Гөлсөм апай уҡыусыларға башҡорт халҡының милли музыка ҡоралы ҡурай тураһында бәйән итте. Ул үҙе менән ағастан эшләнгән түгел, ә ысын, киптерелгән ҡурай үләнен алып килгән һәм балаларға был көпшәнең нисек итеп уйын ҡоралына әйләнеп китеүе хаҡында матур легенда һөйләп ишеттерҙе. Ҡурайҙы яһау, көй сығарыу серҙәре менән дә бүлеште ул. Балалар бик ҡыҙыҡһынып тыңланы. Ҡурай үләнен тотоп, улай ҙа, былай ҙа әйләндереп ҡарап: «Ҡайҙа үҫә ул ҡурай үләне? Беҙҙең дә уны табып алып ҡайтып, үҙебеҙ эшләп, уйнап ҡарағыбыҙ килә», - тигән һорау һәм теләктәрен белдерҙе улар. Гөлсөм инәләре һәр һорауға ентекле яуап биреп, балаларға үҙе яҙған шиғырҙарҙы уҡыны. Уҡыусыларға ағинәйҙәре үткәргән дәрес бик оҡшаны. «Тағы килегеҙ беҙгә!», - тип ҡалды улар.