Все новости
Йәмғиәт
24 Ноября 2017, 14:44

ЗӨЛХИӘнең УЛЫ

Барыбыҙға ла билдәле: йортта уңған, тырыш ғаилә башлығы булһа — ғаилә ныҡлы аяҡта баҫып тора. Коллектив хужалыҡта ла һәләтле, алдан күрә белеүсе етәксе һәм шундай уҡ ярҙамсылары булһа, хужалыҡтың эштәре алға бара. Ваҡытында районыбыҙҙың Киров исемендәге хужалығына мәрхүм Әфтәх Ғата улы Ишмаев етәкселек итте. Ул әүҙем, үҙ эшенә бирелгән белгестәрҙе алып, уларҙы үҫтерә белде. Шундайҙарҙың береһе — колхоздың оҙаҡ йылдар баш зоотехнигы булып эшләгән Марат Усман улы Ғәлимов ине.

Барыбыҙға ла билдәле: йортта уңған, тырыш ғаилә башлығы булһа — ғаилә ныҡлы аяҡта баҫып тора. Коллектив хужалыҡта ла һәләтле, алдан күрә белеүсе етәксе һәм шундай уҡ ярҙамсылары булһа, хужалыҡтың эштәре алға бара. Ваҡытында районыбыҙҙың Киров исемендәге хужалығына мәрхүм Әфтәх Ғата улы Ишмаев етәкселек итте. Ул әүҙем, үҙ эшенә бирелгән белгестәрҙе алып, уларҙы үҫтерә белде. Шундайҙарҙың береһе — колхоздың оҙаҡ йылдар баш зоотехнигы булып эшләгән Марат Усман улы Ғәлимов ине.

Маратты бала саҡтан уҡ күрә белә инем, сөнки улар минең Морапталдағы туғандарымдан бер өй аша ғына йәшәне. Мине 1-2 көнгә генә (тамағым ауыртҡанда фельдшерға күрһәтергә) алып баралар ине. Улар янына барып танышырға, аралашырға баҙнатсылыҡ итмәгәнмендер. Марат Усман улы 1942 йылдың 2 мартында Түбәнге Бабалар ауылында тыуған, ҡустыһы Фаурат 1946 йылғы. Тағы ла бер кесе ҡустылары булған, ул бәләкәс ваҡытта уҡ һалҡын тейҙереп ауырып үлгән.

Һуғыштан һуңғы йылдар йәшәү өсөн бик тә ауыр булған, был ауырлыҡтар улар өсөн икеләтә артҡандыр, сөнки атайҙары булып та, атайһыҙ үҫтеләр. Халыҡ әйтә бит, атайлы бала — арҡалы, тип. Балаларын үҫтереүгә әсәләре Зөлхиә апайға бик тә ауырға тура килгәндер. Икһеҙ-сикһеҙ һалымдар түләү (аҡсалата, итләтә, һөт, йомортҡа һәм башҡалары менән), тағы ла заемдар. Кисен барлы-юҡлы утынын мейесенә яғып (малайҙар мейес башына һалам түшәп, шунда йоҡларға яталар), фермаға ҡарауылға ашыға, көндөҙөн ялан эштәрендә эшләргә тура килә, аҙ ғына эштән бушаһа, тегеү машинаһына ултырып, кешеләргә күлдәк һ.б. әйберҙәр тегә, балаларҙы ашатырға, өҫтәрен бөтәйтергә кәрәк бит. Башланғыс кластарҙа уҡыған саҡтан беләм, тамаҡтары икмәккә туймаған ғаиләләр булған. Шундай шарттарҙа ла Зөлхиә апай улдарын намыҫлы, эшһөйәр, кешелекле, ярҙамсыл итеп тәрбиәләй алған. Атайҙары башҡа ғаилә менән йәшәгәс, һис шикһеҙ, улдарының холоҡтарын формалаштырыуҙа Зөлхиә апайҙың роле әйтеп бөтөргөһөҙ ҙур булған. Зөлхиә апайҙың улдары үҫеп, кеше булғас, мотоциклға ултырып Түбәнге Бабалар ауылы урамынан елдереп үтерҙәр әле, тигән хыялы булған. Аллаға шөкөр, улдары әсәләренең хыялын арттырып үтәнеләр, мотоциклда ғына түгел, бына тигән еңел машиналарҙа елдерҙеләр.

Марат мәктәптә уҡыған йылдарында уҡ әүҙем уҡыусыларҙан булды. Мине Мораптал мәктәбенә 1958 йылда 7-се класҡа уҡырға килгәс, комсомолға алдылар, шул ваҡытта комсомол йыйылыштарында күреүемсә, ул йыш ҡына фекер, тәҡдимдәр менән сығыш яһай торғайны. Мәктәпте 1960 йылда уңышлы тамамлап, 2 йыл колхозда эшләгәс, 1962 йылда Башҡортостан ауыл хужалығы институтына уҡырға инә.

Марат менән 1963 йылдың көҙөндә, мин дә ауыл хужалығы институтына уҡырға ингәс, осраштым, ул икенселә, мин беренселә. Шунда мине яҡташыбыҙ, Урта Бабалар ҡыҙы Гөлйыһан Әхмәҙи ҡыҙы Моратбаҡиева менән таныштырҙы, ул да шунда уҡый ине. Иҫке институт бинаһы ул ваҡытта К. Маркс урамында ине. Башҡаса институтта осрашырға тура килмәне, факультеттар төрлө, кластар, ятаҡтар айырым, ә 2-се курста уҡыу башланғас, 1964 йылда мине армия сафына саҡырҙылар. Мин хеҙмәт итеп институтҡа ҡайтҡанда, ул уҡыуын тамамлап эшләп йөрөй ине, баш зоотехник вазифаһында.

Киров колхозының малсылыҡ өсөн көтөүлектәре бик тә самалы булды, ә хужалыҡта малдар һаны йылдан-йыл арта барҙы. Бындай осраҡта ни эшләргә? Марат Усман улы хужалыҡ етәкселеге менән һөйләшеп, йәйен күрше райондарға, көтөүлектәре иркен булған яҡтарға алып барыу мәсьәләһен хәл итә. Районыбыҙҙың башҡа хужалыҡтарында бындай хәлде хәтерләмәйем. Әлбиттә, был эш бик тә мәшәҡәтле була. Беренсенән, ҡайҙа алып барыу мәсьәләһен хәл итергә кәрәк. Малдарҙы машиналарға тейәп ташыу, алып барған урында кәртәләр хәстәрләү, көтөүселәр өсөн йәшәү шарттары булдырыу һ.б. Былар барыһы ла Марат Усман улы иңенә төшә.

Малдарға сифатлы мал аҙығы әҙерләү, ҡасан, нисек ашаталар, ҡуралар ниндәй хәлдә, быларҙы баш зоотехник һәр ваҡыт контролдә тота. Иртәнге һәм киске һауын ваҡыттарында һауынсылар янында булыу, кемдең ниндәй проблемалары бар, нисек уларға ярҙам итергә, быларҙың барыһын да Марат Усман улы намыҫ менән башҡара.

Хужалыҡ районда беренселәрҙән иҡтисад өлкәһендә «миллионер» булды. Бөгөнгө йәштәр «миллион» һүҙенән көлөп тә ҡуйыр, бәлки: коллектив йыл буйына продукция етештереп, 1 млн. һум саф табыш алған, йәнәһе. Тик шуны ла онотмайыҡ, ул ваҡытта шырпы ҡабы 1 тин, шәкәр ҡомо килоһы 70-80 тин, 1 литр бензиндың хаҡы тиндәр менән генә иҫәпләнде, шыйыҡланған пропан газының 1 балоны (20 л.) - 1 һум 50 тин. Бына хәҙер уйлап сағыштырып ҡарағыҙ. Был млн. эсендә Марат Усман улының да хеҙмәт өлөшө ҙур булғандыр, сөнки малсылыҡ буйынса ла хужалыҡтың беренселәр рәтендә булыуын яҡшы беләбеҙ.

Эш барышында хужалыҡта етәкселәр ҙә алышына торҙо. Марат Усман улына колхоздың диспетчеры ла, профсоюз етәксеһе лә булырға тура килде. Эшендә тырыш та, кәрәк саҡта тырыз да булды, алдына ҡуйған маҡсатына ирешмәйенсә туҡтаманы, әйткән һүҙенә тоғро ҡалды, шуның өсөн уны ябай малсылар ҙа, етәкселәр ҙә ихтирам итте.

2001 йылда Хөкүмәтебеҙ уның эшен юғары баһалап, «Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре» тигән маҡтаулы исем бирҙе. Әйтергә кәрәк, ул бик коммуникабель кеше булды, һәр кем менән тиҙ аралашыусан, уртаҡ тел таба белеүсән ине.

Марат Усман улы тормош иптәше Филзә еңгәй менән өйләнешеп, матур ғаилә ҡорҙолар. Филзә еңгәй оҙаҡ йылдар балалар баҡсаһында шәфҡәт туташы булып эшләне. Ике ҡыҙ: игеҙәктәр Земфира менән Әлфирә һәм Айрат исемле ул үҫтерҙеләр. Ҡыҙҙар Стәрлетамаҡ педагогия институтын тамамланы, Земфира ғаиләһе менән Күмертауҙа йәшәй, Әлфирә Мораптал урта мәктәбендә башланғыс кластарҙа бик уңышлы эшләп йөрөй. Айрат, Стәрлетамаҡ совхоз-техникумын тамамлап, Киров исемендәге колхозда механик булып эшләне. Бөгөнгө көндә ғаиләһе менән Яр Саллы ҡалаһында йәшәй. Барыһының да тормоштары матур, етеш, эшләп йөрөйҙәр.

Филзә еңгәй бөгөн хаҡлы ялда, ул – 4 тапҡыр өләсәй, бер ейәне өйләнеп тә өлгөргән, балалары менән бәхетле, тик тормош иптәшенең был донъянан иртә китеүе генә тормошона ла, күңеленә лә тынғылыҡ бирмәй. Ни эшләйһең, инде ҡайғы аш түгел бит. Хоҙай түҙемлек бирһен уға.

Мараттың тағы ла бер сифатын яҙмай булдыра алмайым. Ул яҡшы йырлай ҙа ине, Мораптал ауылында өлкәнерәктәр беләләрҙер ҙә. Ваҡытында Өфөнән академик Зиннур Ураҡсин һәм Стәрлетамаҡтан профессор Кәрим Ишбаевтарҙың ғаиләләре менән мәжлестәрҙә бергә булырға яҙҙы. Барыһына ла Мараттың йырлағаны оҡшаны, хатта ҡул сабып, һорап тағы ла йырлаттылар. Бына шулай талантлы ине ул.

Әйткәндәй, туғанлыҡ хисе бик көслө булды, яҡындарына ла, башҡаларға ла ярҙам ҡулы һуҙырға һәр саҡ әҙер торҙо. Атайһыҙлыҡ, ауыр бала саҡ, һалҡын өй Марат менән Фаураттың һаулығына насар тәьҫир итмәй ҡалмағандыр, былары оҙаҡ йылдарҙан һуң үҙҙәре тураһында белдерҙе, төрлө сир сифатында уларҙы беҙҙең аранан иртәрәк алып китте.

Иҫке Отрада ауылы
Фото ғаилә архивынан


Читайте нас: