Все новости
Йәмғиәт
12 Декабря 2017, 14:38

ОЛОЛАНЫЛАР

Райондың ветерандар Советы рәйесе, аҡһаҡалыбыҙ Алексей Павлович Тарасовтың юбилейы айҡанлы, район Хакимиәтенең ултырыштар залында уға бағышланған тантана үтте.

Райондың ветерандар Советы рәйесе, аҡһаҡалыбыҙ Алексей Павлович Тарасовтың юбилейы айҡанлы, район Хакимиәтенең ултырыштар залында уға бағышланған тантана үтте.

Өфөнән депутатыбыҙ Рузалиә Сафиулла ҡыҙы Хисмәтуллина, оҙаҡ йылдар Көйөргәҙе ерҙәрендә эшләп киткән, күптәргә таныш шәхес Алексей Данилович Крыжановский, Күмертау ветерандар Советы рәйесе Закир Насир улы Акбәров сараның оло ҡунаҡтары булды. Рузалиә Сафиулла ҡыҙы Алексей Тарасовҡа Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайының Маҡтау грамотаһын тапшырҙы. Беҙҙекеләр ҙә ҡоро ҡалманы – Хакимиәттән ошондай уҡ бүләк булды. Был тантанала ветерандарыбыҙ тип, улар өсөн ал-ял белмәй эшләп йөрөгән йәмәғәт эшмәкәренә ололау һүҙҙәре күп әйтелде.

Диана ҠОТЛОБАЕВА фотоһы

Читайте нас: