Эт йылында тыуғандар ниндәй булыуҙарын үҙҙәренән һораштыҡ
Ғайса менән Алһыу ҒӘЛИМОВТАР (игеҙәктәргә 11-шәр йәш), Йомағужа ауылы:
-Эт йылында тыуғанғамы беҙ эттәрҙе бик ныҡ яратабыҙ. Өйҙә лә этебеҙ менән ихлас уйнайбыҙ. Дуҫтарыбыҙ ныҡ күп, улар менән дә яҡшы мөнәсәбәттәбеҙ. Мәктәптә яҡшы уҡыйбыҙ, уҡытыусы апайҙар һәм ағайҙар ҡушҡан эште матурлап башҡарырға тырышабыҙ. Иң мөһиме икебеҙ ҙә бер-беребеҙҙе һәр саҡ яҡлайбыҙ, насарлыҡтан ҡурсалайбыҙ. Башҡалар ҙа беҙҙең кеүек бер-береһен яҡлаһындар һәм һаҡлаһындар.
Ләйсән Мәһәҙиева, Күмертау ҡалаһы, 23 йәш:
-2018 йыл - Һары Эт билдәһе аҫтында үтә. Был йылда тыуғандар бик тоғро, яуаплы, үҙ һүҙендә тора торған ышаныслы кешеләр. Шуға ла был йыл һәр ҡайһыбыҙҙа тик яҡшы тәьҫораттар ҡалдырыр. Үҙ-ара мөнәсәбәттәр көйләнер, тормоштағы ниндәйҙер ҡытыршылыҡтар ҙа яйланыр. Барығыҙҙы ла Яңы йыл байрамы менән!
Ләйсән АҘНАБАЕВА, район мәғариф методика бүлеге мөдире, 35 йәш:
-Ғөмүмән эт кешенең намыҫлы, тоғро дуҫы, ғәҙеллек яҡлы. Етеп килгән 2018 йыл тик уңыштарҙан ғына торор, тип уйлайым. Ниһайәт, тормош яҡшы яҡҡа үҙгәреп, донъялар тынысланыр, тип өмөт итәм. Бөгөнгө көндә мине ныҡ борсоғаны - йәш ғаиләләрҙең тарҡалыуы һәм балаларҙың аҙ тыуыуы. Башҡортостанда 2018 йылды “ғаилә” йылы итеп иғлан иткәс, йәш ғаиләләргә иғтибар күберәк бүленер, һәм балалар күберәк тыуыр тигән өмөттәмен. Балалар күберәк тыуһа, балалар баҡсалары ла, мәктәптәр ҙә туп-тулы булыр. Нимә генә булһа ла, 2018 йыл үҙенең уңыштары, ҡыуаныстары менән тулы булһын. Яҡташтарыма иҫәнлек-һаулыҡ, таҙалыҡ теләйем! Эт һымаҡ бер-беребеҙгә тоғро, ғәҙел, мәрхәмәтле, берҙәм булайыҡ! Яңы 2018 йылды иртәнге көнгә ышаныс, өмөт менән ҡаршылайыҡ!
Филүзә ВӘЛИДОВА, Таймаҫ ауылы советы хакимиәте эштәр идарасыһы, 47 йәш:
-Эт йылында тыуғандар эт кеүек тоғролар. Улар бер ҡасан да дуҫтарын, яҡындарын ҡыйын хәлдә ҡалдырмай, һатмай, бер һүҙ менән әйткәндә, дуҫлыҡтың ҡәҙерен беләләр. Эштә үҙ эштәренә тоғро булып, барыһын да ысын күңелдән башҡарһалар, өйҙә улар - ғаилә тотҡалары, донъя һаҡлаусылар. Быйылғы йылда өмөттәрем күп. Һарытауҙағы хәрби институтта уҡыған улыбыҙ Авзалдың иҫән-һау тырышып белем алыуын теләйбеҙ. Алла бирһә, ҡыҙыбыҙ Ринаның туйын үткәрергә йыйынабыҙ. Түҙемһеҙлек менән өләсәй булыуымды көтәм. Иң мөһиме барыһы ла һау, донъялар тыныс, имен булһын. Беҙгә, 4 процентҡа эш хаҡын да арттырабыҙ, тинеләр, шуға ла шатланабыҙ. Ғөмүмән, Эт йылы тыныс ул, тотороҡло буласаҡ. Һауа торошо ла яҡшы, иген дә мул булыр. Был йылды шатланып ҡаршылайбыҙ.
Йәмил ЧУРИН, Көйөргәҙе ауылы, 71 йәш:
-Эт йылында тыуғандарҙың иң оҡшаған сифаты – тоғролоҡ. Улар эшкә лә кешегә лә ныҡ тоғролар. Һәр эште еренә еткереп эшләйҙәр, артабан да шулай булһындар. Киләһе йылда ла имен-аман йәшәргә яҙһын, һау булайыҡ, туғандар. Барыһына ла эт кеүек сабырлыҡ насип итһен. Халыҡҡа кәрәкле һәм файҙалы эштәр башҡарырға яҙһын.
Луйза КӘРИМОВА, Илкәнәй ауылы, 83 йәш:
- Бала сағым һуғыш йылдарына тура килгәс, күп ауырлыҡтар күрҙем. Шулай булһа ла, тырышып йәшәнем, Аллаға шөкөр. Эт йылында тыуғандар илке-һалҡы булмайҙар, ә, киреһенсә, уларҙа яуаплылыҡ тойғоһо көслө. Мин дә оҙаҡ йылдар үҙ эшемде яратып, һөнәремә тоғро уҡытыусы булып эшләнем. Бөгөнгө көндә балаларым менән бергә йәшәйем. Яңы йылда барыһына ла именлек, иҫәнлек, бәхетле ғүмер теләйем. Бөтәһе лә минең кеүек оҙон ғүмерле булһындар.