Все новости
Йәмғиәт
15 Декабря 2017, 16:51

ҠОТЛОЮЛ – ҠАҘҘАР ТӨЙӘГЕ

Был, ысынлап та, шулай. Ауылдың тирә-яҡ тәбиғәте, эргәлә генә йылға, быуа булыуы, йәшеллектең күплеге ҡош-ҡорт аҫрау өсөн бигерәк уңайлы.

Был, ысынлап та, шулай. Ауылдың тирә-яҡ тәбиғәте, эргәлә генә йылға, быуа булыуы, йәшеллектең күплеге ҡош-ҡорт аҫрау өсөн бигерәк уңайлы.

Ҡотлоюлдар шул мөмкинлекте бик оҫта файҙалана. Әлбиттә, бында егәрлелек тә кәрәк. Кем уңған – шуның ҡаҙы ла уңа. Ауылда ошо аҙналарҙа гөрләп торған ҡаҙ өмәләре быны асыҡ дәлилләй. Фермер Илшат Боҫҡанов ғаиләһе күрше Ырымбур өлкәһенең Октябрьский ҡасабаһынан ҡаҙ бәпкәләре барып һатып алып үҫтерҙе һәм өмәлә 150 баш ҡаҙ һуйҙы. Зилдә Ибраһимова ла күршеләренән ҡалышмаған: өмәселәргә 92 ҡаҙ әҙерләгән. Шулай уҡ Ләлә Боҫҡанова, Илфак Боҫҡанов, Салауат Аҡһаровтар 60-лап йә унан да күберәк ҡаҙға ауылдаштарын өмәгә саҡырҙы. Нәркәс Ибраһимова менән Зөлфиә Аҡһарова 50 баш ҡаҙ ҡуйҙы өмәсе ауылдаштарына. Рәйфә Сафиуллина ла 44 ҡаҙға матур итеп өмә ойошторҙо, өмәселәрҙе аш-һыу менән һыйланы.

Ҡотлоюлда йылдың-йылы һәр ғаилә тиерлек 30-ҙан да кәм ҡаҙ үҫтермәй ҡалмай.

Гүзәл ИБРАҺИМОВА

Ҡотлоюл ауылы
Читайте нас: