Все новости
Йәмғиәт
9 Января 2018, 16:18

БАРЫҺЫ ЛА ҠӘНӘҒӘТ

Яңы йыл саралары ҡалабыҙҙың 8-се һанлы “Айгөл” балалар баҡсаһында ла гөрләп үтте.

Яңы йыл саралары ҡалабыҙҙың 8-се һанлы “Айгөл” балалар баҡсаһында ла гөрләп үтте.

Ҡыш бабай, Ҡарһылыу, төрлө әкиәт батырҙары булып балалар баҡсаһы хеҙмәткәрҙәре бик оҫта уйнаны. Ҡупшы шыршы янындағы сара барыһына ла оҡшаны, байрам кәйефе тыуҙырҙы. Ата-әсәләр матур сара өсөн барлыҡ хеҙмәткәрҙәргә рәхмәт әйтеп, иртәлектән ҙур ҡәнәғәтлек менән таралышты.

Сара һуңында ата-әсәләрҙе, балаларҙы һәм хеҙмәткәрҙәрҙе баҡса мөдире Әлфиә Фәрих ҡыҙы Шәрипова байрам менән ҡотланы. Эт йылында барыһына ла иҫәнлек-һаулыҡ, бәхетле оҙон ғүмер теләне.

Барлыҡ ата-әсәләр исеменән Әлиә ӘЛИМБӘКОВА, Рәзилә ҒӘББӘСОВА
Күмертау ҡалаһы

Читайте нас: