Все новости
Йәмғиәт
24 Ноября 2017, 17:55

ӘСӘЙҘӘРГӘ НИ ЕТМӘЙ?

Әсәй! Ошо ҡыҫҡа ғына һүҙҙең эсенә күпме мәғәнә һалынған. Һәр бала өсөн дә иң ҡәҙерлеһе һәм иң яҡыны ул. Ҡайғыбыҙҙы ла, шатлығыбыҙҙы ла тик уның менән генә бүлешәбеҙ. Әсәйҙәрһеҙ донъяның йәме юҡ.

Әсәй! Ошо ҡыҫҡа ғына һүҙҙең эсенә күпме мәғәнә һалынған. Һәр бала өсөн дә иң ҡәҙерлеһе һәм иң яҡыны ул. Ҡайғыбыҙҙы ла, шатлығыбыҙҙы ла тик уның менән генә бүлешәбеҙ. Әсәйҙәрһеҙ донъяның йәме юҡ.

Барлыҡ бөтмәҫ-төкәнмәҫ мәшәҡәттәр ҙә улар иңендә. Шул уҡ ваҡытта ауыл ерендә донъя көткән әсәләргә икеләтә ауырыраҡ. Шуға ла беҙ бөгөн, Әсәләр көнө байрамы алдынан, ауылда йәшәгән әсәйҙәрҙең проблемалары, кемдән, ниндәй ярҙам көтөүҙәре, хөкүмәтебеҙҙән нимә өмөт итеүҙәре хаҡында белешеп ҡараныҡ. Түбәндә, райондың бер нисә генә ауылы миҫалында күренеүенсә, уларҙың барыһының да фекерҙәре (һөйләшеп ҡуйылған кеүек) бер тирәлә урала — ауылдарҙағы юлһыҙлыҡ һәм эшһеҙлек проблемалары, урта мәктәп, клуб, китапханаларҙың булмауы, пенсияның аҙ булыуы, балалар пособиеһы...

Ләйсән ҒӘББӘСОВА, 37 йәш, 6 бала әсәһе, Кинйәбай ауылы:

- Әсә, ҡатын-ҡыҙ булараҡ беҙ һәр ваҡыт ғаилә, балалар өсөн ҡыуаныуҙар һәм борсолоуҙар менән ғүмер кисерәбеҙ. Күбеһенсә балаларыбыҙҙың киләсәген уйлайбыҙ. Проблемаларыбыҙ ҡыш көнө башлана инде. Беҙҙең урамды ҡыш көндәре бөтөнләй оноталар, ҡарын таҙартырға ла уйламайҙар. Ә балаларға көн дә мәктәпкә йөрөргә кәрәк бит. Шуға күрә үҙебеҙгә ярты километр көрәп сығырға тура килә. Ҡайһы берҙә үҙ кеҫәбеҙҙән 500 һум түләп тә көрәтәбеҙ. Ауылда кәрәҙле бәйләнеш булмауы ла бик насар, интернет тигән нәмә лә юҡ. Эш мәсьәләһен әйтеп тораһы ла юҡ. Бөтөн ауылға бер башланғыс мәктәп тә, балалар баҡсаһы. Унда барыһына ла эш етмәй. Башланғыс мәктәпте тамамлағас, балаларабыҙ өсөн тағы бер проблема килеп тыуа. Артабан ҡайҙа уҡырға? Күрше ауылға йөрөтөп уҡытыуы ҡыйын, автобус килһә килә, килмәһә юҡ. Шуға күрә интернатҡа бирергә тура килә. Хөкүмәттән нимәлер һорау менән дә файҙа юҡ, беҙҙе ишетмәйҙәр ҙә улар. Шулай итеп, үҙебеҙҙең проблеманы үҙебеҙ хәл итеп өйрәнгәнбеҙ инде. Бына әлеге лә шул ҡышҡы юл мәсьәләһенә әйләнеп ҡайтһаҡ, былтыр янғын сыҡты, йорт янына бер нәмә лә килә алманы. Һөҙөмтәлә 3 балалы ғаилә урамда тороп ҡалды. Шул юлды унда-мында бер таҙартып китһәләр ҙә файҙа булыр ине лә... Йәйен дә, ҡышын да йылға аша йөрөйбөҙ. Бына шундай инде ауыл ҡатын-ҡыҙының, әсәнең борсолоуҙары. Балалар иҫән-һау булһын да, һәр саҡ беҙҙе ҡыуандырып ҡына торһон! Бар әсәйҙәргә шул теләк.

Рәмилә ҒӨБӘЙҘУЛЛИНА, 72 йәш, Яңы Муса ауылы:

- Мин әле пенсияламын, бер үҙем донъя көтәм. Балаларым ҡайтып ярҙам итеп йөрөй, Аллаға шөкөр. Ауылдарҙы оноттолар, ҡарамайҙар. Клуб та эшләмәй. Ауылда күбеһенсә ҡарт-ҡоро йәшәй, әммә, бигерәк тә, йәй көндәрендә ситтән балалар күп ҡайта, һәм улар ҡайҙа барып күңел асырға, ял итергә белмәй аптырап йөрөй. Ул клубты нимәгә тоталарҙыр. Эсе тулы сүп-сар, ултырғыстары емерелеп бөткән, тиҙәр. Мәсет төҙөйбөҙ тигән булып 500-ҙәр һум йыйҙылар. Оло йәштәгеләрҙең күбеһе: «Беҙ ул мәсеткә йөрөй алмайбыҙ», - тип аҡса ла бирмәне. Әле нигеҙен генә һалдылар. Ауыл бөтөп бара. Балаларға: «Әйҙә, өйҙө һатайыҡ», - тиһәм, «Беҙ ҡайҙа ҡайтып йөрөйбөҙ», - тиҙәр. Оло йәштә булһам да, баҡса үҫтерәм. Еләктәрем уңа, виноградыма тиклем бар. Шуға балалар бер ҙә генә ауылға ҡайтмайынса тора алмайҙар, пенсияға сыҡҡас та ҡайтабыҙ, тиҙәр. Эш юҡ, эш булһа, улар ҙа ауылдан китмәҫ ине. Инде күптән өләсәй булһаҡ та, балалар үҫеп бөтһә лә, һаман шулар тип йәшәйбеҙ. Иң борсоған проблеманы ла әйтәйем әле. Әллә ҡасандан бирле торба тишелеп, һыу ағып ята урамда. Тәүҙә яй аға ине, хәҙер атып сығып тора. Әйтеп тә ҡараныҡ, эшләгән кеше юҡ. Бына шул һыу минең инеп-сығып йөрөй торған бәләкәй ҡапҡама ла килеп етте. Хәҙер мин, әбей булһам да, шул һыуҙы һикереп сығып йөрөргә мәжбүрмен. Гаражға инерлек тә түгел. Эй, ҡыҙым, була торғайны заманалар. Хәҙер уларҙы иҫләргә генә ҡалды. Мынау тау битендә ҡарбуз да үҫтерәләр ине, ҡарбуздары тәгәрәп ята торғайны. Шулай итеп ҡыяр, ҡарбуз һатып аҡса эшләнеләр ваҡытында. Малдарҙы бөтөрҙөләр, ферма ла юҡ хәҙер. Заманында гөрләшеп эшкә барып ҡайта торғайныҡ. Сөгөлдөрөн дә утаныҡ, һыйырын да һауҙыҡ. Хәҙер эш юҡ. Эш булһа, үҙем дә йә утауға, йә иҙән йыуырға барыр инем әле. Китапхана ла юҡ. Элек күмәкләшеп ғаилә менән китап алып уҡыныҡ. Әнейем дә китап уҡырға яратты. Донъя һүнде. Урамға сыҡһаң, бер кеше лә күренмәй. Һәр кем үҙенең ҡаҙанында ғына ҡайнай. Бәлки, берәрен күрермен тип, оҙағыраҡ урамда йөрөһәң, иҫәргә ҡараған кеүек ҡарай башлайҙар, хатта. Тыҡрыҡҡа ла сығырлыҡ түгел, сүп үләне баҫҡан. Элек Марат Ғөбәйҙуллин, Ғәйнан бабайҙар шул сүптәрҙе төрткөсләп йөрөй торғайны. Хәҙер ундай бабайҙар ҙа ҡалманы.

Наталья БУЗАЕВА, 59 йәш, Яңы Муса ауылы:

- 81 йәшлек әсәйемде ҡарайым тип, Салауаттан ҡайттым. Оло йәштә булһа ла, әсәйемдең бер ҙә генә ауылын, тыуған йортон ташлап киткеһе килмәй. Ауылда магазин да, газ да, һыу ҙа бар. Йәшәргә була. Юлдарҙы ғына әҙерәк төҙәтһендәр ине. Әсәйем ныҡ сирләп киткәйне, тиҙ ярҙам машинаһы бер сәғәттән генә килеп етте. Башҡа проблемалар юҡ беҙҙең. Яҡындарыбыҙ имен-һау булһын. Үҙең оло йәштә лә әсәйле булыу үҙе бер бәхет, тип өҫтәп әйтер инем.

Зәлифә ӘБДРӘХИМОВА, 60 йәш, Молокан ауылы:

- Мин, балам, хәҙер инде өләсәймен. Аллаға шөкөр, барыһы ла һәйбәт. Балаларым имен-һау булһалар, үҙем һау булһам, шул иң ҙур бәхет. Борсоған нәмәләр ҙә бар инде. Бына ауыл ерендә эш юҡ. Шуға күрә йәштәргә ситкә, Себергә китеп эшләргә тура килә. Заманында беҙҙең эшебеҙ ҙә, ашыбыҙ ҙа, йәшәр урыныбыҙ ҙа булды. Йәштәргә бик ауыр хәҙер. Ирҙәрҙең генә түгел, хатта, ҡатын-ҡыҙҙарҙың да Себер сығып китеүен күреү аяныс. Балалар ата-әсәле булып та, уларҙы күрмәй, уларҙың тәрбиәһен тоймай үҫә. Беҙҙең, пенсионерҙарҙың, тағы ла ҙур бер бәләһе бар — пенсия бик бәләкәй. Хөкүмәттән пенсияны арттырыуҙарын һорар инем.

Гөлиә АБДУЛЛИНА, 26 йәш, 6 бала әсәһе, Кинйәбай ауылы:

- Беҙ үҙебеҙҙең өс һәм иптәшемдең апаһының өс балаһын тәрбиәләйбеҙ. Үҙемә, ярай, эш бар, мәктәптә уҡытам, бына иптәшемә генә эш юҡ. Шуға күрә, ауыр булһа ла, Себергә йөрөп эшләргә тура килә уға. Өс ай эшләй ҙә, бер ай ғына ял итә. Балалар аталарын ныҡ һағыналар, аталары беҙҙе һағына. Етмәһә, ул эшләгән ерҙә, элемтә лә тотмай ҡайһы саҡ, телефон аша һөйләшергә лә форсат теймәгән ваҡыттар була. Эш режимдары ла уларҙың беҙҙеке менән тап килмәй. Былтыр ҡыш йортобоҙ янып китеп, өйһөҙ тороп ҡалдыҡ. Шуға күрә яңы йорт һала башланыҡ. Малдарҙы ишәйтеп ебәрҙек. Мал күп булғас, тракторһыҙ ҙа булмай бит инде, уныһын да алдыҡ. Шулай итеп, күп кенә кредитҡа сумырға тура килде. Бына шул кредиттарҙы түләр өсөн Себер бармай, ҡайҙа барһын инде. Эш булып, яҡшы хеҙмәт хаҡы түләһәләр, ирҙәребеҙ ситкә сығып китмәҫ ине лә бит. Ярай әле балаларым бар. Улар мал ҡарашыуҙа ҙур ярҙам күрһәтәләр. Әлеге көндә быҙауҙары менән 16 баш һыйыр малы, 2 атыбыҙ, һарыҡ-кәзәләребеҙ бар. Кредиттарыбыҙҙы түләп, ҡотолоп ҡуйһаҡ, иптәшем, бәлки, Себергә йөрөмәй башлар, тип хыялланған булабыҙ ҙа ул. Хөкүмәттән ярҙам көтөп булмай инде. Үҙебеҙ тырышҡан булабыҙ. Исмаһам, балалар пособиеһын арттырһындар ине. Әтеү 150 һум түләйҙәр бер балаға. Әле әҙ генә арттырған булдылар ҙа ул. Ҡәйнәм Фирҙәүес Абдуллинаға рәхмәтлемен. Әле үҙебеҙҙең йортто төҙөп бөткәнсе уның менән бергә йәшәйбеҙ. Ул беҙҙең иң ҙур ярҙамсыбыҙ. Эштән, мәктәптән ҡайтыуыбыҙға ашарға бешереп көтөп тора. Эшселәрҙе һыйлау ҙа уның өҫтөндә. Ҡәйнәм бик өлгөр минең. 20 ейән-ейәнсәре өсөн дә ваҡыты етә уның. Район мәҙәниәт һарайындағы «Аҡбуҙат» башҡорт фольклор ансамбленә 9 ейән-ейәнсәре менән бергә йөрөй ул. Балаларыбыҙ, туғандарыбыҙ имен-һау булһын, башҡа бар проблемаларҙы, яйлап булһа ла, еңеп сығырбыҙ, Алла бирһә.
Читайте нас: