Все новости
Йәмғиәт
21 Ноября 2017, 16:49

«ШУНДА УҠЫРҒА БАРАСАҠМЫН»

17 ноябрҙә район Таймаҫ, Бахмут, Яҡшымбәт ауылының 10-11 класс уҡыусылары Өфөгә Башҡорт дәүләт аграр университетында уҙғарылған аграр форумына барып ҡайттылар. Бөгөн уларҙың ҡайһы берҙәре уҡыу йортонан алып ҡайтҡан тәьҫораттары менән бүлешмәксе.

17 ноябрҙә район Таймаҫ, Бахмут, Яҡшымбәт ауылының 10-11 класс уҡыусылары Өфөгә Башҡорт дәүләт аграр университетында уҙғарылған аграр форумына барып ҡайттылар. Бөгөн уларҙың ҡайһы берҙәре уҡыу йортонан алып ҡайтҡан тәьҫораттары менән бүлешмәксе.

Диана СОЛТАНГӘРӘЕВА, Р. Солтангәрәев исемендәге Яңы Таймаҫ гимназияһының 10-сы класс уҡыусыһы:

- Аграр университеты студенттары, волонтерҙар беҙҙе шул тиклем яҡшы ҡаршы алдылар. Үҙҙәре бигерәк тә асыҡ күңеллеләр. Улар беҙгә бөтөн корпустар, кабинеттар буйлап экскурсия үткәрҙеләр. Асҡан ауыҙыбыҙҙы яба ла алмайынса, барыһына ла хайран ҡалып йөрөнөк. Ундағы кабинеттарҙың йыһазландырылыуы, уҡыу йортоноң музейы, ҡышҡы баҡсаһы оҡшаны. Кесе операция залы, лабораторийҙарҙы күреп иҫебеҙ китте. Төрлө мастер-кластар үткәрелде. Унда беҙ үҙебеҙҙе һынап ҡараныҡ һәм барлыҡ һынауҙарҙа яҡшы һөҙөмтәләр күрһәтеп, бер нисә сертификатҡа эйә булдыҡ. Әле генә алынған һыйыр ҡанына тикшереү үткәреп тә ҡараныҡ. Тракторҙа ла йөрөнөк, хатта. Етмәһә, барыбыҙҙы ла бушлай ашаттылар. Ошоға тиклем журналистика факультетына уҡырға барырмын, тип хыялланып йөрөй инем. Өфөлә аграр университетында булып ҡайтҡас, нәҡ ошо уҡыу йортона уҡырға барыу теләге тыуҙы әле миндә. Ошондай шәп, бик тә кәрәкле экскурсия ойошторғандары өсөн район мәғариф бүлегенә һәм аграр университеты хеҙмәткәрҙәренә оло рәхмәт әйтке килә.

Артем БОЧАРЕВ, Бахмут урта мәктәбенең 10-сы класс уҡыусыһы:

- Өфөгә барып ҡайтыу бик оҡшаны, тик яҡшы тәьҫораттар ғына ҡалдырҙы. Ике сәғәттән ашыу барған экскурсия ваҡытында аграр университетының бөтә корпустарын ҡарап сыҡтыҡ. Бар ерҙә беҙҙе шат йөҙлө студенттар һәм уҡытыусылар ҡаршы алды. Машина йөрөтөп тә, тимерлектә тимер сүкеп тә, иретеп-йәбештереү һөнәрен үҙләштереп тә ҡараныҡ. Мине бигерәк тә унда булған ауыл хужалығы техникаһы, ҡорамалдары хайран ҡалдырҙы. Уҡыу йорто Өфө ҡалаһының үҙәгендә урынлашһа ла, бында һыйырҙар ҙа, аттар ҙа, һарыҡтар ҙа уңайлы шарттарҙа йәшәйҙәр. Ветеринар клиникаһында малдарҙы дауалағандарын күрҙек, төрлө викториналарҙа ла ҡатнаштыҡ. Минең ағайым ошо уҡыу йортонда белем алып йөрөй. Мәктәпте тамамлағас, мин дә тап ошонда уҡырға киләсәкмен. Фәһемле экскурсия ойоштороусыларҙың барыһына ла рәхмәт.
Читайте нас: