Юшатыр
-7 °С
Ҡар
ҮҘЕБЕҘ ХАҠЫНДА ҮҘЕБЕҘ
Йөрәктән сыҡҡан һүҙҙәр
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
9 Ғинуар 2018, 16:22
ДӘРТЛЕ УҠЫУСЫЛАРЫБЫҘ КҮП
Мораптал урта мәктәбендә Яңы йыл байрамдары гөрләп үтте.
Мораптал урта мәктәбендә Яңы йыл байрамдары гөрләп үтте.
Килгән атай-әсәйҙәр, балалар мөғжизәле батшалыҡ иленә барып сыҡты. Һәр класс сағыу костюмдар әҙерләп, үҙҙәренең матур сығыштары менән беҙҙе ҡыуандырҙы. Мәктәбебеҙҙә дәртле, оҫта уҡыусылар күп икән.
Быйыл шундайҙарҙың иң-иңдәренә бәхет йылмайҙы. 7-се класта уҡыған отличница Илүзә Ғәлиева Мәскәүгә, Кремлдең шыршы байрамына, барып ҡайтты. Илүзә үҙенең тәьҫораттарын һөйләп бөтөрә алмай.
Республика конкурсында еңеү яулаған 4-се класс уҡыусыһы Әлфинә Ҡолгилдиева менән район күләмендә үткәрелгән спорт ярыштарында еңгән 7-се класс уҡыусыһы Динар Ғәббәсов Ермолаево ҡасабаһында үткәрелгән шыршы байрамында ҡатнашты. Уҡыусылар Ҡыш бабай менән Ҡарһылыуҙан бүләк алып ҡыуанышып ҡайтҡандар.
Гөлкәй ШӘМСЕТДИНОВА,
Мораптал урта мәктәбе директоры
Читайте нас
Новости партнеров
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"