ни тиклем генә ҙур булмаһын, төп тәрбиәсе – әсәй кеше. Мин дә үткән тормошома әйләнеп ҡарап, хәтирәләргә биреләм, әсәйемдең тормош юлын күҙ алдынан үткәрәм.
Әсәйем Хәҙисә Ғайса ҡыҙы Яҡуп ауылында тыуып үҫкән. «Ауылда өс Хәҙисә бар ине, шуға ла уны «матур Хәҙисә» тип йөрөттөләр, тип хәтерләр ине атайым». Атайым Ғәзиз Ғилмислам улы менән биш бала тәрбиәләп үҫтерҙеләр. Әсәйем бар ғүмерен, башҡа бер нәмәгә иғтибар итмәҫкә тырышып, беҙгә бағышланы. Юғары белемле булыу - уның өсөн тормошҡа ашмаған хыял ғына, сөнки Ғайса олатайым 1939 йылда уҡ фин һуғышында һәләк була. Нәзифә өләсәйем 26 йәшендә 3 балаһы менән тол ҡала. Кешеләрҙән кәм йәшәмәҫкә тырышып, көнө-төнө колхоз эшенә егелә. Урта мәктәптә хәлле, атайлы кешеләр генә уҡый ала. Шуға ла әсәйем, үҙенең тормошҡа ашыра алмаған хыялын балаларының атаһы, балалары аша атҡарырға тырышҡандыр инде. Атайым 8 йыл буйына уҡый: 6 йыл ситтән тороп Башҡорт дәүләт университетының филология факультетын, ике йыл Ҡазанда юғары партия мәктәбенең журналистика факультетын тамамлай. Береһенән-береһе бәләкәй өс бала менән ауылда әсәйемде яңғыҙын ҡалдырып китеүе атайыма ла еңел булмағандыр, күрәһең. Был турала әсәйемә ул шиғыр юлдары бағышлай:
Тағы китәһеңме? - тиһең дә һин
Миңә күҙҙәреңде төбәйһең.
Унһыҙ телгеләнгән йөрәгемдең
Ауыр һиңә, йәнем, яңғыҙыңа
Тормош арбаларын һөйрәргә.
Ләкин һинең көсөң телдәремә
Асҡыс була ҡыйын мәлдәрҙә…
«Балаларымды уҡытам! Барығыҙ ҙа юғары белемле булырға тейеш!» - тигән маҡсат менән йәшәгән әсәйем, биш балаһының да юғары белем алыуҙарына сикһеҙ ғорурланды. Атайым бик йәшләй, 50 йәшендә генә вафат булғас, пенсияға сыҡҡан еренән яңынан эшкә урынлашып, ҡалған дүртебеҙгә лә уҡып бөтөрөргә ярҙам итте. Хәҙер уйлайым да, хайран ҡалам, ҡайҙан ғына көс тапҡан да, нисек кенә тормош ауырлыҡтарын йырып сыҡты икән әсәйем?
Егәрле лә, әрһеҙ ҙә булды ул. Атлап йөрөмәне, һәр ваҡыт йүгереп йөрөр ине. Шуның өсөндөр ҙә өлгөрмәҫ нәмәләргә өлгөрөр, булдыра алмаҫлыҡты булдырыр, ирҙәр йырып сыға алмаҫ ауырлыҡтарҙы ла еңә алды. Беҙ уҡыған саҡта уҡыу йорттарына килһенме ул, башлы-күҙле булып донъя көтә башлағас, хәл белергә килһенме, тейәнеп, сумка-сумка күстәнәстәрен алып, бәйләгән шәл, кофта, бейәләй, ойоҡбаштарын һалып килеп етер ине. «Нисек был ҡәҙәре ауыр сумкаларҙы күтәрә алдың, ни хәл килеп еттең?» - тип аптырай инек әсәйемә.
Әсәйем йор һүҙле ине. Уның һәр һөйләме халыҡ мәҡәлдәренә, әйтемдәргә бай булды. Ете класты ғына тамамлаған әсәйемдең шулай бай телле булыуына һоҡланам, һаман да уның һәр бер әйтемдәре хәтеремдән юғалмай. Бер китапҡа ла кермәгән был әйтемдәрҙе ҡайҙан алған ул?
Әсәйем йәшәгән 71 йыл эсендә уның эшләмәгән көнөн хәтерләмәйем. Эш стажы ғына 40 йылдан ашыу. Егәрле, сәмсел булғаны өсөн дә бөтә эштәрҙе лә намыҫлы башҡарҙы. Күрше-тирәгә, туғандарға, ғөмүмән, эргә-тирәһендәгеләргә изгелекле, йомшаҡ һүҙле, иғтибарлы, ярҙамсыл кеше булды.
Әсәйемдең беҙҙе үҫтереп-тәрбиәләүгә һалған көсө, тырышлығы, һөйөүе баһалап бөткөһөҙ. «Уҡығыҙ, уҡыған кеше көслө була!», «Эшләгеҙ, эшләгән кеше бер ваҡытта ла юғалмай», «Эшләгәнегеҙ кеше өсөн булһа ла, өйрәнгәнегеҙ үҙегеҙ өсөн», - был аҡыллы һүҙҙәр генә түгел, был әсәйемдең тормош ҡағиҙәләре. Үҙе ниндәй генә эшкә тотонмаһын, һәр ваҡыт еренә еткереп, матур итеп башҡарыр ине. Бәйләм бәйләһә, күрше-тирә ул бәйләгән биҙәктәрҙе өйрәнергә, кофта-свитер өлгөләре алырға инер ине, ә аш-һыуға оҫталығы, ҡамыр аштары хайран ҡалдыра торғайны. Хатта рус ҡатындары кәбеҫтә, ҡыяр тоҙлау серҙәренә әсәйемдән өйрәнер йә уны саҡырырҙар ине.
Бер һүҙ менән генә әйткәндә, әсәйем беҙҙең өсөн изгелек, игелек, миһырбанлылыҡ, кешелеклелек сығанағы булды, булып тора.
Күмертау ҡалаһы
Фото ғаилә архивынан