Все новости
Йәмғиәт
29 Декабря 2017, 17:19

ҺӘЛӘК БУЛҒАНДАН ҺУҢ...

Ошо көндәрҙә ике ҡустыһын янғындан ҡотҡарған Екатерина Слегина һәләк булғандан һуң Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы миҙалы менән бүләкләнде.

Ошо көндәрҙә ике ҡустыһын янғындан ҡотҡарған Екатерина Слегина һәләк булғандан һуң Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы миҙалы менән бүләкләнде.

Хәтерегеҙгә төшөрөп үтәбеҙ: Стәрлетамаҡ ҡалаһынан Ермолаевоға өләсәһенә ҡунаҡҡа килгән 21 йәшлек студент ҡыҙ 2017 йылдың 5 мартында янғындан 8 һәм 3 йәшлек ҡустыларын ҡотҡара. Тик 93 йәшлек өләсәһен генә ҡотҡарып өлгөрә алмай ҡала. Катя уны ла янғындан алып сығырға тырыша, әммә көслө утта үҙенең тәне бешә, һөрөм еҫе менән дә ағыулана. Ҡыҙҙы Өфө дауаханаһына һалалар. Табиптар күпме генә тырышһалар ҙа, Катяның ғүмерен һаҡлап ҡала алмай. Комала ятҡан ҡыҙ 22 мартта вафат була.

Ҡотҡарыусылар көнө алдынан Стәрлетамаҡ ҡалаһы башлығы Владимир Куликов Ил Президенты Владимир Путиндың ҡушыуы буйынса Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының «Янғында күрһәткән батырлығы өсөн» миҙалын Екатеринаның әсәһе — Елена Слегинаға тапшырҙы.

Екатерина Слегина ваҡытында ярҙам күрһәтмәһә, ул фажиғәнең ҡорбандары тағы ла күберәк булыр ине. Беҙҙең арабыҙҙа шундай ҡыйыу ҡыҙҙар булғаны өсөн ғорурланырға ғына ҡала ла, тик ҡыҙҙың үҙе лә иҫән ҡалмауы аяныс. Катяның әсәһе лә: «Ҡыҙымдың иҫән ҡалыуы беҙгә ҙур бүләк булыр ине лә бит...», - ти.
Читайте нас: