Все новости
Йәмғиәт
22 Декабря 2017, 13:45

КҮМЕРТАУҘЫ ТӨҘӨГӘН КЕШЕ

Ошо көндәрҙә ҡалабыҙҙың Почетлы гражданы, БАССР-ҙың атҡаҙанған төҙөүсеһе, Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалеры Бәхтигәрәй Шафиҡов 85 йәшлек оло юбилейын билдәләне.

Ошо көндәрҙә ҡалабыҙҙың Почетлы гражданы, БАССР-ҙың атҡаҙанған төҙөүсеһе, Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалеры Бәхтигәрәй Шафиҡов 85 йәшлек оло юбилейын билдәләне.

Ҡала хакимиәте башлығы Борис Беляев уны өйөнә үк барып ҡотланы. Ул юбилярға йөрәк түренән сыҡҡан иң изге теләктәрен һәм тыуған ҡалабыҙға нигеҙ һалыусыға сикһеҙ рәхмәтен белдерҙе.

Бәхтигәрәй Сәлимгәрәй улы хеҙмәт юлын 1950 йылда 2-се Төҙөлөш идаралығында ташсы булып башлай. Ярты быуаттан ашыу төҙөлөш өлкәһендә эшләү дәүерендә бик күп беренсе класлы мастерҙар әҙерләй ул. Шафиҡов етәкләгән бригада күтәргән йорттарҙың иҫәбе-һаны юҡ. Балалар баҡсаһы, мәктәптәр, Күмертау ТЭЦ-ын да улар төҙөй. «1951-1952 йылдарҙа Күмертау ТЭЦ-ын төҙөй башланыҡ. Ул иң ауыр объекттарҙың береһе булды. Һуңынан «Ауылға ярҙам» тигән Министрҙар Советы ҡарары нигеҙендә беҙҙе Таймаҫ ауылына МТМ төҙөргә ебәрҙеләр. Шул МТМ-ны төҙөп бөтмәйенсә, мине, хатта, әрме хеҙмәтенә лә алмай торҙолар», - тип хәтерләй Бәхтигәрәй Шафиҡов үҙенең эшләгән осорон.

Бәхтигәрәй Сәлимгәрәй улы бихисап наградаларға эйә була, шулар араһында БАССР Юғары Советының Почет грамотаһы ла бар.

Фото интернеттан алынды

Читайте нас: