Все новости
Йәмғиәт
5 Декабря 2017, 13:52

ЮБИЛЯРҘАРҘЫ ТӘБРИКЛӘНЕК

Яҡшымбәт ауыл советы хакимиәте, мәҙәниәт йорто хеҙмәткәрҙәре, Ағинәйҙәр ойошмаһы һәм Ҡатын-ҡыҙҙар советы менән берлектә ауылыбыҙҙа Әсә көнө уңайынан кисә ойошторҙоҡ.

Яҡшымбәт ауыл советы хакимиәте, мәҙәниәт йорто хеҙмәткәрҙәре, Ағинәйҙәр ойошмаһы һәм Ҡатын-ҡыҙҙар советы менән берлектә ауылыбыҙҙа Әсә көнө уңайынан кисә ойошторҙоҡ.

Был байрамда быйыл 80, 85 йәшлек юбилейҙарын билдәләгән яҡташтарыбыҙҙы ла тәбрикләргә булдыҡ. Барлығы 6 юбиляр килде кисәгә. Уларҙың иң олоһо — ғүмере буйы тиерлек һауынсы булып эшләгән Мөнирә Аҙнабаева үҙенең хәтирәләре менән бүлеште: «Резинка итек кейеп иртәнге һауынға сығып китәбеҙ ҙә, көнө буйы шул итек аяҡтан төшмәй. Һауын бөткәс, йүгереп ҡайтып, аяҡ өҫтө генә икмәк баҫабыҙ ҙа, сөгөлдөр утарға йүгерәбеҙ. Унан йүгереп ҡайтып, тағы аяҡ өҫтө генә сәй эсеп, киске һауынға ашығабыҙ. Хәрәкәттә — бәрәкәт, тип бушҡа әйтмәйҙәр инде, ғүмеребеҙ шулай бөтмәҫ-төкәнмәҫ эш менән үтһә лә, әле лә иҫән-һаубыҙ. Тик шул резинка итектең касафаты — аяҡтар ғына һыҙлай», - тине ул.

Башҡа инәйҙәрҙең барыһы ла быйыл 80 йәшен билдәләне. 43 йыл уҡытыусы булып эшләгән Зарифа Сәлтәшева бар ғүмерен балаларға бағышлаған. Ул әле лә йәмәғәт эштәрендә әүҙем ҡатнаша, Яҡшымбәттә музыка мәктәбен астырыу өсөн дә ул күп йөрөнө. Фәниә Сәлтәшева мәктәпте тамамлағас та, һауынсы булып эшләй башлай һәм бар ғүмерен ошо һөнәр менән бәйләй. Динә Бикмаева силсәүиттә бик оҙаҡ йылдар баш бухгалтер вазифаһын башҡара. Эшенә яуаплы ҡарағаны өсөн ихтирам яулай. Әле лә фермер улдары менән заман менән бергә атлай ул. Лениза Бикмаева китапханасы, мәҙәниәт өлкәһендә эшләй. Заманында ауыл советы башлығы ла булып ала, ҡатын-ҡыҙҙар советын да етәкләй, күрше ауылдарға концерт менән йөрөүсе лә ул була. Әле лә ауыл тормошо өсөн ҡайнап йәшәй. Зоя Түләкова күп йылдар колхозда ашнаҡсы булып эшләй. Ул бешергән телеңде йоторлоҡ тәм-томдарҙы ауыл халҡы һаман иҫләй. Әле ул Ҡөрьән уҡый. Шулай уҡ ҡот ҡойоу, балаларҙы өшкөрөү һәм башҡа төрлө ярҙам һорап уға киләләр. Инәйҙең хәтере шәп, китаптарҙы яттан һөйләй ала. Байрам кисәһенә Яңы Юл ауылынан Тәҡиә Исхаҡова ғына килә алмай ҡалды.

Юбилярҙарҙың барыһын да ҡотлап, ауыл советы хакимиәте башлығы Юнир Сынбулатов Рәхмәт хаттары, гөлләмә һәм бүләктәр тапшырҙы.

Ағинәйҙәр байрам кисәһенә йәм өҫтәп, таҡмаҡ буйынса флешмоб үткәрҙе. Мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре, үҙешмәкәр артистар һәм балалар баҡсаһы тәрбиәләнеүселәренең сығыштары дәррәү алҡыштарға күмелде. Барыһына ла ҙур рәхмәт әйтке килә.

Гөлшат ХӘЙБУЛЛИНА
Яҡшымбәт ауылы

Читайте нас: