Все новости
Йәмғиәт
29 Декабря 2017, 17:13

ДӘРТ ӨҪТӘР

Күмертауҙағы РПЛИ -ла һәләтле балалар күп. Әйләнгән һайын ҡайҙалыр, ниндәйҙер еңеү яулап тора улар.

Күмертауҙағы РПЛИ -ла һәләтле балалар күп. Әйләнгән һайын ҡайҙалыр, ниндәйҙер еңеү яулап тора улар. «Йәшлек» гәзите былтыр дүртенсегә үткәргән Булат Солтангәрәев исемендәге республика уҡыусылар премияһына ижади конкурста еңеүселәр араһында ошо уҡыу йортонан Фаягөл Исмәғилева ла бар. Ул «Халҡым киләсәге» номинацияһында еңеү яулаған. Ейәнсура районы ҡыҙына бүләкте беҙгә, «Юшатыр» гәзитенә, алып барып тапшырыуҙы һорағайны Өфөләге хеҙмәттәштәребеҙ. «Йәшлек» гәзитенең баш мөхәррире, БР Журналистар союзы рәйесе Артур Дәүләтбәков үҙе ҡултамға ҡуйған Грамота һәм яҡташыбыҙ, Булаттың атаһы Әмир Солтангәрәев ағай төҙөп сығарған «Ил ҡурсалар ир инең» исемле Б. Солтангәрәев тураһындағы иҫтәлектәр китабы Фаягөлдөң артабанғы уҡыуында дәрт, илһам өҫтәр, тип ышанабыҙ. Ҡыҙҙың шатлығын уртаҡлашҡанда беҙҙең менән РПЛИ директорының тәрбиә эштәре буйынса урынбаҫары Гөлфиә Фәйзрахман ҡыҙы Ҡотломбәтова ла булды. Әлбиттә, шулай: Фаягөлдөң ҡыуанысы – бар лицей-интернаттың уртаҡ ҡыуанысы ул.

Әйткәндәй, Фаягөлдөң был еңеүендә тәрбиәселәре Ләлә Икбаеваның да роле ҙур. Уҡыусыһының ошондай ҙа ҙур баһаға лайыҡ булыуына Ләлә Ғәлиәкбәр ҡыҙы сикһеҙ ғорурлыҡ кисерә.

Диана ҠОТЛОБАЕВА

Автор фотоһы
Читайте нас: