Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
12 Декабрь 2017, 14:25

ШӘМСЕТДИН ЗӘКИ БҮЛӘҺЕ

Районыбыҙҙа милли мәғарифты үҫтереүгә бар ғүмерен бағышлаған уңған, фиҙаҡәр педагогтарыбыҙ бик күп. Шуларҙың береһе – 1908 йылда райондың Үрге Бабалар ауылында тыуып үҫкән Ноғман Ағзам улы Ильясов.

Районыбыҙҙа милли мәғарифты үҫтереүгә бар ғүмерен бағышлаған уңған, фиҙаҡәр педагогтарыбыҙ бик күп. Шуларҙың береһе – 1908 йылда райондың Үрге Бабалар ауылында тыуып үҫкән Ноғман Ағзам улы Ильясов.

Уның атаһы – Зәк-Ишмәт ауылында донъяға килгән күренекле башҡорт суфый шағиры, әүлиә Шәмсетдин Зәкиҙең ейәне. Дини белемде ихтирам иткән ата-әсәһе малайҙы уҙған быуаттың 1916 йылында Ырымбурҙағы мәҙрәсәгә уҡырға бирә. Тик Октябрь революцияһы, Граждандар һуғышы белем эстәүҙе ѳҙѳргә мәжбүр итә. 1924 йылда белемгә ынтылған Ноғман шул ҡалалағы Карауанһарайҙа асылған Башҡорт педагогия техникумына уҡырға инә һәм ѳс йылдан һуң уны уңышлы тамамлай. Ярлы, әммә күңелле студент йылдарында ул буласаҡ билдәле яҙыусылар Зәйнәп Биишева, Сәғит Агиш, Баязит Бикбай менән таныша, яҡындан аралаша, улар менән бергәләп уҡыу йортоноң, Ырымбурҙың мәҙәни, ижтимағи тормошонда әүҙем ҡатнаша.

Йәш уҡытыусы мѳғәллимлек эшен 1927 йылда райондың Түбәнге Мотал башланғыс мәктәбендә башлай. Уға бында буласаҡ шағир, аҙаҡ Бѳйѳк Ватан һуғышында батырҙарса һәләк булған Сабир Кинйәкәйгә һабаҡтар бирергә тура килә. Өс йыл эшләгәс, тырыш, инициативалы егетте Үрге Бабаларҙағы белем усағына күсерәләр. Әлегә ғаилә ҡормаған йәш уҡытыусыны 1930 йылдарҙың аҙағына тиклем әле бер, әле икенсе мәктәпкә эшкә күсереп йѳрѳтәләр. Ноғман Ильясов ышанысты аҡлай, тәжрибә лә туплай.

Бѳйѳк Ватан һуғышы башланғас, броне булғанға, уны фронтҡа саҡырмайҙар. 1942 йылда үҙе теләп һуғышҡа китә. Махсус уҡыу үткәс, пулеметсы булып яу юлын башлай. Шул йылда ауыр яраланып Ырымбурҙағы госпиталдә дауалана. Унан сыҡҡас, күренекле полководец, генерал Доваторҙың кавалерия корпусында яу юлын дауам итә. Мәскәүгә яҡын барған алыштарҙың береһендә уң аяғына яралана. Барнаулдағы госпиталдә дауаланғас, уны Коломно ҡалаһындағы ҡыҫҡа ваҡытлы артиллеристар әҙерләүсе курсҡа ебәрәләр. Уҡыуҙы уңышлы тамамлаған сержант Ильясовты 45 миллиметрлы пушка расчетына командир итеп тәғәйенләйҙәр. 1943 йылдың йәйендә уның етәкселегендәге артиллеристар Курск дуғаһындағы оҙайлы алыштарҙа батырҙарса һуғыша һәм командование тарафынан бер нисә тапҡыр билдәләнә. Алыштарҙың береһендә Ноғман Ағзам улы һул аяғына ауыр яралана һәм ике госпиталдә бер нисә ай дауаланғас, 1944 йылдың уртаһында тыуған яғына ҡултыҡ таяҡтарында һуғыш инвалиды булып ҡайтып төшә. Фронтовиктың күкрәгендәге бер нисә миҙал уның тыуған иленең азатлығы ѳсѳн нисек кѳрәшеүе тураһында һѳйләй.

Һуғыштан һуң да мәктәптәргә тейешле белемле уҡытыусылар етешмәй. Шуға ла район мәғариф бүлеге етәкселеге кисәге яугирҙе тыуған ауылындағы мәктәпкә эшкә саҡыра. Һуғыш яландарында алған ауыр яралары тынғылыҡ бирмәһә лә, һыҙланһа ла, үҙенең элекке һѳнәрен яратҡан, һағынып ҡайтҡан Ноғман Ағзам улы мәктәпкә ҡултыҡ таяҡтарына таянып йѳрѳп эшләй. Ваҡыты-ваҡыты менән хәрби госпиталдәрҙә дауалана, тик балаларға белем биреүен туҡтатмай.

Һуғыш һәм хеҙмәт ветераны пенсия йәшенә еткәс, тағы 4 йыл уҡыта. Район, республика кимәлендәге мәғариф органдары тарафынан уға бирелгән күп һанлы грамоталар, Рәхмәт хаттары, дипломдар мөғәллимдең фиҙаҡәр хеҙмәтен асыҡ дәлилләй. 43 йыл педагогик стажы булған уҡытыусы урындағы колхоз бригадаһында пропагандист, агитатор, һайлау участкаһы комиссияһы ағзаһы вазифаларын намыҫ менән башҡара. Балалар һәм йәштәр араһында патриотик тәрбиә эше алып бара.

Ҡатыны Мәфтүха Абдрахман ҡыҙы менән 50 йылға яҡын татыу ғүмер итеп, 6 бала тәрбиәләп, уларға белем алыуҙа ярҙам итеп, оло тормош юлына сығаралар. Ноғман Ағзам улы күптәргә фәһем алырлыҡ матур тормош юлы үтеп, 78 йәшендә, ә тормошоноң бер ѳлѳшѳн уҡытыусылыҡ һѳнәренә бағышлаған, яугир-инвалидты тәрбиәләгән, уңған әсә, бѳтмѳр хужабикә Мәфтүха инәй 80 йәшендә баҡыйлыҡҡа күсә.

Районыбыҙ мәғарифы тарихын өйрәнеүселәр Ноғман Ильясовтың тормош юлы һәм педагогик эшмәкәрлеге менән дә ҡыҙыҡһынмай ҡалмаҫ, моғайын.


Фотолар Ильясовтарҙың ғаилә архивынан

Читайте нас: