Все новости
Йәмғиәт
26 Декабря 2017, 13:10

БЕР ЯҘМЫШЛЫ КЕШЕЛӘР ЙЫЙЫЛДЫ

«Йәшлек» район мәҙәниәт һарайында «Йөрәктән йөрәккә» тип исемләнгән сираттағы төбәк-ара танышыу һәм ял итеү кисәһе уҙғарылды. Был матур байрамды «Йәшлек» мәҙәниәт һарайы хеҙмәткәрҙәре, район башҡорттары ҡоролтайы, район Ағинәйҙәре ойошмаһы һәм «Аҡ юл» танышыу клубы ойошторҙо.

«Йәшлек» район мәҙәниәт һарайында «Йөрәктән йөрәккә» тип исемләнгән сираттағы төбәк-ара танышыу һәм ял итеү кисәһе уҙғарылды. Был матур байрамды «Йәшлек» мәҙәниәт һарайы хеҙмәткәрҙәре, район башҡорттары ҡоролтайы, район Ағинәйҙәре ойошмаһы һәм «Аҡ юл» танышыу клубы ойошторҙо.

Шуныһы ҡыуаныслы: кисәлә кеше бик күп булды. Көйөргәҙе районы һәм Күмертау ҡалаһыныҡыларҙан башҡа Мәләүез, Күгәрсен, Учалы, Федоровка, Ейәнсура райондарынан килеүселәрҙең һаны 100-ҙән ашып китә. Улар араһында 30-лап ир-ат булһа, ҡалғандары ҡатын-ҡыҙҙар.

Осрашыуҙы Көйөргәҙе районы башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты рәйесе Юлай Юныс улы Ишмөхәмәтов асып ебәрҙе. Ул: «Шул тиклем кеше күп булыуына ҡаушап та киттем, хатта», - тип, барлыҡ ҡунаҡтарҙы яҡынлашып килгән Яңы йыл байрамы менән ҡотлап, ихлас һүҙҙәрен еткергәс, фәҡәт яңғыҙаҡтарға ғына ҡағылған: «Киләһе йылда парлашып, ҡауышып йәшәгеҙ», - тигән теләктәрен дә әйтергә онотманы.

Районыбыҙҙың баш Ағинәйе Тамара Рәшит ҡыҙы Малбаева: «Әтәс йылы үтеп бара, Эт йылы етеп килә. Киләһе йылда һәр кем үҙ парын табып, татыулыҡта, эт кеүек тоғро булып, имен-һау, йырлашып, күңел асып, бергәләшеп йәшәргә яҙһын. Дуҫ-иштәр табып, бер-берегеҙгә теләктәш, терәктәш булып йәшәгеҙ!» - тигән матур теләктәрен әйтеп, һүҙҙе ошо кисәләрҙе ойоштороп, башлап йөрөүсе «Аҡ юл» клубы етәксеһе Мөхәрәм Ислам улы Байгилдинға тапшырҙы. «Донъяла төрлө хәлдәр килеп тыуа. Ҡыҙғанысҡа, алдан планлаштырған ҡайһы бер кисәләр үткәрелмәй ҡалды. Беҙҙең ошондай осрашыуҙарҙа 32 пар барлыҡҡа килгәйне. Шуларҙың 17 пары әлеге көнгә тиклем бергәләр. Бөгөнгө кисәбеҙгә лә бер нисә кеше үҙҙәренең ҡауышҡан йәрҙәре менән килеүе ҡыуаныслы», - тигән һүҙҙәренә ҡушып, Яңы йылға иң изге теләктәрен дә юлланы.

«Йәшлек» мәҙәниәт һарайы хеҙмәткәрҙәре, кисәне алып барыусылар — Йәмилә Рамаҙанова менән Венера Усманова бик күп ҡыҙыҡлы уйындар, конкурстар ойоштороп, еңеүселәргә бүләктәр тапшырҙылар. Байрамды шулай уҡ район мәҙәниәт һарайы артистары Айҙар Хөснөтдиновтың моңло йырҙары, Рәсимә Ғайсинаның дәртле бейеүҙәре биҙәне. Ҡунаҡтар араһынан да сығып сығыш яһаусылар байтаҡ булды. Осрашыу һуңында кисәнең солтаны; иң һылыу, иң мөләйем, иң һомғол ҡатын-ҡыҙҙары; иң оҫта йырсыһы һәм иң оҫта бейеүселәре билдәләнде. Уларға Мөхәрәм Ислам улы бүләктәр һәм Рәхмәт хаттары тапшырҙы.

Шаулап-гөрләп, бик күңелле итеп үтеп китте байрам. Әммә күңелде ҡырған яғын да әйтеп үтмәй булмай. Көйөргәҙе районы яңғыҙаҡтары әле тағы ла ситтә тороп ҡалды. Үҙебеҙҙең районда үткәрелгән бындай осрашыуҙар кемдәр өсөн булып сыға һуң? Кисәлә булған Көйөргәҙе районынан килеүселәрҙе бармаҡ менән генә һанарлыҡ ине. Яҡшымбәттән — 2, Илкәнәйҙән — 3, Морапталдан — 6, Айсыуаҡтан — 5, Яманһарынан — 1, Ермолаевонан 9 кеше килгәйне. Быны нисек аңларғалыр? Беҙҙә яңғыҙаҡтар юҡмы, әллә улар үҙ парын табырға теләмәйме? Алма беш, ауыҙыма төш тип, кемдер кәләш йә кейәү килтереп биреүен көтөп яталармы икән? Әллә районыбыҙ ағинәйҙәренең, ҡатын-ҡыҙҙар советының эшләп еткермәү һөҙөмтәһеме был? Байрам булыуы хаҡында алдан хәбәр ителде, гәзиттә лә баҫылып сыҡты...

Автор фотоһы



Люциә, 46 йәш, Күгәрсен районы, Мораҡ ауылы:

- Байрам шул тиклем күңелле үтте. Ойоштороу кимәле оҡшаны. Тәү тапҡыр килдем. Шулай уҡ йыр-бейеүҙәрҙең, көйҙәрҙең күбеһе башҡортса булыуы күңелемә ятты. Беҙ үҙебеҙҙең райондан 5 машина менән 25 кеше килдек. Иң күбе беҙҙекеләр булды. Мин хатта «Иң һылыу ҡатын-ҡыҙ» титулын яулап та ҡайттым әле. «Бындай байрамдарҙы йылына нисә тапҡыр үткәреү отошлораҡ? Өс айға бер тапҡыр үткәреү етәме?» - тип һорағайнылар беҙҙән. Беҙ ҡапыл ғына яуап бирә алмағайныҡ, әле уйланыҡ та, ай һайын үткәреү кәрәк, тигән фекергә килдек.

Иршат, 61 йәш, Учалы районы, Ҡобағош ауылы:

- Бындай сарала тәүге тапҡыр булдым. Бик ныҡ оҡшаны. Рәхәтләнеп күңел астым. Тағы булһа, миңә әйтмәй ҡалмағыҙ, киләм мотлаҡ. Үҙем ауылда торам. Һеҙҙең яҡтар бик оҡшай, күсеп килергә лә ризамын, хатта. Тик бына өҫтәлдәр артында ултырғастар, ҡатын-ҡыҙҙарҙың янына барып, рәхәтләнеп танышып булманы. Вальс та әҙерәк булды. Икенсе юлы шуларҙы иҫәпкә алһындар ине.

Гөлиә, 48 йәш, Күгәрсен районы, Мораҡ ауылы:

- Мин был кисәгә тәүге тапҡыр килдем. Шул тиклем оҡшаны, хәтәр күңелле. Тағы булһа, күп тә уйлап тормайынса тағы килер инем. Ошондай матур байрамдарҙы йышыраҡ үткәреүҙәрен теләйем. Бында бер яҙмышлы кешеләр йыйылған. Киләһе йылда парһыҙҙарға парҙар, балаһыҙҙарға балалар теләр инем.

Дим, 50 йәш, Күгәрсен районы Тәүәкән ауылы:

- Мин был осрашыуға икенсе тапҡыр килдем. Беҙҙең йәштәгеләргә ошондай байрамдар бик кәрәк. Клубҡа йөрөй алмайбыҙ, унда йәштәр генә. Беҙ бында үҙебеҙгә тик йәр эҙләйбеҙ тип кенә түгел, ә күңел асыу, йырлап-бейеү, яңы дуҫтар табыу маҡсаты менән дә киләбеҙ. Бына ошо ноябрҙән алып апрелгә тиклем осорҙа ауыл халҡы әҙерәк бушыраҡ була. Шул ваҡытта улар өсөн төрлө ҡыҙыҡлы кисәләр үткәреү мотлаҡ, тип әйтер инем. Борон замандарҙа ла нәҡ ошо ваҡыттарҙа кис ултырыу, аулаҡ кеүек йыйындар үткәрелеп торған бит. Шуныһын да әйтеп үткем килә, бындай кисәләрҙә эскелек булмаһын ине. Үткән байрамда бик күптәр өҫтәл ҡуймағанһығыҙ, тип ризаһыҙлыҡтарын белдергәс, был юлы өҫтәлдәр ҡуйылған. Унда спиртлы эсемлектәр ҙә күренә ине. Шуныһы бер ҙә күңелемә ятманы. Өҫтәлдәр торғас, бейергә урын да ҡыҫынҡы булды. Эскеһе, ашағыһы килгәндәр өсөн мәҙәниәт һарайында кафе эшләй ҙә инде. Шундай матур кисәләр бүләк иткәне өсөн Мөхәрәм ағайға маладис тип әйтергә кәрәк.

Тамара ҒӘНИЕВА, Өфө ҡалаһы

- Ҡатын-ҡыҙ ир-аттарҙан 17 миллионға күберәк. Нисек пар тапһын, ти ул ҡатын-ҡыҙҙар?
Читайте нас: