Все новости
Йәмғиәт
1 Декабря 2017, 14:29

ЭШҺӨЙӘР. ИЛҺӨЙӘР

Туғай Кинйәһе ауылында тыуып үҫкән уҙамандарыбыҙҙың береһен – Юлай Юныс улы Ишмөхәмәтовты тыуған районында ла, Күмертауҙа ла күптәр яҡшы белә. Уңған, егәрле ир һәм халҡының илһөйәр улы булараҡ.

Туғай Кинйәһе ауылында тыуып үҫкән уҙамандарыбыҙҙың береһен – Юлай Юныс улы Ишмөхәмәтовты тыуған районында ла, Күмертауҙа ла күптәр яҡшы белә. Уңған, егәрле ир һәм халҡының илһөйәр улы булараҡ.

Юлай ағайҙың балалыҡ эҙҙәрен Ер йөҙөнән юҡҡа сығарылған тыуған ауылы, башҡорт халҡының милли батыры, абыҙы Кинйә Арыҫланов нигеҙләгән 1-се Кинйәабыҙ әле лә һаҡлай. Ул йыл да ауылдаштарын бөткән ауыл урынында осрашыуға йыйыу сараларын ойоштороуҙа ең һыҙғанып ҡатнаша. Ауыл зыяратын кәртәләүҙә, иҫтәлекле урындарға стенд, һәйкәл, таҡтаташтар ҡуйыу эштәренән дә ситтә ҡалмай.

Юлай Юныс улы заманында шул Туғай Кинйәһендәге башланғыс мәктәпкә уҡырға төштө, унан күрше Абдул мәктәбендә 8 класты тамамланы. Күмертауҙағы 29-сы училищела ташсы һөнәренә уҡып, данлыҡлы ташсы Бәхтегәрәй Шафиҡов бригадаһында эшләү бәхете яҙҙы уға. Егет кеше, бер һөнәр менән генә сикләнеп ҡалмайынса, Аксен ауыл хужалығы техникумына уҡырға инде, уны ҡыҙыл дипломға тамамлап, зоотехник һөнәре алып сыҡты.

1973-1975 йылдарҙа Ишмөхәмәтов әрмелә хеҙмәт итеп ҡайтты. Сержант мәктәбендә курсант булып уҡып Мәскәү өлкәһендә взвод командирынан башлап, рота командиры вазифаһында хәрби хеҙмәтен тамамланы һәм тыуған яғына юлланды.

Әҙерлекле кадр икәнен белеп, уны Күмертауҙың ВЛКСМ ҡала комитетына эшкә саҡырҙылар. Аҙаҡ Юлай Юныс улына «Таймаҫ» совхозында 3 йыл профсоюздарҙың эшсе комитетын етәкләргә тура килде, Куйбышев исемендәге колхозда партком булып эшләне. Һәләтле коммунист икәнен күреп КПСС-тың Күмертау ҡала комитетына инструктор итеп тәғәйенләнеләр. Ярты йылдан һуң уға, уҡыған һөнәренә ярашлы, Ермолаево һыйыр малы һимертеү комплексын етәкләү бурысы йөкмәтелде. Өс йыл эсендә уның коллективы ҙур уңыштарға иреште, Советтар Союзы масштабындағы социалистик ярыштарҙа даими рәүештә приздарға лайыҡ булды.

1977-1982 йылдарҙа Ю. Ишмөхәмәтов зооинженер һөнәре буйынса Башҡортостан ауыл хужалығы институтын ситтән тороп тамамланы.

2007 йылдан алып яҡташыбыҙҙың артабанғы хеҙмәт эшмәкәрлеге ауылдашы Зиннур Исхаҡов ойошторған «Южурал-Ойл» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте менән тығыҙ бәйле. Был предприятиела ул төрлө йылдарҙа башҡарыусы директор, техник директор вазифаларын үтәне. 2009 йылда «Көйөргәҙе нефть сәнәғәте ҡорамалдары заводы» ойошторолғас, уға етәкселек итте, генераль директор булараҡ эшләп, 2016 йылда хаҡлы ялға сыҡты.

Юлай Юныс улы, пенсияламын, тип ҡул ҡаушырып ултырмай. Ул, Көйөргәҙе районы башҡорттары ҡоролтайы рәйесе булараҡ, райондың ижтимағи тормошонда әле лә ҡайнап йәшәй.

Фото ғаилә архивынан



Намыҫлы һәм емешле хеҙмәте, Көйөргәҙе районы муниципаль районының нефть һәм газ комплексын үҫтереүгә индергән лайыҡлы өлөшө һәм 65 йәшлек юбилейы уңайынан «Көйөргәҙе нефть сәнәғәте ҡорамалдары заводы» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте ветераны Юлай Юныс улы ИШМӨХӘМӘТОВ Көйөргәҙе районы муниципаль районы Хакимиәтенең Почет грамотаһы менән бүләкләнә.

Ә.Й. ҠОТЛОӘХМӘТОВ,
Көйөргәҙе районы муниципаль район Хакимиәте башлығы

Читайте нас: