Все новости
Йәмғиәт
15 Декабря 2017, 16:11

ҺӘР КЕМГӘ ЛӘ БИРЕЛМӘЙ

Көйөргәҙе районы башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты рәйесе Юлай Ишмөхәмәтовҡа милләтте туплау, башҡорт телен, мәҙәниәтен, рухиәтен һаҡлау, үҫтереү өлкәһендә күрһәткән әүҙем һәм һөҙөмтәле хеҙмәттәре өсөн, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының “Ал да нур сәс халҡыңа” миҙалы тапшырылды.

- Бындай миҙал һәр береһенә бирелмәй. Мәртәбәле награда районыбыҙҙа ла һанаулы ғына кешеләрҙә бар. Ошондай бүләккә быға ҡәҙәре Әхәт Ҡотлоәхмәтов, Зиннур Исхаҡов, Тәлғәт Буранов, мәрхүм Альберт Юлдыбаев лайыҡ булғайны. Был миҙалды алыу ул тағы ла нығыраҡ яуаплылыҡ өҫтәй. Эшләйһе эштәр күп, планлаштырған саралар ҙа бихисап. Әле “Йыл уҡытыусыһы” конкурсын, “Шәжәрә” байрамын үткәрергә бағымсылар эҙләйбеҙ, беҙҙең милләт араһында байҙар аҙ, шуға күрә быныһы ла үҙенә күрә ҡатмарлыҡтар тыуҙыра. Киләһе йылда үтәсәк башҡорт халҡының милли батыры, абыҙы һәм яҡташыбыҙ Кинйә Арыҫлановтың тыуыуына 295 йыл тулыуға әҙерлек эштәре башланыҡ, “Южурал-Ойл” компанияһы менән Туғай Кинйәһенең күперен яңыртырға уйлайбыҙ, - ти Юлай Юныс улы.

Беҙ ҙә аҡһаҡалыбыҙҙы ҡоролтайҙың иң ҙур наградаһы менән ҡотлайбыҙ һәм милләтебеҙ киләсәге өсөн башҡарған эштәрендә уңыштар теләйбеҙ.

Автор фотоһы

Читайте нас: