Все новости
Йәмғиәт
19 Декабря 2017, 12:53

ҒОРУРЛЫҒЫБЫҘ

Р. Солтангәрәев исемендәге Яңы Таймаҫ гимназияһында Социалистик Хеҙмәт Геройы Шәүәли Вахитовтың 85 йәшлек юбилейы билдәләнде.

Р. Солтангәрәев исемендәге Яңы Таймаҫ гимназияһында Социалистик Хеҙмәт Геройы Шәүәли Вахитовтың 85 йәшлек юбилейы билдәләнде.

Геройҙы тәбрикләргә район хакимиәте башлығы Әхәт Ҡотлоәхмәтов, социаль һәм кадрҙар сәйәсәте буйынса урынбаҫары Люциә Хәмитова, мәғлүмәт-консультация үҙәге директоры Рәүеф Намаҙғолов, район хакимиәтенең элекке башлығы, райондың почетлы гражданы Раил Әбдрәшитов, Шәүәли Мөхәмәт улы менән заманында бергә эшләгән һауынсы коллегалары һәм башҡалар килде.

Күркәм сарала бар ҡунаҡтарҙы ла Геройҙың ғүмер һәм хеҙмәт юлы, уның данлыҡлы ҡаҙаныштары менән таныштырҙыҡ. Әхәт Йәүҙәт улы үҙенең ҡотлауҙарына, изге теләктәренә ҡушып: «Беҙ һеҙҙең менән ғорурланабыҙ, рәхмәттәребеҙ икһеҙ-сикһеҙ», - тип бүләктәрен тапшырҙы. Раил Абдулла улы төрлө ҡыҙыҡлы хәлдәрҙе хәтерләп алды. Геройҙың Зәк-Ишмәт мәктәбен һалдырыуҙа булған ролен ҡыҙыҡ итеп иҫкә төшөрҙө ул. Шәүәли Вахитовтың һауынсы коллегалары Фәриха Солтангәрәева ла бергә эшләгән дәүерҙәрҙе хәтергә төшөрөп үтһә, Лена Сакаева ҡотлауға ҡушып йыр бүләк итте һәм Шәүәли Мөхәмәт улы хаҡында таҡмаҡтар әйтеп тә ҡыуандырҙы. Геройҙың балалары ла оло рәхмәттәренә ҡушып, ҡотлау һүҙҙәре яуҙырырға ашыҡты. Таймаҫ силсәүите башлығы Ильяс Юлдыбаев: «Өйөнә барған һайын Шәүәли ағай һәр саҡ ҡулына йә көрәк, йә һәнәк тотоп нимәлер эшләп йөрөй», - тип, Геройыбыҙҙың әле лә йәштәрҙән ҡалышмауын һыҙыҡ өҫтөнә алды. Гимназиябыҙ директоры Гүзәл Усманова сикһеҙ ғорурлыҡ кисереүен белдерҙе. Был көндө сығыш яһаусылар бихисап булды. Ғөмүмән әйткәндә, уларҙың һәр береһе арабыҙҙа шундай Геройыбыҙ булыуы менән ғорурланыуҙарын әйтергә онотманы.

Байрамды шулай уҡ уҡыусыларҙың һәм район мәҙәниәт һарайы хеҙмәткәрҙәренең сығышы биҙәне. Раил Әбдрәшитовтың һәм шулай уҡ байрамыбыҙ түрендә ултырыусы Шәүәли Вахитовтың үҙенең дә йырлап ебәреүе кисәбеҙгә тағы бер мәртәбә өҫтәне.

Автор фотоһы

Читайте нас: