Все новости
Йәмғиәт
29 Декабря 2017, 17:30

ЛАЙЫҠЛЫ БАҺА АЛДЫ

«Акрополь» йәмғиәтен, уның етәксеһе Хәйҙәр Ғайсинды белмәгән кеше юҡтыр, моғайын. 1992 йылда уҡ ул шул йәмғиәтте ойоштора һәм бөгөнгәсә уны уңышлы етәкләй. Хәйҙәр Миңшәриф улы ошо көндәрҙә орденлы булды. Башҡортостан Республикаһы Башлығы Рөстәм Хәмитов төрлө өлкәлә лайыҡлы хеҙмәт иткән 53 кешегә Рәсәй Федерацияһы һәм Башҡортостан Республикаһы дәүләт наградалары тапшырҙы. БР Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты Хәйҙәр Ғайсин Салауат Юлаев ордены менән бүләкләнде.

Хәйҙәр Миңшәриф улы хеҙмәт юлын 17 йәшендә генә Инәк совхозында ауыл хужалығы эшсеһе булып башлай. 1990 йылда Өфө нефть институтын тамамлаған йәш белгес «Күмертаустрой» тресына участка мастеры булып эшкә төшә. Бында өс ай эшләп кенә өлгөрә ул. Йәш, булдыҡлы хеҙмәткәр булараҡ уны Күмертау ҡала советының архитектура бүлегенә эшкә алалар. Хәҙерге ҡалабыҙҙың бик күп объекттары Х.М. Ғайсиндың проекттары буйынса төҙөлгән.

Фото интернеттан алынды

Читайте нас: