Өфөлә М. Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрында «Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары йәмғиәте» төбәк йәмәғәт ойошмаларының Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары йәмғиәтенең беренсе рәйесе, күренекле ғалимә, филология фәндәре докторы Нәжибә Мәҡсүтованың тыуыуына 85 йыл тулыуға арналған «Милләт әсәһе булыу тәҡдиребеҙ» тип аталған IV сираттан тыш съезы үтте.
Съезд эшендә Башҡортостан ҡалаларынан һәм райондарынан, шулай уҡ Силәбе, Ырымбур, Һамар, Свердловск өлкәләренән, Санкт-Петербург, Мәскәү ҡалаларынан 380 делегат һәм ҡунаҡтар ҡатнашты. Көйөргәҙе районынан Яҡут ауылы ағинәйе Хәмдиә Рәшитова, мәҙәниәт хеҙмәткәре Рәмзиә Әбйәлилова һәм мин, Күмертауҙан 3-сө БРГИ уҡытыусыһы Земфира Усманова, РПЛИ директоры Римма Ғөбәйҙуллина, уҡытыусыһы Зилә Әбхәлимова, 9-сы мәктәп уҡытыусыһы Мөнәүәрә Мырҙағолова съезд делегаттары булды.
Съезды филология фәндәре докторы Розалия Солтангәрәева асып, сығышын ошо ойошманың башында тороусы Нәжибә Мәҡсүтованың яҡты иҫтәлегенә бағышланы. «Башҡортостан ҡыҙы» журналының баш мөхәррире, 2017 йылдан «Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары йәмғиәте» ойошмаһын етәкләүсе Гөлназ Ҡотоева сығышында, хәҙер инде был ойошманың тотороҡло концепцияһы булғанын әйтте. «Милләтебеҙҙең барыр юлдарын барлап, киләсәккә ниәттәрен ғилми нигеҙҙә нығытып, маҡсатлы эшләүсе интеллектуаль көс, сәйәси йоғонтоло Башҡортостан ҡатын-ҡыҙҙары союзы, практик йүнәлештәге Ағинәйҙәр хәрәкәте менән бергә халҡыбыҙҙың рухиәтенә ныҡлы терәк булыр өс таған булып тора», - тине ул.
Сит өлкәләрҙән килгән яҡташтарыбыҙҙың да сығыштары бик фәһемле булды. Санкт-Петербургтан Люциә Солтанова биш миллион халыҡ, 130 милләт кешеһе йәшәгән ҡалала биш мең башҡортто туплап гөрләтеп эшләп йөрөүен әйтеп үтте. Силәбенән Рабиға Бикбулатова өлкәлә 165 мең башҡорт йәшәүен, уларҙы «Аҡ тирмә» мәҙәни үҙәге эргәһендә ойоштороуҙарын, Башҡортостан уҡыу йорттары менән тығыҙ бәйләнештә булыуҙарын, республиканың төрлө уҡыу йорттарында 20-нән артыҡ башҡорт балалары уҡыуын әйтте. Екатеринбургтан Хәлимә Йосопова Свердловск өлкәһендә йәшәгән 31 мең 200 башҡорттан сәләм еткерҙе. 20 йыл буйы башҡорт ҡоролтайы эшләп килеүен, телде өйрәнеү, уны һаҡлау, яҡлау буйынса бик күп эштәр башҡарылыуы тураһында һөйләне.
Бөрйән районы Байназар ауылынан килгән делегаттың «Тәбиғәт менән берлектә йәшәү» тигән сығышы ла иғтибарға лайыҡлы булды. Хәҙерге замандағы күп төрлө ауырыуҙарҙың таралыуы, күпләп ауырыу балаларҙың донъяға килеүе ул кешелектең тәбиғәттән айырылыуы менән бәйле тип иҫбатланы. Бер өҙлөкһөҙ урмандарыбыҙҙың киҫелеүе, һауаның, эсәр һыуҙарыбыҙҙың бысраныуы, һайығыуы, йәнлектәребеҙҙең кәмеүе, тотар балыҡтарыбыҙҙың бөтөү хәленә килеп етеүен әйтеп үтте. Яландарыбыҙ тулы мал үрсетеп, таҙа ит, һөт, балыҡ ашауға ни етә. Магазиндан алған ризыҡты маҡта ла үҙеңдекен аша, шул ваҡытта ғына иҫән-һау булыуыңа өмөт ҙурлығын әйтте. Учалы районында биш йыл инде ағинәйҙәр ҡоро етәксеһе Мәрзиә Солтанбаева: «Үҙ кейемеңде кей, үҙ ризығыңды аша, үҙ көйөңдө көйлә. Шулай булһаң, һине бер кем менән дә бутамаҫтар», - тине.
Ысынлап та, рухи таҙарыныу, тупланыу, берҙәмлектең көсөн, туғанлыҡтың ҡәҙерен, ҡурҡмай үҙ һүҙебеҙҙе әйтеп, аныҡ эштәр башҡарыу мөмкинлеген биргән, ғәҙеллекте яҡлаған, ҡул ҡаушырып ятмаған гүзәл заттарыбыҙҙы туплаған ҡеүәтле көс ул “Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары йәмғиәте” һәм Ағинәйҙәр ойошмаһы.