Все новости
Йәмғиәт
12 Декабря 2017, 14:05

«БЕҘ КҮРГӘНДЕ ҺЕҘГӘ КҮРҺӘТМӘҺЕН»

Ул йылдарҙың даны мәңгелек. Ваҡыт Бөйөк Ватан һуғышы хәтирәләрен аяуһыҙ юя. Бала сағы ауыр һуғыш йылдарына тура килгәндәр фашизм, һуғыш тигәндең ни хәтлем ҡот осҡос булыуын киләсәк быуындарҙың аңына һеңдерергә тырыша. Яҡут ауылында йәшәүсе Фируза Ғәлиева инәй ҙә быйыл ҙур юбилейын үткәргән ваҡытта үҙенең хәтирәләре менән уртаҡлашты.

Ул йылдарҙың даны мәңгелек. Ваҡыт Бөйөк Ватан һуғышы хәтирәләрен аяуһыҙ юя. Бала сағы ауыр һуғыш йылдарына тура килгәндәр фашизм, һуғыш тигәндең ни хәтлем ҡот осҡос булыуын киләсәк быуындарҙың аңына һеңдерергә тырыша. Яҡут ауылында йәшәүсе Фируза Ғәлиева инәй ҙә быйыл ҙур юбилейын үткәргән ваҡытта үҙенең хәтирәләре менән уртаҡлашты.

Фируза инәй Миниғужа олатай менән Хәфизә инәйҙең күмәк ғаиләһендә алты малай һәм ике ҡыҙ үҫәләр. Малайҙар менән бергә эшһөйәр ҡыҙыҡай булып үҫә Фируза инәй. Һуғыш башланғас, бөтә ир-егеттәр менән бергә уның дүрт ағаһын да һуғышҡа алып китәләр. «Шунда белдек инде беҙ тормоштоң ауырлыҡтарын. Ун дүрт йәшемдә колхозға эшкә сығып киттем. Ә бер көндө председатель саҡыртып алды ла: «Юлға ике сәғәттә әҙер бул», - тип 2 кило һоло биреп ҡайтарып ебәрҙе. Һолоно алып ҡайтып әсәйем менән юлға сөсө икмәк бешерҙек. Шулай итеп ауылдан сығып киттем. Ҡайҙа барғанды ла белмәйем. Оҙаҡ барҙыҡ бер бетле вагонда. Ҡайҙалыр урман араһына бер баракка алып барып төшөрҙөләр», - тип хәтерләй Фируза инәй.

Ун дүрт йәшлек Фируза инәй торф ҡырҡыуҙа Мәскәү янында ҡатнаша. Эштең ауырлығы үҙенекен итә. Инәй тиф ауырыуы менән ауырып китеп тыуған ауылына ҡайтарып ебәрелә. Был ауырыуҙан һуң яйлап аяҡҡа баҫыуҙар... Нисә йылдар үткән, ә был хәлдәрҙе инәй һаман да бөгөнгөләй итеп хәтерләп, йәшләнгән күҙҙәрен һөртөп-һөртөп ала. Шунан инде аяҡҡа баҫҡас, башы-аяғы менән эшкә сума Фируза инәй. Ир-ат менән бергә бесәнен дә саба, тарыһын да ура, бер эштә лә һынатмай. Киров исемендәге колхозда 20 йыл һауынсы булып эшләй. Эшләгән дәүерендә гел маҡталып, грамоталар менән бүләкләнеп, инәйҙең күкрәген орден һәм миҙалдар биҙәй. Почетлы колхозсы ла ул. Ҡырҡ йыл стаж менән пенсияға сыға. Оло йәштә булыуына ҡарамаҫтан, инәй һаман да ҡыҙҙарына кәңәштәрен биреп ултыра.

Әле уңы ҡыҙы Лилиә ҡарай. Сикһеҙ рәхмәтле инәй барыһына ла. Бөйөк Еңеүгә тос өлөштө Ғәлиевтарҙың ғаиләһе лә керетте, ике ағаһы һуғыш яланында ятып ҡалды. «Эй Хоҙайым, беҙ күргәнде һеҙгә күрһәтмәһен, балалар», - тип доғаларын уҡып ултыра Фируза инәй.

Хәмдиә РӘШИТОВА
Яҡут ауылы

Читайте нас: