Все новости
Йәмғиәт
19 Декабря 2017, 12:41

ЯҠШЫ КЕШЕ ТУРАҺЫНДА ЯҠТЫ ИҪТӘЛЕК

Урал Ҡәйүповтың «Юшатыр»ҙың 12 декабрь һанында баҫылған «Шәмсетдин Зәки бүләһе» тигән мәҡәләһен мин тап шулай ҡабул иттем. Эйе, аяуһыҙ һуғыш юлдары үткән, бөтә ғүмерен балалар уҡытыуға арнаған Ноғман Ильясов кеүек шәхестәрҙе оноторға беҙҙең хаҡыбыҙ юҡ. Бигерәк тә ул кешеләр үҙҙәренән күпкә элегерәк йәшәгән бөйөк шәхестәребеҙҙең тура вариҫтары булып торһа...

Урал Ҡәйүповтың «Юшатыр»ҙың 12 декабрь һанында баҫылған «Шәмсетдин Зәки бүләһе» тигән мәҡәләһен мин тап шулай ҡабул иттем. Эйе, аяуһыҙ һуғыш юлдары үткән, бөтә ғүмерен балалар уҡытыуға арнаған Ноғман Ильясов кеүек шәхестәрҙе оноторға беҙҙең хаҡыбыҙ юҡ. Бигерәк тә ул кешеләр үҙҙәренән күпкә элегерәк йәшәгән бөйөк шәхестәребеҙҙең тура вариҫтары булып торһа...

Уҙған быуаттың 70-се йылдарында, Яҡшымбәттә мәктәп директоры булып эшләгәндә, мин Ноғман ағай менән аралашып йәшәнем. Төрлө йомоштары менән Үрге Бабаларҙан Яҡшымбәткә килгәндә ул мәктәпкә һуғылмай, мине күрмәйенсә китмәй ине. Эшемдә өлкән уҡытыусының кәңәштәре лә ярап ята, уның хәтерләүҙәре лә ҡыҙыҡһыныуымды уята ине. Ул ваҡытта әле халҡыбыҙҙың күренекле шағиры, мәғрифәтсеһе Шәмсетдин Зәкиҙең исеме онотолған хәлендә, уны әҙәбиәтселәр һирәкләп телгә алһалар ҙа, «суфый шағир» тип кәмһетеберәк телгә алыу фарыз иҫәпләнә ине. Ноғман Ильясов ағайҙың олатаһы тураһында ғорурланып һөйләүе минең дә күңелемә хуш килә ине. Кемдеке — уныҡы бит, Зәк-Ишмәттә тыуған да ауылымдың данын бөтә төрки донъяға танытҡан!

Шәмсетдин Зәки 1865 йылда донъя ҡуя. Хәләл ефете Бибифәриҙә итәгендә өс бала менән тороп ҡала: 1860 йылда тыуған Ғөбәйҙулла, 1863-тә тыуған Сәләхетдин, тыуырға өлгөрмәй ҡалған Хәҙисә, Хәҙисәнең ҡыҙы Мәрйәм Үрге Бабалар ауылы егете Ағзам Ильясовҡа кейәүгә сыға. Ноғман ағай — ошо мөхәббәттең емеше, олатаһының рухына, иманына тоғро ҡалған ир уҙаманы булды.

Әйткәндәй, Шәмсетдин Зәкиҙең башҡа балалары, ейәндәре, бүләләре лә шағир исеменә тап төшөрмәгәндәр, бөгөн төрлө ҡитғаларға таралып, тап төшөрмәй йәшәйҙәр. Ғөбәйҙулланың ейәне Шамил Әбдрәшитовтың исемен атау ғына ла етә. Легендар осоусы, Советтар Союзы Геройы Ырымбурҙа үҫә. Ноғман ағай былай тип һөйләй торғайны: «Ырымбурҙа Карауанһарайҙа уҡығанда мин туғандарым Ғәлимә менән Монасип ғаиләһенә (Шамилдың әсәһе менән атаһы) йыш барып йөрөнөм. Шул ваҡытта уҡ буласаҡ геройҙың тырышлығын, эшсәнлеген, маҡсатына ынтылыштарын күреп һоҡлана инем».

Шағирҙең хәләл ефете Бибифәриҙә оҙон ғүмерле була. Һуңғы йылдарын ул Үрге Бабаларҙа ейәнсәре ғаиләһендә йәшәй. Шунда 1923 йылда донъя ҡуя. Шәмсетдин Зәкиҙең китапханаһы, бөтә архивы ла ейәнсәре йортона күсерелеп килтерелгән була. Ҡыҙғанысы шул: һуңынаныраҡ алтындарҙан ҡиммәт рухи мираҫ юҡ ителә. Ноғман ағай мәрхүм былай тип һөйләне: «Мин сираттағы каникулдарымдың береһендә өйөмә ҡайтҡас, «ҙур яңылыҡ» ишетеп әсендем. Ауылда комсомол ячейкаһы ойошторғандар икән. Йәштәр союзы ағзаларының иң тәүге «батырлығы» - өй беренсә йөрөп бөтә иҫке китаптарҙы, ҡулъяҙмаларҙы йыйып алғандар ҙа, тыҡырыҡҡа сығарып яндырғандар». Вәхшилек! Кемде ғәйепләйбеҙ һуң? Яңы тормош төҙөйбөҙ тип, янып йөрөгән йәштәрҙеме? Юҡ, ул ваҡытта ошондай сәйәсәт алып барған Кремль әһелдәрендер...

Портреты һаҡланып ҡалмаған боронғо шәхестәрҙең һынын күҙаллап һүрәтләү традицияһы бар. Салауат Юлаев, Кинйә Арыҫланов, Мифтахетдин Аҡмулла... Шәмсетдин Зәкиҙең 170 йыллығына арналған сараларға минең тәҡдим менән рәссам Флүр Исмәғилев шағир портретын эшләне. Шуныһы әһәмиәтле: образды «күк»тән алманы, шағир бүләһе Ноғман Ильясовтың фотоһүрәттәрен файҙаланды. Әлеге көндә был портрет Зәк-Ишмәт мәктәбенең залын биҙәй.

Шәмсетдин Зәкиҙең беҙҙең көндәргә етмешләп кенә шиғыры килеп еткән. Еткән хәтлеһен дә ҡәҙерләп һаҡларға ине лә, шағирҙың ошо ижад емештәрен, уның тураһында хәтерҙе, уның нәҫеле тураһында иҫтәлектәрҙе бына ошолай киләсәк быуындарға тапшыраһы ине.

Күмертау ҡалаһы

Читайте нас: