Все новости
Йәмғиәт
1 Декабря 2017, 14:43

ҺАУЫТ-ҺАБА ШЫЛТЫРАМАЙ ТОРМАЙ

Илкәнәй ауылында ҡатын-ҡыҙҙар проблемаһы буйынса түңәрәк өҫтәл үтте. Унда районыбыҙ ҡатын-ҡыҙҙар советы ойошмаһы рәйесе Вера Фросина, ЗАГС бүлеге начальнигы Светлана Иванова, социаль яҡлау бүлеге белгесе Надежда Рәшитова ҡатнашты.

Илкәнәй ауылында ҡатын-ҡыҙҙар проблемаһы буйынса түңәрәк өҫтәл үтте. Унда районыбыҙ ҡатын-ҡыҙҙар советы ойошмаһы рәйесе Вера Фросина, ЗАГС бүлеге начальнигы Светлана Иванова, социаль яҡлау бүлеге белгесе Надежда Рәшитова ҡатнашты.

-Беҙ эскән, балаларын ташлап киткән кәкүк әсәләргә үҙебеҙҙе яҡшы яҡтан күрһәтәйек. Айырылышыуҙар күп, йөҙ никахҡа 70 айырылыу тура килә. Бер ғаиләлә лә һауыт-һаба шылтырамай тормай, беҙ ҙә талашабыҙ. Ҡыҙыу баштан айырылышырға түгел, ә ярашырға кәрәк. Эш хаҡы аҙ йәки эш юҡ, характерҙар тура килмәһә лә, айырылышыуға барып етәләр. Күберәге балалы ғаиләләр тарҡала, ә балаһыҙҙар юҡ. Кескәйҙәргә дөрөҫ тәрбиә бирегеҙ, ғаиләлә атайҙарҙы хөрмәт итегеҙ. Балалар интернеттан, телевизорҙан теләһә нимә ҡарап, кире тәрбиә алғансы, ата-әсәләргә улар менән асыҡтан-асыҡ тормош тураһында һөйләшергә кәрәк, - тине Светлана Леонидовна. Артабан һүҙҙе Надежда Николаевна дауам итте. Ул студенттарға, күп балалы ғаиләләргә төрлө социаль программаларҙа ҡатнашырға саҡырҙы. Вера Васильевна ир-аттарҙы һаҡларға кәрәклеге, улар психологик яҡтан ҡатын-ҡыҙҙарға ҡарағанда күпкә көсһөҙөрәк булыуҙары хаҡында бәйән итте.

Һөйләшеү аҙағында компьютерҙа өйрәнергә теләүсе унлаған кеше йыйылһа, бушлай уҡытыу ойошторасаҡтары хаҡында әйтте райондан килгән ҡунаҡтар.


Автор фотолары


Илкәнәй ауыл советында барлығы 453 гүзәл зат йәшәй, 131-е пенсия йәшендәгеләр, 202 эшкә яраҡлы, 96-һы 18 йәшкә тиклемге, 24-е ситтә эшләп йөрөй.

Өфөлә Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары йәмғиәтенең IV съезы уҙа, ул беренсе рәйес, ғалим Нәжибә Мәҡсүтованың тыуыуына 85 йыл тулыуға арнала. Ойошманың иң әүҙем ағзалары 4 декабрҙә М.Ғафури исемендәге Башҡорт драма театрына йыйыла. Ошо хаҡта шағирә, «Башҡортостан ҡыҙы» журналының баш мөхәррире Гөлназ Ҡотоева хәбәр итте.

Съезд барышында башҡорт телен өйрәнеү, экология, балаларҙы тәрбиәләү, һаулыҡ һаҡлау кеүек мөһим темаларҙы тикшереү күҙаллана. 2011-2016 йылдарҙа башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары йәмғиәте етәксеһе булған сәсәниә Розалиә Солтангәреваның сығышы ҡаралған. Съезда рәйесте һәм ойошма советын ҡайтанан һайлау була. Шулай уҡ ойошма уставына үҙгәрештәр ҡарала.

Сара сәнғәт оҫталарының концерты һәм уңышлы ҡатын-ҡыҙҙарҙы — йәмғиәт ағзаларын бүләкләү менән тамамлана. Фойела китаптар, ҡул эштәре, милли ризыҡтар күргәҙмәһе ойошторола.
Читайте нас: