Юшатыр
-3 °С
Ҡар
ҮҘЕБЕҘ ХАҠЫНДА ҮҘЕБЕҘ
Йөрәктән сыҡҡан һүҙҙәр
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
9 Ғинуар 2018, 16:20
СӘХНӘ УРТАҺЫНДА БУЛДЫЛАР
Үҙегеҙ белеп тораһығыҙ: Ялсыҡай клубында йыл һайын бик ҡыҙыҡлы, күңелле итеп Яңы йыл бал-маскарады үтә. Быйылғыһы бигерәк тә сағыу булды.
Үҙегеҙ белеп тораһығыҙ: Ялсыҡай клубында йыл һайын бик ҡыҙыҡлы, күңелле итеп Яңы йыл бал-маскарады үтә. Быйылғыһы бигерәк тә сағыу булды.
Ауыл халҡының мәҙәни сарала дәртләнеп ҡатнашыуы шул хәтлем дә ҡыуандырҙы. Йәше лә, ҡарты ла сәхнә уртаһында булды. Бигерәк тә уйындарҙа уйнап-көлөп матур бүләктәр алыусылар етерлек ине. Лотерея уйынында күбеһенсә ауыл хужалығында кәрәкле әйберҙәр: бесән, бойҙай, һоло, көнбағыш майы һәм яңы йыл өҫтәле хужаһы – шампанское отторолдо.
Быйыл «Иң матур биҙәлгән ихата» конкурсы беренсе тапҡыр үткәрелһә лә, унда әүҙем ҡатнашыусылар айырыуса күп: 1-се урынды Юнир һәм Әнүзә Насировтар, 2-се урынды – Нәбил һәм Ләйсән Сәғитовтар, 3-сө урынды Әхмәт һәм Флүзә Йыһаншиндар, 4-се урынды Ниғмәт Аҡсурин алды. Башҡа ҡатнашыусылар ҙа бүләкһеҙ ҡалманы. Был конкурс беренсе һәм аҙаҡҡы тапҡыр үткәрелмәҫ, тип өмөтләнәбеҙ.
Ауыл халҡын бүләкһеҙ ҡалдырмаған өсөн спонсорҙар: ауылдың иң егәрле ир-уҙаманы Хафиз Сарбаев ағайға, магазин хужалары – Азамат һәм Әнүәр ағайҙарға, Рәдүк һәм Гөлгөнә Вахитовтарға, Рәмилә Вәлидова апайға һәм дә байрамды әҙерләп үткәреүселәргә ҙур рәхмәт әйтәһе килә!
Алһыу АҠСУРИНА
Ялсыҡай ауылы
Фото интернеттан алынды
Читайте нас
Новости партнеров
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"