Все новости
Йәмғиәт
15 Декабря 2017, 16:39

ҠӘҘЕР БУЛДЫ, ӘЛЕ ЛӘ БАР

Заманында һауынсы булып республиканы данға күмгән Социалистик Хеҙмәт Геройы, «БАССР-ҙың атҡаҙанған малсыһы» тигән маҡтаулы исем алған, бөгөнгө көндә Ялсыҡай ауылында йәшәүсе Шәүәли Мөхәмәт улы Вахитов үҙенең 85 йәшлек юбилейын билдәләй. Беҙ ҙә геройыбыҙҙы редакцияға саҡырып ҡотланыҡ, бәләкәй генә бүләк тә тапшырҙыҡ, сәй артында әңгәмә ҡорҙоҡ.

Заманында һауынсы булып республиканы данға күмгән Социалистик Хеҙмәт Геройы, «БАССР-ҙың атҡаҙанған малсыһы» тигән маҡтаулы исем алған, бөгөнгө көндә Ялсыҡай ауылында йәшәүсе Шәүәли Мөхәмәт улы Вахитов үҙенең 85 йәшлек юбилейын билдәләй. Беҙ ҙә геройыбыҙҙы редакцияға саҡырып ҡотланыҡ, бәләкәй генә бүләк тә тапшырҙыҡ, сәй артында әңгәмә ҡорҙоҡ.

Малик Ильясов: Шәүәли ағай, һеҙҙең юбилейығыҙ беҙҙең өсөн дә оло ҡыуаныс. Һеҙ беҙҙең ғорурлыҡ. Районыбыҙҙың ғына түгел, ғөмүмән, Башҡортостандың да, Рәсәйҙең дә даны һеҙ. Һеҙҙең турала беҙ республика матбуғаттарынан уҡып та, телевидение аша ҡарап та беләбеҙ. 85 йәшкә аяҡ баҫырмын, тип уйлағайнығыҙмы, һаулығығыҙға зарланмайһығыҙмы?

Шәүәли Вахитов: Атайым оҙаҡ йәшәгән, мин дә оҙаҡ йәшәрмен, тип уйлайым. Аллаға шөкөр, үҙем ашайым, үҙ аяҡтарым менән йөрөйөм, шаярам-көләм. Тик бына ҡолаҡ ҡына насарыраҡ ишетә.

Малик Ильясов: Ғүмер буйы Ялсыҡайҙаһың, бөгөн ауылың өсөн ҡыуанаһыңмы, әллә ҡайғыраһыңмы?

Шәүәли Вахитов: Бөгөн ауылда 110 өй бар, шуның бер-нисәүһе буш тора. Элек ҡыуана инем, хәҙер фермалар ҙа бөткәс, ҡайғырам. Мәктәптә башланғыс кластар ғына ҡалды. Йәштәр ҙә аҙ, ауылда ҡалырға теләмәйҙәр, шуға йөрәгем әрней.

Малик Ильясов: Һеҙ ейән-ейәнсәрҙәрегеҙҙең ауылға ҡайтып йәшәүен теләр инегеҙме?

Шәүәли Вахитов: Мин теләр инем дә ул, тик барыһы ла беҙҙән тормай бит. Йәштәргә ауылда ҡалығыҙ, тип әйтеү менән, барыбер ҡалмайҙар. Бына ейәнсәрем киләһе йылда Стәрлетамаҡта медицина буйынса уҡыу йортон тамамлай. Уға, Ялсыҡайға ҡайт эшләргә, тиһәк, юҡ, ҡайтмайым, ти.

Малик Ильясов: Һеҙ нисә йәшегеҙҙә фермаға эшкә барҙығыҙ?

Шәүәли Вахитов:18-19 йәштә барғайным, шунан бирле 60 йылға яҡын эшләнем. Белеүебеҙсә, тормошта һауынсы эшен күберәк ҡатын-ҡыҙҙар башҡара, эшләй башлағас та тәүҙә миңә сәйерһенеп ҡараусылар ҙа булды. Мин өндәшмәй генә үҙ эшемде башҡара бирҙем, аҙаҡ өйрәнеп киттеләр.

Малик Ильясов: 60 йыл аҙ ғүмер түгел. Әгәр йәшлегегеҙгә кире ҡайтһағыҙ, яңынан фермаға барыр инегеҙме, һыйырҙар һағындырмаймы?

Шәүәли Вахитов: Ә ниңә бармаҫҡа? Барыр инем, ферма эргәлә генә, эшләр инем тағы. Йортта һыйырҙар бар, сығып-сығып ҡарап алам. Ғүмер буйы үҙебеҙҙең ике һыйыр булды. Береһен әбейем, ә икенсеһен үҙем һауа торғайным. Килендәр берәй яҡҡа китһә, уларҙың да һыйырҙарын һауҙым.

Малик Ильясов: Тормошҡа зарланмайһығыҙ, пенсия алып тораһығыҙ. Хеҙмәт ветераны, Герой булараҡ хөкүмәткә үпкәгеҙ бармы, иғтибар бүленәме?

Шәүәли Вахитов: Аллаға шөкөр, пенсия алып торам. Үпкәм бер ҙә юҡ. Иғтибар ҙа бүләләр, районыбыҙ өйөмә ремонт яһай, тыштан йылытҡыс ҡуйҙылар. Ҡәҙер булды, әле лә бар. Хәҙер телевизорҙы асһаң, тракторсыларҙы, һауынсыларҙы күрһәтмәйҙәр бит, гел үлтереш тә атыш. Бөгөн хеҙмәт кешеләренә иғтибар юҡ.

Малик Ильясов: Бер саҡ Таймаҫҡа автобуста ҡайтып барғанда, Кислицин тигән фермер һөйләгәйне. Таңғы сәғәт биштә фермаға килеп инһәм, унда Шәүәли ағай һыйырҙарҙың ҡойроғон йыуып йөрөй, ти. Нишләп йөрөйһөң ул иртүк тиһәм, мин башҡаса булдыра алмайым, тине. Уның һыйырҙары һәр саҡ таҙа, һалдаттар кеүек була торғайны, тип һөйләй.

Шәүәли Вахитов: Тәүге осорҙа фермаға иртәнге сәғәт биштән килеп, ҡул менән һауырға тура килде. Һуңыраҡ машина ярҙамында эшләүгә күстек. Һыйырҙарымды яратып, ныҡ ҡараным. Мин шулай өйрәнгәйнем, башҡаса булдыра алманым. Етмәһә, республикала Благовещен районының «Степановка» совхозы һауынсыһы, Социалистик Хеҙмәт Геройы Эльвира Гулина менән ярыша торған инек. Ҡатын-ҡыҙ алдында йөҙгә ҡыҙыллыҡ килтереп булмай бит, шуға хәлдән килгәнсә тырыштым.

Малик Ильясов: Кемдәр тракторсылар, комбайнсылар, уларға машина биргәндәре бар, ә һеҙгә шулай ҙурыраҡ бүләк биргәндәре булдымы?

Шәүәли Вахитов: 1954 йылда мин бригадир инем, Холодный Ключтағы бер һауынсы ҡатын менән республика буйынса һөт һауыуҙа беренсе урында булдыҡ. Шунда миңә “Москвич” машинаһы бүләк иттеләр. Ул саҡта ҙур бүләк ине. Шунан икәүләп бер ниндәй оҙатыусыһыҙ, быға тиклем Мәләүезде лә күрмәгән кешеләр Мәскәүгә ВДНХ-ға сығып киттек. Ҡазан вокзалына килеп төштөк тә, ситтә генә ҡарап торабыҙ. Бер кеше килде, һеҙ ҡайҙан, ти. Көйөргәҙенән, тигән яуапты ишеткәс, әйҙә ултырығыҙ, тине лә, ҡайҙа алып барғанын да белгән юҡ, алып китте. Шулай йөрөй торғайныҡ. Аҙаҡ 1973 йылда ГДР-ға барҙыҡ. Немецтар шәп йәшәй ине. Ул саҡта уҡ урманға тиклем асфальт ине уларҙа. Ете ҡара “Волга” машиналары менән ҡаршы алдылар, һәр беребеҙгә тәржемәсе бирҙеләр.

Малик Ильясов: Данлыҡлы һауынсы булараҡ һеҙҙе район Хакимиәте, хужалыҡ етәкселеге, халыҡты социаль яҡлау һәм ветерандар советы хеҙмәткәрҙәре һис тә онотмай. Уҡыусылар менән осрашыуҙарға ла йыш саҡыраларҙыр?

Шәүәли Вахитов: Эйе, уҡыусылар менән йыш осрашырға, сығыш яһарға тура килә. Уларҙы хеҙмәтте яратырға өндәйем, кәңәштәр барыбер балаларҙың күңелендә ҡалмай булмаҫ. Аҙна башында ғына Таймаҫ мәктәбенән уҡыусылар килеп юбилейым менән ҡотлап китте. Ә бына 2011 йылда республикабыҙҙың баш ҡалаһына геройҙарҙы йыйҙылар, мин дә барҙым. Түңәрәк өҫтәлдә һөйләшеү булғандан һуң, ялтлап торған һауыт-һабалар менән сәй эстек. Шунда Республика Башлығы минең арҡамдан һөйөп, “Молодец!”, тине.

Малик Ильясов: Герой булараҡ дауаланыу йәһәтенән нисегерәк?

Шәүәли Вахитов: Ял йорттарына ебәрәләр, байтаҡ ерҙәрҙә ял иттем. Тормош иптәшем менән биш ул тәрбиәләп үҫтерҙек. Барыһы ла әрме хеҙмәтендә хеҙмәт итеп, үҙ аллы донъя көтәләр. Аллаға шөкөр, килендәремдән уңдым. 13 ейән-ейәнсәрем һәм 15 бүлә-бүләсәрем бар, улар ҙа, олатай, тип өҙөлөп тора. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, әбейем 15 йыл элек яҡты донъянан китеп барҙы. Икенсегә ҡатын алманым, балаларымды йәлләнем. Красноусольскийға ял итергә барғанымда өлкән улым, ял йортонан үҙеңә берәй иптәш алып ҡайт, тип ебәргәйне, балаларҙы йәтим итмәйем, тип уйланым.

Малик Ильясов: Шәүәли ағай, беҙгә килгәнегеҙ өсөн ҙур рәхмәт! Һеҙгә оҙон ғүмер, бәхетле ҡартлыҡ теләйбеҙ. Беҙ һеҙҙең менән ғорурланабыҙ, һәр ваҡыт, әлдә Шәүәлиебеҙ бар, тибеҙ.

Шәүәли Вахитов: Үҙегеҙгә ҙур рәхмәт. Һеҙ ҙә иҫән-һау, ауырымай-һыҙланмай эшләгеҙ. Уңыштар һеҙгә.

ШӘҮӘЛИ ВАХИТОВ КРЕМЛДӘ

Был көндәрҙә Кремлдең Съездар һарайында совет профсоюздарының XIV съезы бара.

Уның эшендә беҙҙең район вәкиле – «Таймаҫ» совхозы һауынсыһы, Социалистик Хеҙмәт Геройы Шәүәли Вахитов та ҡатнаша.

Съезға киткән саҡта Шәүәли Вахитов үҙенең һыйырҙарын һауынсы Гөлниса Байғужинаға тапшырҙы. Ул тыныс була ала, уның һыйырҙары ышаныслы ҡулдарҙа.

Гөлниса үҙенә йөкмәтелгән яуаплы вазифаны намыҫ менән үтәй. Ул хәҙер фураждағы һәр һыйырҙан 11-әр килограмм һөт һауып ала.

«Ильич юлы» гәзите,

1968 йыл, 3 март, №28
Читайте нас: