Все новости
Йәмғиәт
1 Декабря 2017, 14:00

АТАЙ НИГЕҘЕН ҺЫУЫТМАЙ

Әсә. Ҡатын. Әсәләр беҙгә яҡты донъя бүләк итеп, тәүге һүҙҙәрҙе өйрәтеп, оло тормош юлына аяҡ баҫтыра. Ошо көндәрҙә ҡәҙерле әнием Сания Ғәлиева үҙенең күркәм юбилейын билдәләй. Ул Яңы Мораптал ауылында тыуып үҫә. Әнием, үҫмер ҡыҙ сағында, ауыр һуғыш йылдарын үҙ елкәһендә тойған.

Әсә. Ҡатын. Әсәләр беҙгә яҡты донъя бүләк итеп, тәүге һүҙҙәрҙе өйрәтеп, оло тормош юлына аяҡ баҫтыра. Ошо көндәрҙә ҡәҙерле әнием Сания Ғәлиева үҙенең күркәм юбилейын билдәләй. Ул Яңы Мораптал ауылында тыуып үҫә. Әнием, үҫмер ҡыҙ сағында, ауыр һуғыш йылдарын үҙ елкәһендә тойған.

1953 йылда әтием Фаткрахман менән өйләнешеп, биш бала тәрбиәләп үҫтергәндәр. Әнием ваҡытында колхозда кладовщица булып эшләгән, һуңғараҡ 25-30 баш һыйырҙы иртән-кисен һауған.

Ферма юлы... Күпме алһыу таңдарҙы, айлы кистәрҙе ул ферма юлында ҡаршылаған. Лайыҡлы ялға сыҡҡанға тиклем колхоз яландарында йәйге селләлә сөгөлдөр үҫтергән.

Тырыш хеҙмәте, эшләгән эшенең һөҙөмтәһе өсөн Маҡтау грамоталары менән бүләкләнгән. Тормош юлдары ҡатмарлы, тип юҡҡа ғына әйтмәйҙәр. Әтием менән тормош ҡороп, донъяның әсеһен-сөсөһөн бергә татып, ҡайғы-хәсрәттәрҙе, шатлыҡ-һөйөнөстәрҙе уртаҡлашып ғүмер итәләр. Кеше араһында кәм-хур булмаһындар тип, беҙҙең өсөн өҙгәләнеп йәшәйҙәр. Бала ҡарауҙы тормош мәғәнәһе итеп алған улар.

Һалҡын ҡыш көндәрендә шофер булып эшләгән атайыбыҙҙың юлдан ҡайтып кергәнен көтөп, балалар тәрән йоҡоға сумғас, әнием бәйләмгә ултырған. Берәрҙән дә 5 пар ойоҡбаш кәрәк бит!

Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, уларға алтын туй ҡапҡаһын икәүләшеп асырға насип булмай. Оҙаҡ ауырығандан һуң әтиебеҙ мәңгелеккә беҙҙе ташлап китте. Декабрҙә 22 йыл тула. Ауыр тупрағың мамыҡтай еңел булһын, әтей. Ә шулай ҙа бер ҡанаты һынған әнием ебеп төшмәне, бирешмәне, сөнки беҙ, балалары һәм ейән-ейәнсәрҙәре, уның янында булдыҡ.

Әлеге көндә барыбыҙ ҙа ғаилә ҡороп йәшәп ятабыҙ. Әле инде 11 ейән-ейәнсәре, 15 бүлә-бүләсәре, өләсәй, тип өҙөлөп тора. Оло кешенең тормош тәжрибәһе ҙур һәм бай. Уларҙың бит тәрбиә биреүҙә лә ҡараштары икенсе. Әниемдең өгөт-нәсихәте, ярҙамы, кәңәше балаларыбыҙға йоғонто яһағанға ҡыуанабыҙ.

Атай нигеҙе усағына оҙаҡ йылдар ялҡын өҫтәп тор, һәр көн кисен тәҙәрәлә ут һүнмәһен, әней.

Ғилемде бишектән алып, ләхеткә тиклем өйрән, тигән хәҙискә тоғро әнием. Белгәндәрен, ишеткәндәрен, уҡығандарын беҙгә лә еткерә. Уның күңел талабы — изгелек өләшеү.

90 йәшкә еткәндә минең әниемдең колхоз ктапханаһынан матур-матур йөкмәткеле китаптар алып уҡыуы — үҙе бер ҙур күренеш! Һуғыш йылдарында, үҫмер ҡыҙ сағында ул клубта спектаклдәр ҡуйғанда суфлер булған. Олоғайып барһаҡ та, һаман да әниҙең ҡосағына ашҡынабыҙ. Аҡ һәм пак теләктәребеҙҙе еткерәбеҙ. Әней, тип өндәшер кешебеҙ булғанға беҙ бик шат һәм бәхетле.

Зөлфирә БУЛГАКОВА
Мәләүез ҡалаһы

Читайте нас: