Юшатыр
+1 °С
Ҡар
ҮҘЕБЕҘ ХАҠЫНДА ҮҘЕБЕҘ
Йөрәктән сыҡҡан һүҙҙәр
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
10
Йәмғиәт
24 Ноябрь 2017, 18:18
Уңышлы көн
Тиҙҙән илебеҙ ғәриптәр көнөн билдәләй. Хәҙер «ғәрип» тигән һүҙҙе ҡулланырға ла ярамай, шикелле, ысынлап та, ниндәй ғәрип булһындар улар, ҡайһы берҙәре уҫлаптай кешеләргә ҡарағанда ла ныҡ, рухи яҡтан һау.

Ошо һүҙҙәрҙе бөгөн Көйөргәҙе районының инвалидтар ойошмаһы үткәргән сара ла ҡеүәтләй. Бында бильярд, дартс, шахмат һәм шашка буйынса ярыштар үтте. Апаруҡ ҡына ойошма ағзалары килгән, бүлмәләр ҡыҫынҡы булһа ла, күңелдәре киң, үҙ-ара һөйләшеп туя алмайҙар. Барлығы был ойошмала 208 кеше тора, ә районда һәммәһе 2080 кеше ғәрип иҫәпләнә (Көйөргәҙе халҡының ун проценты тиерлек). Уйындарҙа ярышыу - бер нәмә, был дәртле кешеләр өсөн иң мөһиме үҙ-ара аралашыу, бер-береһен күреү, шуға ла уларҙың был көнө зерә лә уңышлы булғандыр.
Автор фотолары
Читайте нас:
Теперь мы в Telegram
Подписывайтесь на наш канал https://t.me/yhatir
Cайт использует файлы cookie и сервисы сбора технических данных посетителей.
Продолжение пользования сайтом является согласием на применение
данных технологий
Принять